Йыһанға осоу
Йыһанға осоу — йыһанға йәки йыһан аша сәфәр йәки транспортлау. Ер менән йыһан араһында аныҡ ҡына сик юҡ, шуға күрә ул Халыҡ-ара авиация федерацияһы тарафынан Ер өҫтөнән 100 км бейеклектә билдәләнгән. Был бейеклектә осоу аппараты аэродинамик көс ярҙамында хәрәкәт итә алһын өсөн тәүге космик тиҙлек кәрәк[1][2], аэродинамиктан бигерәк был осошто орбиталь итә,[3][4]. Авиа- һәм йыһан осоштары араһындағы классик бүленеш йылдан-йыл юйыла бара, сөнки суборбиталь йыһан караптары һәм орбиталь осҡостар үҫеш ала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Айға осош тураһында күҙаллауҙар күптән йәшәп килһә лә, фәҡәт XX быуатта ғына, планетанан күтәрелеп китерлек тиҙләнеште тәьмин иткән ракета техникаһы барлыҡҡа килгәс, шундай мөмкинлек тыуа һәм берҙән-бер ысул булып ҡала.
Теоретик башланғыстар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыһанға осоштоң теоретик башланғыстарын беренсе булып урыҫ ғалимы Константин Циолковский өйрәнә башлаған һәм ракета двигателдәренең төп математик иҫәпләүҙәре нигеҙендә Циолковский формулаһын сығарған. Немец Герман Оберт 1923 йылда шулай уҡ ракета техникаһының төп тигеҙләмәһен әҙерләй һәм күп быуынлы ракета концепцияһы ярҙамында теләгән орбитаға күберәк файҙалы йөк сығарыу мөмкинлеген һүрәтләй.
Тәүләп америкалы Роберт Годдард инженер һәм ғалим булараҡ телгән алынған. Ул 1910 йылда бәләкәй ракета двигателе эшләй. 1926 йылда ул беренсе тапҡыр шыйыҡ яғыулыҡлы ракета двигателен хәрәкәткә килтереүгә өлгәшә. Бынан алда Больцанонан астроном һәм ракета техникаһы пионеры Макс Валье был өлкәлә йылдам ғына эшләп ала. Ул Европала беренсе булып шыйыҡ яғыулыҡ менән тәжрибәләр үткәрә һәм ракета двигателе ҡуйылған автомобиль эшләй, ул хәҙер немец музейында һаҡлана. Берлинда һынау үткәргән саҡта яныу камераһы шартлай һәм тимер киҫәге 35 йәшлек инженерҙы үлемесле яралай[5].
Ракета эшләү нигеҙҙәрен өйрәнгән айырым кешеләрҙең тәжрибәһе 1930-сы йылдарға тиклем яңы технологияларға нигеҙ һала . Был эш тик хәрби ихтыяж һәм дәүләттән финанс бүлеү нигеҙендә генә үҫешә алған. Космонавтика үҫешенә Пенемюнденан Вернер фон Браун иң ҙур өлөш индерә . 1934 йылда Фау-2 (күп совет һәм америка ракеталары өсөн өлгө) менән башлап 1969—1972 йылдарҙа Айға төшкән Сатурн-5-кә тиклем уның хеҙмәте.
Техник нигеҙҙәрҙән тыш йыһан механикаһы буйынса астрономик мәғлүмәттәр күбәйә бара һәм космосҡа осоуға алшарттар барлыҡҡа килә.
Армия һәм сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Космик техника үҫешен башта немец рейхында ҡулланалар, унда яңы технология ярҙамында Версаль тыныслыҡ килешеүе урап үтергә мөмкинлек күрәләр. Икенсе донъя һуғышы башланғанға тиклем Пенемюнда Вернер фон Браун етәкселегендә тикшеренеү һәм етештереү комплекстары барлыҡҡа килә һәм «Фау-2» ракетаһы эшләнә. Ул донъяла идара ителә торған беренсе ауыр ракета була һәм Лондон һәм Бельгияның ҙурлығы буйынса икенсе булған Антверпен ҡалаһына ҡаршы ҡулланыла. Хәрби-иҡтисади яҡтан ҡарағанда сағыштырмаса мәргән был ракета төрө хаҡы менән емергес көсө тура килмәгәнлектән уңышлы тип һанала алмай. СССР менән АҠШ-тың хәрби стратегтары һәм сәйәсмәндәре ракета техникаһының ҡеүәтен күреп, Германиянан эшләнеше менән һыҙмаларын ғына түгел, етештереү серҙәрен дә алып сығалар. Икенсе донъя һуғышының һуңғы көндәренән үк был ике ил араһында космик уҙыш башлана һәм тиҫтәләрсә йылдарға һуҙыла. Һуғыштан һуң АҠШ-ҡа ла, СССР-ға ла тулыһынса эшләнгән ракеталар ҙа, етештереү ҡорамалдары ла, бик күп ғалимдар менән инженерҙар ҙа алып сығыла. Улар шул илдәрҙә тиҫтәләрсә йылдар дауам иткән ракета эшләү нигеҙҙәрен барлыҡҡа килтерәләр (ингл. Operation Paperclip)
Һалҡын һуғыш ваҡытында космик уҙыш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һалҡын һуғыш ваҡытында йыһанға осоштар барыһынан да алда психологик баҫым өсөн һәм пропаганда рәүешендә ҡулланыла. Мөһим хәрби әһәмиәтенән тыш улар ике көнәркәш илдең ҡеүәте һәм үҫеше күрһәткесенә әйләнә.
1957 йылдың октябрендәге «Спутник кризисы» ваҡытында Америка йәмғиәте СССР-ҙың тулыһынса технологик артта ҡалыуҙы юҡҡа сығарғанын аңлай. Шул мәлдән АҠШ космонавтиканы бар яҡлап үҫтерә һәм асыҡтан-асыҡ космоста ярыш башлай.
Совет космос программаһы күп йүнәлештәрҙә беренсе булып юл аса. Спутник-1 йыһанға осҡандан һуң бер ай үтеүгә тере йән эйәһен — «Лайка» тигән этте осоралар . 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин йыһанға оса һәм Ер шарын урап сыға. «Луна-2» һәм «Луна-9» 1959 йылда һәм 1966 йылда Айға төшә. АҠШ-та президент Джон Кеннеди ваҡытында быға ҡаршы Айға кеше идара иткән осош үткәреүгә көс һалалар, 1969 йылдың 20 июлендә быны ярты миллиард тамашасы телевизорҙарынан күҙәтә.
NASA-ның космик программаһындағы граждандар ведомствоһы йәмғиәт иғтибарында торһа ла, уның төп йүнәлеше — тулыһынса абруйлы хәрби проекттар менән эшләү. Яһалма ер юлдаштарының дүрттән өс өлөшө хәрби маҡсаттарҙа етештерелә. АҠШ 1959 йылдан спутник-шпиондар етештерә, ә 1960 йылдан — метео- һәм навигация, шулай уҡ алыҫтан күҙәтеү спутниктары эшләй.
СССР 1960-сы йылдарҙан йыһан караптарын тоташтырыу, оҙайлы осоштар, асыҡ йыһанға сығыу буйынса эш алып бара. АҠШ менән 1975 йылда хеҙмәттәшлек башлана һәм даими кешеләр ебәрелеп торған «Мир» космик станцияһы ебәрелә.
Космонавтикала хеҙмәттәшлек һәм глобалләштереү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Мир» станцияһы эшләгән сағында уҡ Рәсәй һәм АҠШ араһында хеҙмәттәшлек көсәйә. Мәҫәлән, «Спейс шаттл» иҫкергән станция менән тоташып, уның эшләргә яраҡлы ваҡытын оҙайта.
Хеҙмәттәшлек Халыҡ-ара космик станция проектлауға килтерә. Шаттл шартлағандан һуң АҠШ уны файҙаланыуҙан баш тарта.
Әһәмиәтле ваҡиғалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1942 йылдың 3 октябрендә кеше эшләгән беренсе объект «Фау-2» атмосфера сигенә (85 км) етә.
- 1957 йылдың 4 октябрендә: Ерҙең беренсе яһалма юлдашы «Спутник-1» осорола.
- 1957 йылдың 3 ноябре: «Спутник-2» — «Лайка» тигән эт менән осҡан беренсе спутник.
- 1959 йылдың 13 сентябре: «Луна-2» — Айға барып еткән беренсе спутник.
- 1959 йылдың 7 октябрендә «Луна-3» Айҙың күренмәгән яғын фотоға төшөрә.
- 1960 йылдың 19 авгусында «Спутник-5» ике тере йән эйәһе — эттәр Белка һәм Стрелка менән Ергә беренсе тапҡыр әйләнеп ҡайта.
- 1961 йылдың 12 апреле: Юрий Гагарин «Восток-1» карабында космосҡа осҡан беренсе кеше.
- 1961 йылдың 5 майы: Алан Шепард — Американың йыһанға осҡан беренсе вәкиле.
- 1962 йылдың 11-12 авгусы: Андриян Григорьевич Николаев — «Восток-3»-тә һәм Павел Романович Попович «Восток-4»-тә донъяла беренсе булып төркөмләп космосҡа оса. 6,5 км аралыҡҡа яҡынаялар.
- 1963 йылдың 16 июне: «Восток-6» карабында йыһанға беренсе ҡатын-ҡыҙ Валентина Владимировна Терешкова оса[5].
- 1965 йылдың 18 марты: Алексей Архипович Леонов «Восход-2» карабынан беренсе булып асыҡ космосҡа сыға. Экипаж командиры — Павел Иванович Беляев.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Левантовский В.И. Механика космического полета в элементарном изложении. — 3-е изд. — М.: Наука, 1980. — 512 с.
Меркулов И. А. Полет ракет в мировое пространство. — М.: Изд-во ДОСААФ, 1958. — 88 с.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Космонавтика» | |
Йыһанға осоу Викимилектә |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Sanz Fernández de Córdoba. Presentation of the Karman separation line, used as the boundary separating Aeronautics and Astronautics (ингл.). Халыҡ-ара авиация федерацияһының рәсми сайты (2004 йылдың 21 июне). Дата обращения: 26 декабрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 9 июль архивланған.
- ↑ йыһандың йәнә бер сиге табылған . Мембрана (веб-сайт) (2009 йылдың 10 апреле). Дата обращения: 12 декабрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йыл 7 сентябрь архивланған.
- ↑ Андрей Кисляков. Где начинается граница космоса? РИА Новости (16 апрель 2009). Дата обращения: 4 сентябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Ученые уточнили границу космоса . Lenta.ru (10 апрель 2009). Дата обращения: 4 сентябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Фоторепортаж. Первая женщина в космосе. «Mail.Ru» сайты(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 март 2017)