Кеше умыртҡаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кеше умыртҡаһы
Рәсем
Таксонда бар H. sapiens[d]
3D-модель
Юғарғы таксон өсөн термин умыртҡа һөйәге[d]
 Кеше умыртҡаһы Викимилектә
Кеше умыртҡа бағанаһы:
«#» — муйын бүлеге (Pars cervicalis)
«#» — күкрәк бүлеге (Pars thoracalis)
«#» — бил бүлеге (Pars lumbalis) «#» — һигеҙгүҙ һөйәк (Os sacrum) «#» — ҡоймос (Os coccygis)
Кешенең умыртҡаһы һәм уның өлкәләре
Умыртҡа анатомияһы
Кеше умыртҡаһы
57 йәшлек ирҙең умыртҡа һөйәгенең күкрәк бүлеге рентгенограммаһы
34 йәшлек ирҙең бил бүлегенең ҡабырға рентгенограммаһы
Арҡа мейеһе бүҫеренең медицина 3d-анимация кадры
Бала һәм үҫмер йылдарында умыртҡаларҙың нормаль кәкрелеген күрһәткән диаграмма

Умыртҡа бағанаһы, йәки умыртҡа (лат. columna vertebralis) кеше һөлдәһе үҙәгенең (күсәр) төп өлөшө. Бер-береһе менән вертикаль торошта эҙмә-эҙлекле тоташҡан 32-33 умыртҡанан тора[1][2]. Умыртҡаларҙы айырым: муйын, күкрәк, бил, һигеҙгүҙ (һигеҙгүҙ һөйәгенә ялғанған) һәм ҡоймос тибына бүләләр.

Функциялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Умыртҡа бағанаһы арҡа мейеһенә терәк, һаҡлау функцияларын үтәй һәм кәүҙәне һәм башты хәрәкәтләндереүҙә ҡатнаша[3].

Анатомияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Умыртҡа һөйәгенең 5 бүлеге айырыла:

  • Муйын бүлеге (7 умыртҡа һөйәге, C1-C7);
  • Күкрәк бүлеге (12 умыртҡа һөйәге, Th1-Th12);
  • Бил бүлеге (5 умыртҡа һөйәге, L1-L5);
  • Һигеҙгүҙ бүлеге (5 умыртҡа һөйәге);
  • Ҡоймос бүлеге (3-4 умыртҡа һөйәге, ҡайһы берҙә 5-кә тиклем)[2].

Умыртҡа һөйәге бөгөлөнөң 2 төрө бар: лордоз һәм кифоз. Лордоз — умыртҡа һөйәгенең вентраль (алға) бөгөлгән — муйын һәм бил өлөштәре. Кифоз — умыртҡа һөйәгенең дорсаль (артҡа) бөгөлгән өлөштәре — күкрәк һәм ҡоймос.

Умыртҡа һөйәге бөгөлдәре кешенең тигеҙләнешен һаҡлауға булышлыҡ итә. Тиҙ, киҫкен хәрәкәттәр ваҡытында бөгөлдәр һығылмалы һәм тән кисергән һелкенеүҙәрҙе йомшарта.

Муйын бүлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кеше умыртҡаһының муйын бүлегендә 7 умыртҡа һөйәге бар. Был иң хәрәкәтсән бүлек. Муйын бүлегенең тәүге ике умыртҡаһы, атлант (лат. Atlas) һәм эпистрофей (лат. Axis) — атипик төҙөлөшлө. Атланттың умыртҡа һөйәге юҡ — улар бер-береһе менән ян һөйәк ҡалынлыҡтары (латераль массалар) менән тоташтырылған алғы һәм артҡы дуғаларҙан тора. Атлант баш һөйәгенең артҡы тишегенә мускулдар быуыны (мыщелковый сустав) ярҙамында беркетелә. Эпистрофейҙың алғы өлөшөндә һөйәк ороһо — теш һымаҡ үҫенте йәки теш бар. Ул атланттың невраль ҡулсаһындағы умыртҡа һөйәгенең әйләнеү күсәре булып тороусы бәйләүестәре (яры) менән нығытыла. Был умыртҡаларҙың төҙөлөшө ярҙамында кеше башы менән төрлө хәрәкәттәр яһай ала.

Минималь көсөргәнешлелеге арҡаһында муйын умыртҡалары тәне бәләкәй. Арҡыры сығынты тармаҡтарҙың умыртҡа артерияһы һәм веналары үткән үҙ тишектәре (ҡабырға рудименттары менән тоташып үҫкәндә барлыҡҡа килә) бар. Арҡыры сығынты тармаҡтың ҡабырға рудименты менән тоташып үҫкән урынында (алғы һәм артҡы) түмһәләктәр (төйөрҙәр) барлыҡҡа килә. VI муйын умыртҡаһында алғы төйөр («йоҡо төйөрө») ныҡ үҫешкән — ҡан ағыу осрағында уға йоҡо артерияһын ҡыҫырға мөмкин. Муйын умыртҡаларының һөйәкле сығынты тармаҡтары (һөйәкле сығынты тармағы булмаған I, һәм VII муйын умыртҡаһынан башҡа) икегә бүленгән. VII умыртҡаның һөйәкле тармағы «сығынты» тип атала. Ул табип пациентты тикшергәндә умыртҡа һөйәктәрен һанау нөктәһе булып тора.

Күкрәк бүлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Умыртҡа һөйәгенең күкрәк бүлеге 12 умыртҡанан тора. Был умыртҡаларҙың кәүҙәләренә ярым хәрәкәтсән рәүештә ҡабырғалар беркетелгән. Күкрәк һөйәгенә алғы яҡтан тоташҡан умыртҡалар һәм ҡабырғалар күкрәк ситлеген барлыҡҡа килтерә. Тик 10 пар ҡабырға ғына күкрәккә беркетелә, ҡалғандары ирекле йәки бәйһеҙ.

Ауырлыҡ артыуы арҡаһында умыртҡа тәне ҙурая һәм ҡабырға баштары менән үҙ-ара тоташыусы ҡабырға соҡорҙарына эйә. Ғәҙәттә бер умыртҡа һөйәгенең өҫкө һәм аҫҡы — 2 ярым соҡоро була. Әммә I күкрәк умыртҡаһы тулы өҫкө соҡорға һәм аҫҡы ярым соҡорға, X — өҫкө ярым соҡорға ғына, XI һәм XII — тейешле ҡабырғалар өсөн тулы соҡорға эйә. Күкрәк умыртҡаларының һөйәкле сығынты тармаҡтары оҙон, аҫҡа ауыш, бер-береһенең өҫтөнә черепица рәүешендә һалынған. Быуындар сығынты тармаҡтары фронталь йүнәлтелгән. Арҡыры сығынты тармаҡтарҙың алғы йөҙөндә — ҡабырғалар төйөндәре менән (XI, XII ҡабырғаларында — улар юҡ) үҙ-ара тоташыу өсөн ҡабырға соҡорҙары бар.

Бил бүлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бил бүлегендә 5 умыртҡа һөйәге урынлашҡан. Бил бүлегенә бик ҙур масса тура килә, шуға күрә бил умыртҡаһы тәндәре — иң ҙуры. Һөйәкле сығынты тармаҡтар артҡа тура йүнәлтелгән. Быуындар сығынты тармаҡтары сагитталь йүнәлештә. Ҡабырға сығынты тармаҡтары (ҡабырға рудименттары), өҫтәмә сығынты тармаҡтар (ҡабырға менән тоташмаған арҡыры сығынты тармағы ҡалдыҡтары), имсәккә оҡшаған сығынты тармаҡтар — мускулдарҙың беркетелеү эҙҙәре бар.

Һигеҙгүҙ бүлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өлкән кешелә 5 һигеҙгүҙ умыртҡаһы һигеҙгүҙ һөйәге (os sacrum) барлыҡҡа килтерә. Балаларҙа үҫмер йәшенә тоташыусы айырым умыртҡаларынан тора.

Ҡоймос бүлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үҙ эсенә 3—4 умыртҡаны ала[1].

Кеше умыртҡа бағанаһының үҫеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәр мезенхим сомитының медиовентраль өлөшөнән (склеротомынан) күсеп сыҡҡан хорданы һәм нервы торбаһын уратып алыусы беренсел (ярылы) умыртҡалар барлыҡҡа килә. Бындай умыртҡалар хорданың дорсаль һәм вентраль яҡтарында метамерлы урынлашҡан тән һәм невраль дуғанан тора.

Ҡарында үҫешеүенең 5-се аҙнаһында бала тәнендә, дорсаль һәм вентраль дуғаларҙа артабан бергә тоташыусы кимерсәк туҡымаһы утрауҙары барлыҡҡа килә. Умыртҡа һөйәктәре араһында умыртҡа араһы дисктарының ҡойҡа һымаҡ матдәһе рәүешендә һаҡланып ҡалған хорда үҙенең әһәмиәтен юғалта. Дорсаль дуғалар, үҫешеп һәм ҡушылып, (парһыҙ һөйәкле һәм парлы быуын һәм арҡыры) сығынты тармаҡтар барлыҡҡа килтерә, ә вентраль дуғалар ян-яҡҡа үҫә һәм, миотомдарҙың вентраль бүлектәренә үтеп инеп, ҡабырғаларға башланғыс бирә.

8-се аҙнала кеше яралғыһының кимерсәк һөлдәһе һөйәк һөлдәһе менән алмаштырыла. Әсә ҡарынында үҫешенең 8-се аҙнаһында умыртҡалар һөйәкләнә башлай. Һәр умыртҡала 3 һөйәкләнеү нөктәһе барлыҡҡа килә: береһе тәндә һәм икеһе дуғала. Дуғала һөйәкләнеү нөктәләре 1-се йәше барышында ҡушыла, ә кеше 3-сө йәше (йәки һуңыраҡ) менән барғанда тән менән тоташып үҫә. 5-6 йәше тулыуға кешенең умыртҡа тәненең өҫкө һәм аҫҡы өлөшөндә өҫтәмә һөйәкләнеү нөктәләре барлыҡҡа килә, ә умыртҡа бағанаһы 20-25 йәшкә тулыһынса һөйәкләнә.

Муйын умыртҡалары (I һәм II) үҫеше буйынса башҡаларҙан айырыла. Атлант киләсәк латераль массаларҙа берәр нөктәгә эйә, бынан һөйәк туҡымаһы артҡы дуғаға үҫеп китә. Алғы дуғала һөйәкләнеү нөктәһе тик 1-се йәшкә генә барлыҡҡа килә. Атлант тәне өлөшө кимерсәк умыртҡаһы стадияһында уҡ унан айырыла һәм, теш һымаҡ сығынты тармаҡҡа (тешкә) әүерелеп, II муйын умыртҡаһы тәне менән тоташа. 3-5-се йәшенә II умыртҡа һөйәге тәне менән тоташып үҫеп, бала тешенең үҙ аллы һөйәкләнеү нөктәһе бар.

Ҡаоында үҫешкәнендә өс өҫкө һигеҙгүҙ умыртҡаһында 6-7 ай эсендә өҫтәмә һөйәкләнеү нөктәләре барлыҡҡа килә, улар иҫәбенә һигеҙгүҙҙең латераль өлөштәре (һигеҙгүҙ ҡабырға рудименттары) үҫешә. 17-25 йәшендә кешенең һигеҙгүҙ умыртҡалары бер һигеҙгүҙ һөйәгенә ҡушыла.

Ҡоймос (рудиментар умыртҡаларҙа) төрлө ваҡытта (1 йәштән 20 йәшкә тиклем) берәр һөйәкләнеү нөктәһе барлыҡҡа килә.

Кеше яралғыһында 38 умыртҡа һөйәге: 7 муйын, 13 күкрәк, 5 бил һәм 12-13 һигеҙгүҙ һәм ҡоймос умыртҡалары һалына. Эмбрион үҫкән осорҙа түбәндәге үҙгәрештәр була: 13-сө ҡабырға парҙары редукциялана һәм 13-сө күкрәк умыртҡаһының арҡыры сығынты тармаҡтары менән тоташып үҫә, ул 1-се бил умыртҡаһы (ә һуңғы бил умыртҡаһы 1-се һигеҙгүҙ умыртҡаһы) булып китә). Артабан күпселек һигеҙгүҙ умыртҡаларының кәмеүе күҙәтелә. Шулай итеп, яралғы тыуған ваҡытта умыртҡа бағанаһы 33-34 умыртҡанан тора.

Кеше умыртҡа бағанаһының үҫеш варианттары һәм аномалиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атланттың ассимиляцияһы (I муйын умыртҡаһының баш һөйәге менән ҡушылып үҫеүе) — уның артҡы дуғаһының бүлгеләнеүе менән берләштерелә ала. Атланттың ассимиляцияһы һирәк аномалия булып тора. Ул атлант һәм баш һөйәге төҙөлөшөндә төрлө үҙгәрештәр менән оҙатылырға мөмкин. Атланттың ассимиляцияһы тураһында мәғлүмәттәр был өлкәлә операция үткәргәндә клиник практикала ҙур ҡыҙыҡһыныу уятырға мөмкин.

Бындай аномалиялар (spina bifida) башҡа умыртҡаларҙа ла, йышыраҡ бил һәм һигеҙгүҙ умыртҡаларында ла осрарға мөмкин. Һигеҙгүҙ каналының һәм һигеҙгүҙ тишектәренең һаны ярашлы артыуы арҡаһында, бил умыртҡаларының ассимиляцияһы иҫәбенә һигеҙгүҙ умыртҡаларының һаны 6-7-гә тиклем («сакрализация») артыуы мөмкин. Бил умыртҡаларының һаны артҡан һайын («люмбализация»), һигеҙгүҙ умыртҡаларының һаны 4-кә тиклем кәмеүе һирәгерәк күҙәтелә.

Муйын ҡабырғалары булғанда, VII муйын умыртҡаһы күкрәк умыртҡаһына оҡшаш була. 13-сө ҡабырға парҙары булған осраҡта типик күкрәк умыртҡалары һаны арта.

Киммерли аномалияһы — умыртҡа артерияһы бураҙнаһы өҫтөндәге артҡы дуғала һөйәк дуға һымаҡ бүлкә рәүешендәге атипик тыумыштан килгән атлант дефекты менән бәйле краниовертебраль күсеш малформацияһы.

Умыртҡа һөйәге имгәнгәндә беренсе ярҙам[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнеү шиге булғанда, зыян күреүсене хәрәкәтләндерергә һәм әйләндерергә ярамай. Хәрәкәт башланғанға тиклем ул биләгән урынды максималь һаҡлап ҡалғанда, урында ҡалдырыу ҡотолғоһоҙ өҫтәмә йәрәхәттәр йәки хатта үлемгә килтереү осраҡтарында зыян күреүсенең күсереү ҡаты яҫылыҡта башҡарыла. Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, йәрәхәтләнгән кешенең тән торошон үҙгәрткәндә, уны ҡорһағына һалырға тырышҡанда йәки уға уңайлыраҡ торош биргәндә, умыртҡа һөйәктәре арҡа мейеһен ҡыҫыуы һәм был ауырыу кешенең организмындағы аҫҡы бүлектәр фалижына һәм зәғифләнеүенә килтереүе мөмкин.

Умыртҡа һөйәге ауырыуҙарын иҫкәртеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Позвоночник : У человека / Пожариский В. Ф. // Плата — Проб. — М. : Советская энциклопедия, 1975. — С. 154. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 20).
  2. 2,0 2,1 Ҡалып:БМЭ3
  3. Крылова Н. В., Искренко И. А. Анатомия скелета. Анатомия человека в схемах и рисунках. Атлас-пособие. — М.: Издательство Российского университета дружбы народов, 2005. — 84 с. — ISBN 5-209-01687-0.
  4. Анатомия человека. В двух томах / Под ред. М. Р. Сапина. — 5-е изд., перераб. и доп. — М.: Медицина, 2001. — Т. 1. — 640 с. — ISBN 5-225-04585-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Яралғынан барлыҡҡа килгән ағзалар һәм туҡымалар Ҡалып:Һөлдә Ҡалып:Артрология