Каткова Тамара Ларионовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каткова Тамара Ларионовна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 6 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1] (86 йәш)
Тыуған урыны Ҡуян, Бөрө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Каткова Тамара Ларионовна (6 июль 1937 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1956—2001 йылдарҙа Бәләбәй һөт заводының яуаплы хеҙмәткәре: мастер ярҙамсыһы, 1966 йылдан өлкән мастер, 1975 йылдан — цех начальнигы. Башҡорт АССР-ының унынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1987).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тамара Ларионовна Каткова Башҡорт АССР-ы Бөрө районы Ҡуян ауылында 1929 йылдың 6 июнендә тыуған. Белеме — урта махсус, 1974 йылда Мәләүез һөт сәнәғәте техникумын тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда Бәләбәй ҡала һөт заводында эшләй башлай, һуңынан эшен мастер ярҙамсыһы булып дауам итә, 1966 йылдан алып — өлкән май етештереүсе мастер.

Л. Т. Каткова етәкселегендәге бригада май етештереүҙе камиллаштырыуға, уны әҙерләүҙе арттырыуға, сифатын яҡшыртыуға өлгәшә. Һигеҙенсе биш йыллыҡтың заданиеларын (1966—1970) ул етәкләгән бригада ваҡытынан 6 айға алда — 1970 йылдың 28 июненә үтәй. Пландан тыш майҙы 812 мең һумға етештерә, хеҙмәт етештереүсәнлеген 40 процентҡа арттыра. 1971 йылда бригада майҙы өҙлөкһөҙ линияла етештереүҙең иң прогрессив алымын үҙләштерә- сәғәтенә 800 кг май етештерелә. Алым үҙләштереүҙең беренсе йылында бригада май әҙерләүҙе 62,5 процентҡа арттыра, хеҙмәт етештереүсәнлеге 36 процентҡа арта. Йыл һайын май сығарыу 30-33 процентҡа, хеҙмәт етештереүсәнлеге — 8-9 процентҡа арта. 1975 йылдың нормаһы — 1 600 тоннаны бригада 1972 йылда үтәй. 1973 йылда — 2 200 тонна май етештерә, 1970 йылдың кимәленән 2,7 тапҡырға артығыраҡ, етештереүсәнлек 89 процентҡа артҡан.

Т. Л. Каткова продукт сифатын яҡшыртыу буйынса даими эш үткәрә. 1971 йылда 99,7 процент май юғары сортлы сығарыла, 1972 йылда — 99,8 процент, 1973 йылда 100 процент май юғары сортҡа тап килә.

Туғыҙынсы биш йыллыҡтың тәүге өс йылында (1971—1975) Т. Л. Каткова бригадаһы план буйынса 3 953 тонна урынына 5 169 тонна май етештерә. Был биш йыллыҡтың аҙағына планлаштырған кимәлдән 38 процентҡа юғары.

1973 йылда планды үтәүҙә һәм ҡабул ителгән социалистик йөкләмәләрҙе арттырып үтәүҙә ҙур уңыштары өсөн, юғары хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм юғары сифатлы продукция етештереүҙә ҡаҙаныштары өсөн Т. Л. Катковаға СССР Юғары Советы Президиумының 1974 йылдың 16 ғинуарындағы Указы менән «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1975 йылдан 2001 йылда хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Тамара Ларионовна май эшләү цехы начальнигы була.

Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (1987).

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының унынсы саҡырылыш депутаты (1980—1985).

Каткова Тамара Ларионовна Бәләбәй ҡалаһында йәшәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973)
  • Ленин ордены (1971, 1974), миҙалдар,
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1966).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Герои труда: Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]