Литр

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Литр (л, l, L, ℓ) — күләм үлсәү берәмеге. Литр сәғәт, тәүлек кеүек берәмектәр менән бергә Үлсәү системаһы (СИ) берәмеге түгел, шулай ҙа Үлсәү системаһындағы (СИ) башҡа берәмектәр менән ҡулланырға була. Үлсәү системаһындағы (СИ) стандарт күләм үлсәү берәмеге — кубик метр (м³).[1]

Йөкмәткеһе

[үҙгәртергә] Литр дәүмәле

1 литр 1 кубик дицеметрға тигеҙ: 1 л = 1 дм³.

Был аныҡлау 1964 йылда үлсәм һәм үлсәү буйынса 12-се Генераль конференцияла ҡабул ителә.

Быға тиклем, 1901 йылғы үлсәм һәм үлсәү буйынса 3-сө Генераль конференция ҡарары нигеҙендә, литр нормаль атмосфера баҫымында (760 мм терекөмөш бағанаһы) һәм температурала 1 кг һыуҙың күләме тип билдәләнә. Шулай итеп, 1,000028 дм³ 1 литр тип ҡабул ителгән.

[үҙгәртергә] Һүҙҙең килеп сығышы

«Литр» һүҙе француз күләм үлсәү берәмеге, 0,831018 литрға тигеҙ булған, «литрон» (фр. litron) һүҙенән килеп сыҡҡан. Ә «литрон» һүҙе грек-латин телендәге «litra» һүҙенән килеп сыҡҡан.

[үҙгәртергә] Башҡа үлсәүҙәр менән сағыштырыу һәм ҡабатлы

1 л = 10−3 м³ = 1 дм³ (кубик дециметр) = 10³ см³ (кубик сантиметр)

Литрҙан яһалған берәмектәр — сантилитр (cl, Рәсәйҙә ҡулланылмай), миллилитр (мл, ml), микролитр, декалитр (дал, dal) һәм гектолитр (ГЛ).

1 мл = 10−3 л = 10−6 м³ = 1 см³

1 дал = 10 л = 10−2 м³

1 гектолитр = 100 л

[үҙгәртергә] Иҫкәртмәләр

  1. Bureau International des Poids et Mesures, 2006, p. 124. («Days» and «hours» are examples of other non-SI units that SI accepts.)
Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә