Кәрәкһеҙ еңеү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәрәкһеҙ еңеү
Нигеҙләү датаһы 1882
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1882
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Кәрәкһеҙ еңеү — урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың повесть-мистификацияһы. Тәүге тапҡыр әҫәр «Будильник» журналында 1882 йылдың июнь — авгусындағы 24—34-се һандарында «А. Чехонте» ҡултамғаһы һәм ул ҡуйған атама менән баҫылып сыға[1].

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Повесть туғыҙ бүлектән тора. Унда йәш венгр йырсыһы Ильканың тормошо һәм үлеме һүрәтләнгән[2]. Автор үҙенең повесты яҙыу версияһын әҫәрҙең аҙағында яҙа. Повесть Илькаға ғашиҡ репортер д’Омарен исеменән яҙыла. Д’Омарен Венгрияла үҙенең һөйгәне Ильканың үлгәне тураһында белә һәм ҡаты сирләп китә, һуңынан ул гольдауген урманында йәшәй һәм «һылыу Илька» тураһында повесть яҙа. Бер саҡ повестың реаль авторы гольдауген урманы аша үтә һәм унда д’Омарен менән таныша, уның повесын уҡый һәм әҫәрҙе урыҫ теленә тәржемә итә.

Хикәйәнең төп героиняһы ярлы музыкант ҡыҙы була. Бер көндө граф ҡатын Гольдауген Ильканың атаһын австриялыларға ҡаршы патриотик венгр йырын йырлаған өсөн сыбыҡ менән һуға. Илька үҙен граф ҡатыны тарафынан кәмһетелгән итеп тоя һәм уға хаслыҡ ҡылырға итә. Ул ярлыланған барон фон Зайницты, гаф ҡатынының һөйәркәһен, ярата. Барон да Илькаға ғашиҡ була. Зайниц Ильканан бер миллион франк бирнә талап итә. Илька, билдәле йырсы булғанлыҡтан, был сумманы таба. Ул Парижда үҙен «йәрәбә буйынса» 100 000 франкка әҙәпһеҙ мөхәббәт өсөн һата. Йырсыны һатып алған ҡарт бабай морфий эскән була. Бирнәлек бер миллион франк йыйып, Илька Австрияға ҡайта һәм Зайницҡа кейәүгә сыға. Бының менән ул граф ҡатынынан үсен ала, ләкин тегеһе йырсыны ағыулап үлтерер алдынан ғәфү итә. Барон фон Зайниц та зыян күрә. Пельцерҙар уға ялған мираҫ ҡағыҙы килтерә. Уның өсөн баронды судҡа бирәләр, һәм барон үҙ титулынан мәхрүм ителә

Персонаждар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Илька Цвибуш, ҡушаматы- Эт тештәре, 17 йәштә. Урамда арфала уйнап йырлаусы ҡыҙ.
  • Цвибуш, Ильканың атаһы. Скрипкала уйнаусы ҡарт урам музыканты.
  • Тереза фон Гольдауген, граф ҡатын. Тыумыштан баронесса фон Гейленштраль. Граф Гольдаугендың ҡатыны.
  • Артур фон Зайниц, барон. Йәш һунарсы, 28 йәштә. Терезаның һөйәркәһе.
  • Сильвия фон Зайниц, Артурҙың апаһы.
  • Борис Пельцер, Сильвияның ире.
  • Марта Блаухер
  • Ҡарт һәм йәш Фрицтар (аталы-уллы). Гольдауген крәҫтиәндәре.
  • Мадмуазель Бланшар, Париждағы театр хужабикәһе.
  • Альфред Дезире, драгун
  • Адольф Бах, банкир улы.
  • Андре д’ Омарен, «Фигаро» гәзитенең репортеры, Ильканың Франция буйынса танышы.
  • Марк Луврер, оло йәштәге Париж фабриканты.

Әҫәрҙең яҙылыу тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ прозаигы А. В. Амфитеатров иҫләй: «Бер саҡ минең алдымда ул <А. П. Чехов> «Будильник» мөхәррире А. Д. Курепин менән бәхәсләшеп, барса уҡыусыларҙың да Мавр Иокай повесы тип иҫәпләйәсәк повесть яҙырға вәғәҙә бирә — һәм, Венгрия тураһында бер ни белмәһә лә, унда бер ваҡытта булмаһа ла, был бәхәстә еңеп сыға. Уның йәшлек таланты шампан шарабы кеүек мең осҡон сәсеп уйнай». «Кәрәкһеҙ еңеүҙең» яҙылыу тарихы шундай[3]. Рәсәйҙә венгр яҙыусыһы Мавр Иокай(1825—1904) әҫәрҙәре 1870-се йылдарҙың аҙағында баҫылған була. Улар «Иллюстрированный мир», «Нива» журналдарында баҫыла һәм был журналдар халыҡ араһында популырлыҡ менән файҙалана.

А. П. Чеховтың повесы тәүге тапҡыр «Будильник» журналында 1882 йылда «А. Чехонте» ҡултамғаһы менән баҫыла.

Замандаштарының фекере[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Повесть яҙыусының замандаштарына ныҡ оҡшай. Повесть персонажы Ильканы 1882 йылда Мәскәүҙә сығыш яһаған венгр йырсыһы Этелька Герстер-Гардинаға оҡшаталар[4].

Чехов ижадын тикшереүсе хәҙерге заман тәнҡитсеһе Г. А. Бялый фекеренсә: «... «Кәрәкмәгән еңеүҙә» беҙҙең алда бөтөнләй икенсе донъя: ҙур дәрәжәле кешеләр, көслө ҙур тойғолар, ҡырҡа бәрелешеүҙәр, социаль конфликттар, — хәрәкәткә һәм ваҡиғаларға бай тормош һүрәтләнгән. Сюжеттың мелодраматик элементтары һәм стиле шул тиклем повесты ныҡ тултыра, ирекһеҙҙән уның пародия характерлы булыуы тураһында уйлана башлайһың. Ләкин пародия өсөн бында карикатуралылыҡ, юрыйлыҡ, тонының ирониялығы юҡ. Пародия бында юҡ, әммә билдәле стилләштереү бар <...> һәм иң ҡыҙыҡлыһы шул: был повеста көслө кешеләр һәм затлы натуралар бар»[5].

Экранлаштырыу һәм театрҙа ҡуйылған спектаклдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Кәрәкһеҙ еңеү» повесы буйынса «Карьера уличной певички», «Ненужная победа» (1918), «Илька», «Конец рода Вунич» фильмдарына кино өсөн сценарийҙар яҙыла[6].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. А. В. Амфитеатров "Ненужная победа" "Одесские новости", 1911. 6 февраля Сайт Литература и жизнь
  2. А. П. Чехов. Повесть "Ненужная победа" 2017 йыл 11 май архивланған.
  3. сб. «Курганы», СПб., 1905, стр. 25
  4. (М. П. Чехов "Вокруг Чехова". Изд. Московский рабочий. {0}[13]{/0}} (1936)
  5. Г. А. Бялый. . В кн. «История русской литературы», т. IX, АН СССР, М. — Л., 1956, стр. 360
  6. А. П. Чехов "Ненужная победа". Иҫкәрмәләр