Карелин Александр Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карелин Александр Александрович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 сентябрь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1] (56 йәш)
Тыуған урыны Новосибирск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, көрәшсе, дәүләт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d], Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм Федерация Советы ағзаһы[d][2]
Әүҙемлек урыны Мәскәү
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Спорт командаһы ағзаһы Динамо[d]
Масса 130 килограмм
Спорт төрө Грек-рим көрәше
Ҡатнашыусы wrestling at the 1988 Summer Olympics – men's Greco-Roman 130 kg[d], Греко-римская борьба на летних Олимпийских играх 1992 — до 130 кг[d], wrestling at the 1996 Summer Olympics – men's Greco-Roman 130 kg[d] һәм wrestling at the 2000 Summer Olympics – men's Greco-Roman 130 kg[d]
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VII созыва[d], Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VI созыва[d], Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының V саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d], Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d], Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации III созыва[d] һәм Федерация Советы
Баш тренер Виктор Михайлович Кузнецов[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Почёт ордены Рәсәй Федерацияһы Геройы IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены заслуженный мастер спорта СССР СССР-ҙың спорт мастеры
Бейеклеге/буйы 191 сантиметр
Рәсми сайт karelin.ru
 Карелин Александр Александрович Викимилектә

Александр Александрович Карелин (19 сентябрь 1967 йыл) — Рәсәй спортсыһы, классик (грек-рим) стилдәге көрәшсе, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, биш саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһының Генераль советы президиумы ағзаһы[3]. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1988), Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996).

Өс тапҡыр Олимпия уйындары еңеүсеһе (1988, 1992, 1996 йылдар, 130 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһы), туғыҙ тапҡыр Донъя чемпионы (1989—1991, 1993—1995, 1997—1999), 12 тапҡыр Европа чемпионы (1987—1991, 1993—1996, 1998—2000), 2000 йылғы Олимпия уйындарының көмөш призеры, 1988 йылда юниорҙар араһында Донъя чемпионы, 13 тапҡыр СССР, БДБ һәм Рәсәй (1988—2000) семпионы. «Донъяның абсолют чемпионы» Кубогы еңеүсеһе, 1989. Планетаның иң яҡшы көрәшсеһе булараҡ дүрт тапҡыр «Алтын билбау» менән бүләкләнә (1989, 1990, 1992, 1994). «Александр Карелин призына» IV халыҡ-ара турнир еңеүсеһе (1995). Иван Поддубный иҫтәлегенә халыҡ-ара турнир еңеүсеһе. Донъяның иң яҡшы спортсыһы булып таныла. Ике тапҡыр Рәсәйҙең иң яҡшы спортсыһы тип билдәләнә. Спорт карьераһында 888 ярышта еңеү яулай (887-һе көрәштә, 1-һе — ММА-ла), ике тапҡыр еңелә[4]. XX йөҙ йыллыҡтың донъяның иң яҡшы 25 атлеты исемлегенә инә. 13 йыл дауамында бер тапҡыр ҙа еңелмәгән спортсы булараҡ, Гиннесстың рекордтар китабына ингән. Алты йыл дауамында барлыҡ рәсми алыштарҙа бер мәрәйгә лә еңелмәгән. Дәғүәселәренең уның менән көрәшеүҙән баш тартыу осраҡтары билдәле[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Aleksandr Kareline // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  2. Aleksandr Karelin // (unspecified title)
  3. Президиум Генерального совета партии «Единая Россия» 2020 йыл 17 сентябрь архивланған.
  4. «The World’s Five Greatest Athletes No One Knows»/«Alexander Karelin»
  5. Александр Карелин: Я большой и тяжелый (Спорт-Экспресс, 28.09.1999) 2020 йыл 1 декабрь архивланған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Самин Д. К. Самые знаменитые спортсмены России. — Москва: «Вече» — 2001. — С. 475. — 512 с.
  • Малов В. И. 100 великих олимпийских чемпионов. — Москва: «Вече» — 2006. — С. 408. — 480 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]