Латынина Лариса Семёновна
Лариса Латынина | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Енесе |
ҡатын-ҡыҙ |
Тыуған ере |
Херсон, Одесса өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
[[commons:Category: Larisa Latynina Викимилектә|Аудио, фото, видео]] на Викискладе |
Латынина Лариса Семеновна (ҡыҙ фамилияһы — Дирий; 27 декабрь 1934 йыл) — СССР һәм Украина гимнаст-спортсыһы, туғыҙ тапҡыр олимпия чемпионы (1956, 1960, 1964), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1956), шәхси һәм команда ярыштарында күп тапҡыр донъя, Европа (1957-62) һәм СССР (1956-64) чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1972), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре.
2012 йылға тиклем спорт тарихында һаны буйынса иң ҙур олимпия миҙалдары коллекцияһы — 9 алтын, 5 көмөш һәм 4 бронза миҙалдарға эйә булды[1]. Латынина шулай уҡ 1957 йылдағы Европа чемпионатында бөтә алтын миҙалдарҙы яулауы менән дә билдәле.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лариса Семеновна Латынина 1934 йылдың 27 декабрендә Украина ССР-ының Херсон ҡалаһында тыуған. Атаһы — Дирий Семен Андреевич (1906—1943) Бөйөк Ватан һуғышының Сталинград алышында һәләк булан. Әсәһе — Барабаюк Пелагея Анисимовна (1902—1975), йыйыштырыусы. Лариса бала саҡтан балет тураһында хыялланан. Ҡала Халыҡ ижады йортонда хореография студияһы асылғас, әсәһе һуңғы аҡсаһына Ларисаны шунда алып бара. Студия ябылғандан һуң, ҡыҙ гимнастика менән мауығып китә. 1950 йылда беренсе разряд нормаһын үтәй һәм Украинаның уҡыусылар йыйылма командаһы составында Ҡазанда үткән бөтә союз беренселегенә эләгә. 9-сы класта сорт мастеры нормативын үтәй. 1953 йылда Лариса Херсондың 14-се мәктәбен алтын миҙалға тамамлай һәм Киев политехник институтына уҡырға инә. Братцевола үткән Бөтә союз сборында Бухареста буласаҡ Йәштәр һәм студенттарҙың бөтә донъя фестиваленә һайлап алыу һынауҙарын уңышлы үтә. Унда «Буревестник» ирекле спорт ойошмаһы (Киев) өсөн сығыш яһап, Лариса беренсе алтын миҙалдарын яулай. Артабан Физик культура институтына уҡырға күсә.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1954 йылда донъя чемпионатында СССР командаһы беренсе урынды яулай, ә Лариса Латынина (Дирий), уның составында донъя чемпионының алтын миҙалына лайыҡ була.
1956, 1960 йылдарҙа абсолют олимпия чемпионкаһы. 1956, 1960, 1964 -се йылдарҙа команда беренселегендә, 1956 -сы, 1960 -сы, 1964 -се йылдарҙа ирекле күнегеүҙәрҙә ,1956 йылда таяулы һикереүҙә еңеүсе. 1964 йылдағы абсолют беренселегендә (Вера Чаславскаяға бирешә), 1956 -сы, 1960 -сы йылдарҙа брустарҙа ярышыуҙарҙа, 1960 -сы йылда бүрәнәлә, 1964 -се йылда таяулы һикереүҙә көмөш медаль яулай . 1956 -сы йылда Олимпия уйындарында әйберҙәр менән команда күнегеүҙәрендә, 1960 -сы йылда таяулы һикереүҙә, 1964 -се йылда бүрәнәлә күнегеүҙәрендә һәм брустарҙа — бронза призеры.
1958- се, 1962 — се йылдарҙа — абсолют донъя чемпионы, 1954 — се, 1958 — се, 1962 — се йылдарҙа команда беренселегендә, 1958 -се йылда таяулы һикереүҙә һәм брустарҙа һәм 1962 -се йылда ирекле күнегеүҙәрҙә — донъя чемпионы.
1957 — се, 1961 -се йылдарҙа —абсолют Европа чемпионы. 1957 йылда ирекле күнегеүҙәрҙә, таяулы һикереүҙә, брустарҙа һәм бүрәнәлә, 1961 йылда ирекле күнегеүҙәрҙә — Европа чемпионы.
1968, 1972, 1976 йылдарҙа гимнастика буйынса СССР-ҙың олимпия командаһының тренеры була. «Олимпиада-80»-ның ойоштороу комитеты ағзаһы. «Равновесие» (1975), «Гимнастика сквозь годы» (1977) китаптар авторы.
Олимпия уйындарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Олимпия уйындары |
Абсолют беренселек |
Ирекле күнегеүҙәр | Таяулы һикереү | Брустар | Бүрәнә | Команда беренселеге |
Команда әйберҙәр менән |
---|---|---|---|---|---|---|---|
1956 Мельбурн | 4 | ||||||
1960 Рим | - | ||||||
1964 Токио | - |
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР наградалары — Ленин ордены (1957), халыҡтар Дуҫлығы ордены (1980), " «Почёт Билдәһе» (1960, 1965, 1972)өс ордены. Рәсәй Федерацияһы наградалары— II дәрәжә "«Ватан алдында ҡаҙаныштары өсөн»"ордены (2015)[2], III дәрәжә (2010)[3] һәм IVдәрәжә (2004)[4], Почёт ордены (1999)[5]. Украина наградалары —III дәрәжә княгиня Ольга ордены (2002)[6], халыҡ-ара Олимпия комитеты наградалары — көмөш Олимпия ордены[7].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ире (беренсе никахы) — Иван Ильич Латынин
- Ҡыҙы — Татьяна Ивановна Латынина (1958), «Ҡайынҡай» ансамблендә бейегән
- Кейәүе — Ростислав Вадимович Ордовский-Танаевский Бланко (1958), бизнесмен
- Ейәндәре: Константин (1981), Вадим (1994).
- Улы — Андрей (һәләк булған)
- Ире (өсөнсө никах) — Юрий Израилевич Фельдман (1938), техник фәндәр докторы, профессор, академик, электротехник фәндәре Рәсәй һәм халыҡ-ара академияһы академигы, элегерәк — ОАО "Акционер электротехник "Динамо"компанияһы " президенты, генераль директоры.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күп тапҡыр Олимпия уйындары чемпиондары исемлеге
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ В настоящее время рекорд принадлежит американскому пловцу Майклу Фелпсу — 28 олимпийских медалей, из них 23 золотые
- ↑ Указ Президента Российской Федерации № 115 от 8 марта 2015 года «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации № 87 от 21 января 2010 года "О награждении орденом «За заслуги перед Отечеством» III степени Латыниной Л. 2015 йыл 18 февраль архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации № 1604 от 27 декабря 2004 года "О награждении орденом «За заслуги перед Отечеством» IV степени Латыниной Л.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации № 1741 от 30 декабря 1999 года «О награждении государственными наградами Российской Федерации работников учреждений и организаций физической культуры и спорта» 2014 йыл 6 ғинуар архивланған.
- ↑ Указ Президента України № 1078/2002 від 29 листопада 2002 року «Про відзначення державними нагородами України чемпіонів та призёрів Олімпійських ігор, тренерів та організаторів спортивного руху» (укр.)(укр.)
- ↑ Олимпийская идея в знаках, символах, наградах 2009 йыл 13 апрель архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Латынина Лариса Семёновна Викимилектә | |
Латынина Лариса Семёновна Викияңылыҡтарҙа |
- СССР-ҙа тыуғандар
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Почёт ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- III дәрәжә княгиня Ольга ордены кавалерҙары
- Көмөш Олимпия ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастерҙары
- СССР-ҙың атҡаҙанған тренерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса спортсылар
- Спорт гимнастикаһы буйынса Олимпия чемпиондары
- СССР-ҙан Олимпия чемпиондары
- УССР гимнастары
- 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындары чемпиондары
- 1960 йылғы йәйге Олимпия уйындары чемпиондары
- 1964 йылғы йәйге Олимпия уйындары чемпиондары
- 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындарының көмөш призерҙары
- 1960 йылғы йәйге Олимпия уйындарының көмөш призерҙары
- 1964 йылғы йәйге Олимпия уйындарының көмөш призерҙары
- 1956 йылғы йәйге Олимпия уйындарының бронза призерҙары
- 1960 йылғы йәйге Олимпия уйындарының бронза призерҙары
- 1964 йылғы йәйге Олимпия уйындарының бронза призерҙары
- Спорт гимнастикаһы буйынса донъя чемпиондары
- Спорт гимнастикаһы буйынса Европа чемпиондары
- СССР-ҙың спорт гимнастикаһы буйынса тренерҙары
- 27 декабрҙә тыуғандар
- 1934 йылда тыуғандар