Йүкәтау (ҡасаба)
Йүкәтау | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Бирҙәүеш ҡалаһы тораҡ пункты |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 391 кеше (2017)[1] |
Почта индексы | 456930 |
Йүкәтау — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Һатҡы районындағы тимер юл станцияһы ҡасабаһы. Бирҙәүеш ҡала биләмәһе составына инә.
Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡасабанан бер нисә саҡрым төньяҡтараҡ Йүкәтау һырты урынлашҡан. Ҡасаба биләмәләре эргәһенән Оло Бирҙәүеш йылғаһы (үрге ағымында Бирҙәүеш тип йөрөтөлә) аға. Йүкәтау ҡала биләмәһе үҙәге булған эшселәр ҡасабаһы Бирҙәүештән 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Топонимикаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Силәбе ғалимы топонимист Шувалов атаманың мәғәнәһен былай тип аңлата:
|
.
Уның раҫлауына өҫтәп тағы бер фараз килтерәйек: тауҙың бик бейек һәм ҙур булмағанына күрһәткән «йоҡа» тигән мәғәнә лә һалынған булыуы мөмкин. «На Урале» сайтында бына нимә тип яҙғандар: ғәжәп күренһә лә, Йүкәтау битләүҙәре фәҡәт йүкә менән генә ҡапланған тип маҡтап булмай. Башҡорт телендә тағы бер аңлатма варианты бар — «йоҡа тау»[2].
Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[3] | 2010[4] | 2014[5] |
526 | ↘480 | ↘463 |
Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йүкәтауҙың тирә-йүне — Әйле башҡорттары йәшәгән урын. Антропологтар тап ошо ҡәбилә урта быуаттарҙа монгол далалары мигранттары менән әүҙем аралашҡан, тип иҫәпләй. Шуға күрә әйлеләрҙең фиғелендә монголоидлыҡ асыҡ сағыла.
Йүкәтауҙа башлыса Бирҙәүеш — Түбәнге Серге тимер юл тармағын хеҙмәтләндереүсе эшселәр йәшәй.
Граждандар һуғышы йылдарында был ҡасабала ҡыҙылдар менән аҡтарҙың ҡаты бәрелештәре булған.
XX быуаттың 60-70-се йылдарында, нефтте һурҙырып ҡыуыу станциялары эшләй башлағанлыҡтан, яңы эш урындары — Себерҙән һуҙылған нефть үткәргестәрҙе хеҙмәтләндереү эше — барлыҡҡа килә. Торбалар буйлап нефть Рәсәй нефть эшкәртеү заводтарына, шулай уҡ «Дуҫлыҡ» нефть үткәргесенә аға[6].
Инфраструктураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Көньяҡ Урал тимер юлдарының шундай уҡ — Йүкәтау — исемле тимер юл станцияһы урынлашҡан.
Ҡасабала нефтте һурҙырып икенсе яҡҡа ҡыуыу станцияһы, балалар баҡсаһы, мәктәп, «Нефтсе» клубы, китапхана эшләй.
1918 йылда баш күтәргән эсерҙар тарафынан атып үлтерелгән Ҡыҙыл Гвардия отряды командиры И. Е. Чигвинцев һәйкәле ҡуйылған.
Барлвғы 12 урам бар[7].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Фотоблог про станцию Жукатау. 03.01.2
- Йүкәтау ҡасабаһы картала
- На Урале 2020 йыл 19 февраль архивланған.
- Фотографии
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- ↑ http://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
- ↑ http://www.naurale.com/items/1858/%D0%96%D1%83%D0%BA%D0%B0%D1%82%D0%B0%D1%83#.YES5qjpMTcs 2020 йыл 19 февраль архивланған.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ На Урале 2020 йыл 19 февраль архивланған.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Ашинский р-н → Жукатау п.