Кулес

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кулес
Нигеҙләү датаһы 1523
Рәсем
Дәүләт  Греция
Административ-территориаль берәмек Ираклион[d]
Урын Ираклион
Хужаһы Венеция республикаһы[d]
Әҫәр заказсыһы Венеция республикаһы[d]
Архитектор Микеле Санмикели[d]
Мираҫ статусы археологический памятник Греции[d]
Рәсми сайт heraklion.gr/en/ourplace…
Тасуирлау биттәре odysseus.culture.gr/h/2/…
Карта
 Кулес Викимилектә

Кулес ҡәлғәһе (грек. Κουλές, иҫке — итал. Rocca al Mare) — Грецияла Крит утрауының  Ираклион ҡалаһындағы урта быуат диңгеҙ нығытмаһы.  

Тарихы [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кулес ҡәлғәһе тәүге тапҡыр XIV быуат башында телгә алына. Ҡәлғәнең беренсе һүрәтен 1429 йылда Флорентия монахы Кристофоро Буондельмонти  эшләй.

Һуңғы формаһына ҡәлғә 1523 — 1540 йылдарҙа, ер тетрәү мәлендә емерелгән иҫке ҡәлгәне яңы төҙөлгән цитадель алмаштырғас, эйә була.

Венециянлылар ҡәлғә исеме сифатында  — Rocca al Mare атамаһын ҡуллана.  Төп ҡәлғә диуарына ҡуша һалып беркетелгән өс барельеф Венецияны ла, ҡәлғәне һәм Ираклионды ла ҡурсалаусы изге апостол Марк символы кеүек арыҫланды кәүҙәләндерә. 

Йыл һайын венециянлылар Диа һәм Фраския утрауҙарынан, Рогдия түбәнендәге пляждан тәбиғи таштарҙы ташыу өсөн иҫке туҙған караптарҙы ҡуллана. Ҡәлғәне диңгеҙ яғынан емерелеүен һаҡлауға һәләтле мол төҙөү өсөн Ираклион янында таш менән караптар батырыла. 

Төрөк хакимлығы  осоронда (1669 —1898 й. й.) ҡәлғә Кулес исемен ала (kulesi su — диңгеҙ ҡәлғәһе). Ошо уҡ осорҙа цитаделдең өҫкө кимәле төҙөлөп бөтә, амбразуралар, пушкалар өсөн урындар, ҙур булмаған мәсет өҫтәлә. Иҫке маяҡты алмаштырған манараның өлөшө ҡыйыҡтың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә әлегә тиклем һаҡланып ҡалған.

Ҡәлғәнең аҫҡы ҡаты ҙур ярыҡлы көмбәҙле түбә  менән ябылған, ә уның 26 бинаһы торлаҡ, һыу, аҙыҡ-түлек, ҡорал һаҡлау урындары булып хеҙмәт икән. Ошонда уҡ венеция һәм төрөк ваҡыттарында ҡулланылған төрмә урынлашҡан. 

Төрөк хакимлығы осоронда порт тирәләй нығытмалар тағы бер ҙур булмаған ҡәлғәне төҙөү менән көсәйтелә. Ул венеция ҡәлғәһенең ҡаршыһында урынлаша һәм бәләкәй Кулес тип атала (1936 йылда емерелә).

Был ҡәлғә хәҙерге ваҡытта [үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуңғы бер нисә тиҫтә йылда  византия ҡомартҡыларының грек  Мәҙәниәт министрлығының 13-се Эфораты тарафынан ҡәлғә тәртипкә килтерелә һәм тергеҙелә.  Ошо урында Доменико Теотокопулосҡа (Эль Греко) арналған халыҡ-ара конференция үтә, уның барышында рәссамдың һүрәттәре ҡуйыла.