Коверкот

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Коверкот
Нигеҙләү датаһы 1880[1]
Рәсем
 Коверкот Викимилектә

Коверко́т (ингл. covercoat «өҫкө кейем») — йөн йәки ярым йөн, шулай уҡ саржа үрелешле, асыҡ төҫтәге ваҡ нөктәләр рәүешендәге йөйҙәр һалынған биҙәкле кизе-мамыҡ туҡыма. Пальто һәм костюмдар тегеү өсөн ҡулланылған[2].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Коверкот ғәҙәттә һорғолт йәшел, көрән-көрәнһыу һәм зәңгәрһыу -«ҡорос» тондар өҫтөнлөк иткән төрлө төҫтәрҙә туҡыла, улар бер тонлы ҡара арҡау ептәренән һәм ике төҫлө ептән сиратылған ерлегенән тора[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә коверкот XIX быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Пальто тегеүгә иң ныҡлы һәм сырышмай торған йөн коверкот тотонолған. Плащтарҙы мамыҡ ҡушылған ярым йөн коверкоттан теккәндәр. Кизе-мамыҡ коверкоттан кителдәр һәм костюмдар теккәндәр.

Штапель коверкотты сиратылған вискоза ебенән туҡығандар. Коверкот абруйлы кешеләр өсөн туҡыма һаналған, 1950-се йылдарҙа коверкот кейемде һәм велюр эшләпәләрҙе уңышлы совет хеҙмәткәрҙәре кейеп йөрөгән.

Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. М. Шукшиндың «Ресторанда булған хәл» исемле хикәйәһендә «огромный молодой человек в огромном коверкотовом костюме» — «ҙур коверкот костюм кейгән уҫлаптай йәш егет» һүрәтләнә[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Андреева Р. П. Коверкот // Энциклопедия моды. — СПб.: Издательство «Литера», 1997. — С. 200. — ISBN 5-86617-030-2.
  • Коверкот // Краткая энциклопедия домашнего хозяйства / под ред. А. И. Ревина. — М.: Советская энциклопедия, 1960. — Т. 1. — С. 257. — 770 с.
  • Коверкот // Товарный словарь / И. А. Пугачёв (главный редактор). — М.: Государственное издательство торговой литературы, 1957. — Т. III. — Стб. 695—697. — 527 с.
  • Кирсанова Р. М. Коверкот // Костюм в русской художественной культуре 18 — первой половины 20 вв.: Опыт энциклопедии / под ред. Т. Г. Морозовой, В. Д. Синюкова. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1995. — С. 132—133. — 383 с.: ил. с. — 50 000 экз. — ISBN 5-85270-144-0.