Лакин Капитон Михайлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лакин Капитон Михайлович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 20 март 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Вишенки[d], Суздальский район[d], Владимирский округ[d], Иванов сәнәғәт өлкәһе[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 5 сентябрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (57 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө фармаколог
Эшмәкәрлек төрө Фармакология
Эш урыны Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Уҡыу йорто Н. И. Пирогов исемендәге Рәсәй милли тикшеренеү медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Уҡыусылар Юрий Крылов[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Лакин Капитон Михайлович (20 март 1930 йыл5 сентябрь 1987 йыл) — ғалим-фармаколог. 1974—1982 йылдарҙа Н. А. Семашко исемендәге Мәскәү дәүләт медицина стоматология институты ректоры. СССР Медицина фәндәре академияһы ағза-корреспонденты (1980), медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1969). СССР Дәүләт премияһы һәм СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Владимир өлкәһенең Вишенки ауылында тыуған.

2-се Мәскәү медицина институтын тамамлай (1953). Фармакология кафедраһында эшләй.

1970 йылдан Н.А. Семашко исемендәге Мәскәү медицина стоматология институтында эшләй: 1971 йылдан алып уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, артабан — ғилми эштәр буйынса эшләй[1], ә 1974 йылдан ректор һәм бер үк ваҡытта үҙе ойошторған фармакология кафедраһы мөдире[2].

1981 йылдан СССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының уҡыу йорттары идаралығы менән етәкселек итә.

Клиник фармакология буйынса проблемалы комиссия рәйесе һәм РСФСР Һаулыҡ һаҡлау фармацияһы һәм фармакологияһы буйынса Ғилми совет рәйесе, фармакологтарҙың Бөтә Союз ғилми йәмғиәте рәйесе урынбаҫары, «Фармакология и токсикология» журналының баш мөхәррир урынбаҫары һәм «Фармакология» Ҙур медицина энциклопедияһының мөхәрририәт бүлегенең мөхәррире булып тора. КПСС ағзаһы.

Фармакология проблемалары буйынса фәнни мәктәпкә нигеҙ һалған[3]. ВАК номенклатураһы буйынса клиник фармакологияны айырым ғилми дисциплинаға айыра[4]. Уның етәкселегендә 5 докторлыҡ һәм 30-ға яҡын кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.

Плазмалы һәм күҙәнәкле гемостазды өйрәнеү буйынса СССР Дәүләт һәм СССР Министрҙар Советы премияларына лайыҡ була.

250-нән ашыу мәҡәлә авторы. Монографиялары: «Антикоагулянтные и фибринолитические средства» ( Е. И. Чазов менән авторҙашта), «Биотрансформация лекарственных средств» (Ю. Ф. Крылов менән авторҙашта) һ. б.[2].

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Мәскәүҙә Кунцево зыяратында ерләнгән[5].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]