Конторович Михаил Иосифович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:ФИО

Конторович Михаил Иосифович
Тыуған көнө

1906

Вафат көнө

1987

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Конторович Михаил Иосифович (1906-1987) — физик, һыҙыҡһыҙ электромагнит тирбәлеүҙәре һәм радиофизика белгесе; Ленинград электротехник институтын тамамлаған; техник фәндәр докторы, профессор, Ленинград дәүләт университетының инженер-физик факультеты профессоры һәм радиофизика кафедраһы мөдире (1939); Конторович— Лебедев әүерелешенең авторҙашы; РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Михаил Иосифович Конторович 1906 йылда тыуған. Ул Ленинград электротехник институтында уҡып, белем алған, институтты уңышлы тамамлаған. М. И. Конторович ғүмеренең аҙағына тиклем Ленинград политехник институтының (ЛПИ) теоретик физика кафедраһы доценты булып эшләй). 1930-сы йылдарҙа Конторович математик Лебедев Николай менән бергә интеграль үҙгәртеп ҡороуҙы формалаштыра, артабан был асышы математик физика өсөн классикаға әйләнә — һәм «Конторович — Лебедевтың үҙгәртеп ҡороуы-әүерелеше» тип аталып йөрөтөлә. Беренсе тапҡыр 1930 йылда ул Ленинград политехник институтының инженер-физика факультетының радиофизика кафедраһын етәкләй. Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәренә ойоштороу ярҙамы күрһәтә. М. И. Конторович Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.

Конторович шулай уҡ ғалим Ю. К. Муравьев менән хеҙмәттәшлектә «дифракция формулаһы» асышының авторҙашы. Михаил Иосифович Конторович совет радиофизика мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып тора. Ул РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре һәм техник фәндәр докторы. 1970-се йылдар башында М. И. Конторович СВЧ-феррит техникаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә; ғалим микроэлектроника өлкәһендә байтаҡ эштәр баҫтырып сығара. Михаил Иосифович Конторович 1987 йылда вафат була.

Эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Операционное исчисление и процессы в электрических цепях»
  • Нелинейные колебания в радиотехнике (автоколебательные системы). — Москва : Сов. радио, 1973. — 320 с.
  • Эквивалентная схема усилителя при наличии шумов : Учеб. пособие. — Ленинград : ЛПИ, 1979. — 49 с.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Зильберглейт Александр Самуилович, Галактионов Евгений Валентинович, Златин Андрей Никитич, Тропп Эдуард Абрамович Николай Николаевич Лебедев (к столетию со дня рождения) // Научно-технические ведомости Санкт-Петербургского государственного политехнического университета. Физико-математические науки. — 2011. — В. 4 (134). — ISSN 2304-9782.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]