Кондратенко Прасковья Фёдоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кондратенко Прасковья Фёдоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 8 ғинуар 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (96 йәш)
Тыуған урыны Краснодар крайы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Кондратенко Прасковья Фёдоровна (8 ғинуар 1928 йыл — ?) — Краснодар крайы Пластуновский районының «Ҡыҙыл Йондоҙ» колхозында ҡош ҡараусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Прасковья Федоровна Кондратенко (ҡыҙ фамилияһы Меженная) 1928 йылдың 8 ғинуарында Төньяҡ-Кавказ крайының Кубань окургы Пластуновская станицаһында (хәҙер Краснодар крайының район үҙәге) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ[1].

Ауыл мәктәбендә 6 синыфты тамамлағас, 1944 йылда урындағы «Дөрөҫлөк» колхозына эшкә урынлаша. 1951 йылда «Ҡыҙыл Йондоҙ» колхозының ҡошсолоҡ фремаһына эшкә урынлаша, 1952 йылда өйрәктәр ҡарай, һуңынан бригадир итеп тәғәйенләнә. 1953 йыл йомғаҡтары буйынса өйрәкселек колхоздары араһында иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, һәр инә өйрәктән 75-әр йомортҡа алыуға өлгәшә. 1953 йылдан күп йылдар дауамында Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә даими ҡатнаша (ВСХВ)[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 31 октябрендәге Указы менән «ауыл хужалығын үҫтереүҙә ҡаҙаныштары һәм ауыл хужалығы продукцияһы етештереү буйынса юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн» П. Ф. Меженнаяға[2], Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә[1].

1971 йылда колхозда сусҡа фермаһы мөдире була. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ[1].

Ленин ордены (31.10.1957), миҙалдар, СССР-ҙың халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе миҙалдары, шулай уҡ СССР ВСХВ-ның 7 миҙалы менән бүләкләнә (1953—1959)[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 С. Кузоватов. Меженная Прасковья Фёдоровна. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 16 март 2020.
  2. Фамилия в девичестве

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Трудовая слава Кубани: люди немеркнущей славы / под ред. Н. Л. Заздравных, Л. Д. Мурзиной. — Изд. 2-е. — Краснодар : Диапазон-В, 2006. — 188 с. — ISBN 5-91050-023-6.