Йәшелғош

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Йәшелғош
Йәшелғош
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: ракше һымаҡтар
Ғаилә: Сыбарсайҙар
Ырыу: Сыбарсайҙар
Төр: Йәшелғош
Латинса исеме
Merops apiaster
Linnaeus, 1758
ITIS 554661
NCBI 265611


Йәшелғош (лат. Merops apiaster, урыҫ. Золотистая щурка) — сыбарсайҙар(Meropidae) ғаиләһендәге сағыусы бөжәктәр менән туҡланыусы ҡош.

Эстәлеге

[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама

Сыйырсыҡ ҙурлығында. Ғәҙәттә күмәкләшеп йөрөйҙәр.Осҡанда оҙон ҡанаты, уртаһынан нәҙек кенә ҡауырһындары сығып торған оҙон ҡойроғо күҙгә ташлана. Суҡышы оҙон, аҫҡараҡ кәкерәйеп тора. Түбәһе һәм арҡаһы һары көрән. Тамағы ҡара һыҙат менән уратып алынған һары төҫтә. ҡанаттары һәм ҡойроғо йәшел. Кәүҙәһенең аҫ яғы зәңгәр. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Тауышы яңғырауыҡлы:"тири-тири".Күсмә ҡош. Урыны менән киң генә таралған. Умартасыларға зыян килтерә.

[үҙгәртергә] Йәшәү урыны

Яландарҙағы балсыҡлы һәм ҡомло ҡабаҡтарҙа йәшәй.Ояһын ерҙе өңөп яһай.

[үҙгәртергә] Туҡланыуы

Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күберәген сағыусы бөжәктәр мкнән.

[үҙгәртергә] Үрсеүе

5-6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.

[үҙгәртергә] Галерия

[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл.

[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр

Йәшелғоштарҙың колонияһы
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә