Карой Эстерхази исемендәге университет

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карой Эстерхази исемендәге университет
мадьярса  Eszterházy Károly Katolikus Egyetem
Нигеҙләү датаһы 1774
Рәсем
Рәсми атамаһы Egri Tanárképző Főiskola, Ho Si Minh Tanárképző Főiskola, Eszterházy Károly Tanárképző Főiskola, Eszterházy Károly Főiskola, Eszterházy Károly Egyetem һәм Eszterházy Károly Katolikus Egyetem[1]
Ҡыҫҡаса атамаһы EKKE[2]
Кем хөрмәтенә аталған Count Bishop Karl Eszterházy de Galántha[d] һәм Хо Ши Мин
Нигеҙләүсе Count Bishop Karl Eszterházy de Galántha[d]
Ректор Илона Пайток-Тари[d][3]
Дәүләт  Венгрия
Административ-территориаль берәмек Эгер
Уҡыусылар һаны 8500
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Эгер, Венгрия
Рәсми сайт uni-eszterhazy.hu
Яуаплы Архиепархия Эгера[d]
Карта
 Карой Эстерхази исемендәге университет Викимилектә

Карой Эстерхази исемендәге ғәмәли фәндәр университеты[4] (мадьярса  Eszterházy Károly Egyetem, 2016 йылдың 1 июленә тиклем — Eszterházy Károly Főiskola) — Венгрияның Эгер ҡалаһындағы университет. 1774 йылда нигеҙләнгән; 1989 йылда нигеҙләүсеһе — епископ Карой Эстерхази хөрмәтенә исемен үҙгәрткән.

Университетта 8 меңдән ашыу студент белем ала; уның биналары бөтә ҡала буйлап урынлашҡан һәм барокко стилендәге иң ҙур корпусты үҙ эсенә ала[5].

Атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карой Эстерхази исемендәге ғәмәли фәндәр университеты элек төрлө атамаларға эйә булған:

  • Лицей,
  • Педагогия колледжы (1828 йылдан),
  • Мәғариф колледжы
  • Эгер уҡытыусылар колледжы (1962 йылдан),
  • Хо Ши Мин исемендәге уҡытыусылар колледжы (1969 йылдан),
  • Карой Эстерхази исемендәге уҡытыусылар колледжы (1990 йылдан),
  • Карой Эстерхази исемендәге колледж (2000 йылдың 1 ғинуарынан 2016 йылдың 30 июненә тиклем).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1761 йылда Ференц Бароцкий уның Эгерҙәге семинарияһы Петер Пазмань тарафынан нигеҙләнгән һәм өс факультеттан (теология, гуманитар фәндәр һәм юриспруденция) торған Нагисомбат университеты юлы буйынса үҫешәсәк тип ҡарар иткән. Яңы уҡыу йорто өсөн бинаның схемаһын Йозеф Игнац Герл (1734—1798) эшләгән.

Ференцтең вариҫы — Карой Эстерхази — был концепцияға медициан факультетын өҫтәгән һәм был Венгрияла дүрт факультетлы тәүге университет буласаҡ тип күҙаллаған. Университетты нигеҙләү өсөн императрица Мария Терезияның рөхсәте кәрәк булған: ул Ференц Бароций биргән тиҫкәре һығымта арҡаһында был тәҡдимде кире ҡаҡҡан. Буласа уңыштарына өмөт итеп Эстерхази баштағы пландар буйынса төҙөлөштө дауам иткән, ә 1769 йылда уның тарафынан хатта дүртенсе факультет булдырылған — был Венгрияла тәүге медицина белем учреждениеһы булған. Бөтә көс һалыуҙарға ҡарамаҫтан, Мария Терезия Нагизомбат университетын илдәге медицина тикшеренеүҙәре өсөн база тип билдәләгән, әммә бында (хәҙерге Словакияның Трнава ҡалаһы) хатта хәстәханала булмаған, шул уҡ ваҡытта Эгерҙә Ференц Маркхот етәкселегендәге хәстәхана эшләгән. Һөҙөмтәлә Эгерҙаге медицина мәктәбе доктор дәрәжәһен биреү хоҡуғынан мәхрүм ителгән, был учреждениеның 1775 йылда ябылыуына килтергән.

1774 йылда университетта уҡытыу яңы бинала башланған. Әммә 1777 йылда уҡ уҡыу йорто ҡатмарлы хәлдә ҡала: Мария Терезия Нагизомбат университетын Будаға күсергән һәм Венгрияла университет тик берәү генә булыуы мөмкин тип иғлан иткән. Ошо мәлдән алып Эгерҙәге уҡыу йорто «лицей» тип атала башлай.

1784 йылда студенттарға фәлсәфәүи һәм юридик белем биреү туҡтатыла, ә урындағы семинария 1786 йылда Пештҡа күсерелгән. Әммә Эстерхази үҙенең ниәттәренән тулыһынса баш тартмаған. 1790 йылда Иосиф II вафат булғандан һуң, фәлсәфәне уҡытыу юридик факультеты һәм семинария менән бергә тергеҙелгән.

1828 йылда архиепископ Иоганн Ладислаус Пиркер Венгрияла тәүге педагогик уҡыу йортона нигеҙ һалған: 1852 йылда ул Лицеға күсерелгән һәм 1948 йылға ҡәҙәр эшшләгән. 1921 йылдан архиепископ Луи Шкрецанни инициативаһы буйынса, бинала шулай уҡ Католик сиркәүенә ҡараған малайҙар өсөн Юғары коммерция училищеһы эшләгән.

Һөҙөмтәлә Педагогия колледжы ярты быуат дауамында колледж кимәлендәге милли уҡыу йорто булып ҡалған. Юғары уҡыу йорто эшләү дәүерендә бында 30 меңдән ашыу белгес юғары белем алған. Хәҙерге ваҡытта университетҡа уҡыусылар илдең төрлө төбәгенән, һәм хатта сит илдәрҙән уҡырға керә.

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гуманитар факультет: Тел ғилеме һәм әҙәбиәт ғилеме институты, Ғәмәли коммуникацион фәндәр бүлеге, Дөйөм ғәмәли лингвистика кафедраһы, Мадьяр әҙәбиәте бүлеге
  • Тарих институты: Венгрия тарихы (урта быуаттар һәм хәҙерге осор) бүлеге, Бөтә донъя тарихы (боронғо һәм урта быуаттар осоро), Ярҙамсы тарихи фәндәр бүлеге, Донъя тарихы бүлеге
  • Бойондороҡһоҙ бүлектәр: Америка тикшеренеүҙәр бүлеге, Британия тикшеренеүҙәр бүлеге, Музыка бүлеге, Фәлсәфә факультеты, Француз теле һәм әҙәбиәте кафедраһы, Немец теле һәм әҙәбиәте бүлеге, Визуаль сәнғәттәр бүлеге
  • Педагогик мәғариф һәм белем технологиялары факультеты
  • Информатика һәм информацион технологиялар институты
  • Иҡтисад һәм социаль фәндәр факультеты
  • Тәбиғи фәндәр факультеты
  • Биология институты
  • Аҙыҡ-түлек фәндәре һәм технологиялары институты
  • Физик культура һәм спорт институты: Спорт эшмәкәрлеге бүлеге, Спорт фәндәре һәм методологияһы кафедраһы, Кәүҙә торошо теорияһы бүлеге

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Antalóczi Lajos. Az Egri Főegyházmegyei Könyvtár története (1793–1996). — Eger: Eger kiadványa, 2001. — ISBN 9638265000.