Киндер турғайы
| Киндер турғайы | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Carduelis cannabina (Linnaeus, 1758) |
||||||||||||||
| Синонимдары | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 149546 |
Киндер турғайы, тарма турғайы (урыҫ. Коноплянка, лат. Carduelis cannabina)— турғай ҙурлығында ҡошсоҡ.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Ерҙә, ҡыуаҡлыҡта күмәкләшеп тә, парлашып та йөрөйҙәр. Түбәһе һоро, арҡаһы көрән, ҡойроҡ төбөнөң өҫ яғы алһыу һоро. Ҡанаттарында, ҡойроғонда киң ҡара һәм аҡ таптар бар. Ата ҡоштоң маңлайы, түшенең ике яғы ҡыҙыл. Кәүҙәһенец аҫ яғы сыбар һарғылт аҡ. Инә ҡошта ҡыҙыл төҫ юҡ. Таҡыя турғайҙан арҡаһы көрән булыуы менән айырыла.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы киҫкен: «тк-тк-тк». Сырылдап һәм һыҙғырып һайрай.
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Урман ситендә, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәшәй. Үлән, башлыса киндер һәм тегәнәк орлоҡтары, бөжәктәр менән туҡлана, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөи. Киң генә таралған. Ояһы ҡыуаҡтарҙа була. Ҡыҙғылт көрән таплы 4—6 бөртөк йәшкелт зәңгәр йомортҡа һала.
[үҙгәртергә] Галерея
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. — ISBN 5-88666-011-9
[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр
][[Категория:Евразия ҡоштары]