Ла-Амистад (халыҡ-ара парк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ла-Амистад
исп. Parque internacional La Amistad
Нигеҙләү датаһы 1988
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП МСОП II категорияһы: милли парк[d]
Дәүләт  Панама[1]
 Коста-Рика[1]
Урын Панама
Ойошма ағзаһы Кеше һәм биосфера[d]
Майҙан 4188 км²
Рәсми сайт anam.gob.pa/joomla/index…
URL биосферного заповедника ЮНЕСКО unesco.org/mabdb/br/brdi…
Карта
 Ла-Амистад Викимилектә

Ла-Амистад (исп. Parque internacional La Amistad) — Панама менән Коста-Рика сигендәге халыҡ-ара парк, тәүгеһенең ике провинцияһында һәм икенсеһенең дүрт провинцияһында урынлашҡан.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ла-Амистад паркы 1988 йылдың 6 сентябрендә барлыҡҡа килә. Парктың 5700,45 км² ҙур майҙан өлөшөн тропик ямғыр урмандары биләй, ул дәүләттәр араһында тигеҙ тиерлек бүленгән. Паркта дүрт төрлө индеецтар ҡәбиләләре йәшәгән. Уны 15 километрлыҡ буфер зонаһы уратып алған[2], унда ҡәһүә һәм һыйыр ите етештереүселәп эшләй, фермер-индеецтар йәшәй. Парктың ҙур өлөшөн тау һырттары һәм үҙе Кордильера-де-Таламанка тау һырты биләй, шуға күрә парктың иң юғары нөктәһе диңгеҙ кимәленән 3500 метр ашыу бейеклектә урынлашҡан.

Парк территорияһында кеше ауылы ҡалдыҡтары табылған, ул беҙҙең эраға тиклемге X мең йыллыҡҡа ҡарай, дөйөм алғанда, парк территорияһы аҙ өйрәнелгән[3]. Ландшафттың ҡатмарлығы менән бәйле парктың берҙән-бер етди өйрәнелеүе 2003—2008 йылдарҙа Лондон тәбиғәтте өйрәнеү музейы, Коста-Рика биотөрлөлөк институты һәм Панама Университеты менән берлектә үткәрелә. Шул саҡта Дарвин инициативаһы сиктәрендә парктың биологик төрлөлөгө өйрәнелә, экспедициялар яҡынса 7500 үҫемлектәр коллекцияһы, 17 000 ҡуңыҙҙар коллекцияһы, 380 герпетология коллекцияһын йыя. Был экспедиция ун ике үҫемлектең яңы төрөн, бер төр тиреҫ ҡуңыҙын, амфибияларҙың ун биш төрөн һәм һөйрәлеүселәрҙең өс төрөн аса.

Парк күп биологик төрлөлөккә эйә, унда Төньяҡ, шулай уҡ Көньяҡ Америка хайуандары ла осрай, атап әйткәндә, Үҙәк Американың бесәй һымаҡтарҙың бөтәһе лә бар. Парктың иң ҡыҙыҡлы һәм һирәк йәшәүселәре араһында Жоффруа коата, асыҡ муйынлы сатырлы ҡошто, ҙур ҡырмыҫҡа ашаусыны, квезалде, өс мыйыҡлы ҡыңғыраусыны, ерән арҡа саймириҙы айырып әйтергә мөмкин.

1990 йылдың апрель айында Ла-Амистад ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә[4]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Список объектов Всемирного наследия ЮНЕСКО в Панаме
  • Всемирная сеть биосферных резерватов в Латинской Америке и странах Карибского бассейна
  • Список национальных парков Коста-Рики

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 http://www.unesco.org/mabdb/br/brdir/directory/biores.asp?code=PAN+02&mode=all
  2. La Amistad International Park in Costa Rica (ингл.). Архивировано 20 сентябрь 2013 года. 2013 йыл 20 сентябрь архивланған. на сайте costaricaweb.cr
  3. La Amistad International Park: Central Region (ингл.). Архивировано из оригинала 21 октябрь 2013 года. 2013 йыл 21 октябрь архивланған. на сайте costarica-discover-it.com
  4. World Heritage Nomination — IUCN Summary — 552: La Amistad International Park and Volcan Baru National Park (Panama) (инг.) на сайте whc.unesco.org

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]