Каменский Павел Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каменский Павел Павлович
Тыуған:

28 апрель 1858({{padleft:1858|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})

Тыуған урыны:

Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы

Үлгән:

1922({{padleft:1922|4|0}})

Үлгән урыны:

СССР

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Уҡыған урыны:

Һынлы сәнғәт Академияһы

Стиль:

скульптуралар

Башҡорт ир-аты. Автор Каменский Павел Павлович
Башҡорт ҡатын-ҡыҙы

Каменский Павел Павлович (28 апрель 1858 йыл1922 йыл) — Рәсәй империяһы скульпторы, Санкт-Петербургтағы император фарфор заводы музейындағы «Рәсәй халыҡтары» тигән тупланмалағы 150 скульптураның күпселегенең авторы. Дворяндар затынан, Павел Павлович Каменский, урыҫ рәссамы, скульптор һәм медальер,император Һынлы сәнғәт академияһы вице-президенты граф Ф.П. Толстойҙың ейәне, беллетрист, титуляр советник Каменский Павел Павловичтың һәм яҙыусы М.Ф. Каменскаяның (ҡыҙ фамилияһы Толстая) улы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Павел Павлович Каменский 1858 йылдың 28 апрелендә Санкт-Петербург ҡалаһында тыуған. Хәрби гимназия тамамлағас, яҙмышын сәнғәткә бағышларға ҡарар итә һәм 1874 йылда Һынлы сәнғәт академияһында скульптор һөнәренә уҡырға инә. 1885 йылда «Офелия» статуяһы өсөн 2-се дәрәжә класлы рәссам тигән исем ала[1]. 1886 йылдан Император театр училищеһында рәсем уҡытыусыһы булып эшләгән. 1888 йылда Император театры дирекцияһына ҡараған скульптор итеп алына, шулай уҡ унда бутафория оҫтаханаһы етәксеһе була.

Павел Каменский Санкт-Петербургтағы император фарфор заводы музейындағы «Рәсәй халыҡтары» тигән тупланмалағы 150 скульптура авторы.

1922 йылда вафат булған.

«Башҡорт ир-аты» һәм «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» һындарын эшләүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҙған быуат башында рус йәмәғәтселегенең ил мәҙәниәте һәм тарихы менән ҡыҙыҡһыныуы артыуы сәнғәттә яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килтерә. Санкт-Петербуртағы Император фарфор заводында фольклор темаһына иғтибар арта. 1907—1917 йылдарҙа, Романовтар династияһы идара итеүгә 300 йыл тулыу айҡанлы, Рәсәй халыҡтары вәкилдәренең милли кейемдәре менән эшләнгән өс серия фарфор һындар сығарыла. Бындай фарманды батша Николай II бирә. Был сериялар Император фарфор заводының 20 быуат башындағы иң ҙур проекты булып сыға.

Өлгө итеп Император Александр III рус музейының Этнографик бүлегендә һаҡланған ысын милли кейемдәр алына.

Һындарҙың макеттарын ул ваҡытта танылып өлгөргән П. П. Каменскийға эшләргә ҡушыла. Ул антропологик типтарҙы, кейемдәрҙең һәр биҙәген, тегелешен бик ентекле өйрәнә. Фарфор ҡойор өсөн 146 ҡалып әҙерләнә. Күсермәләр музейға бирелә, ә сауҙаға һындар икеләтә кесерәйтеп сығарыла.

Сиратҡа ҡуйылған иң тәүгеләр һанында «Башҡорт ире»[2] һәм «Башҡорт ҡатыны»[2] тигән һындар була.

Әлеге көндә сериялағы һындарҙың байтағы, шул иҫәптән «Башҡорт ире» һәм «Башҡорт ҡатыны» скультуралары[2] Санкт-Петербургтағы Император фарфор заводы музейында һаҡлана.

1917 йылдан һуң да Совет Рәсәйендә был серия статуэткалары ҡабаттан ике тапҡыр сығарыла [3].

Әлеге ваҡытта серияның 74 һыны һаҡланып ҡалыуы тураһында билдәле (шулай уҡ күп һанлы күсермәләре һаҡланған). Иң тулы серияһы Эрмитаж Дәүләт Фарфор музейында һаҡлана, Рәсәй этнография музейы коллекцияһында иһә серияның 47 һыны булыуы билдәле [4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Екатерина Хмельницкая. «Фарфоровая Россия» П. П. Каменского. /Серия: Народности России/ — 2014

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]