Луиза Рэйнер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Луиза Ингрем Рэйнер
ингл. Louise Ingram Rayner
Фотография
Тыуыу датаһы:

21 июнь 1832(1832-06-21)

Вафат булыу датаһы:

8 октябрь 1924(1924-10-08)

Подданыйлығы:

Англия Англия

Жанр:

акварель

Commons-logo.svg Commons-тағы эштәре

Луи́за И́нгрэм Рэ́йнер (ингл. Louise Ingram Rayner, 1832 йылдың 21 июнендә (Һатай), Matlock Bath ауылы, Дербишир графлығы, Англия1924 йылдың 8 октябрендә (Ҡарасай), Диңгеҙҙә Изге Леонард (ингл. St Leonards-on-Sea, Көнсығыш Сассекс, Англия) – күренекле Бөйөк Британия рәссамы. Ижад техникаһы – акварель.

Ғаилә[үҙгәртергә]

Луиза Рэйнер 1832 йылдың 21 июнендә (Һатай) Дербишир графлығында тыуған[1]. Атаһы – Самюэль Рэйнер, әсәһе – Анна Рэйнер (Мансер), улар икеһе лә күренекле рәссам: Самюэль 15 йәшендә Король Академияһы күргәҙмәһендә ҡатнашҡан. Луизаның дүрт апаһы һәм ағаһы ла рәссам булған. 1842 йылға тиклем Рэйнер ғаиләһе тыуған ауылында йәшәй, һуңыраҡ Лондонға күсенә.

Һынлы сәнғәтте өйрәнеү[үҙгәртергә]

15 йәшендә Луиза атаһы ярҙамы менән һынлы сәғәтте өйрәнә башлай. Атаһынан тыш, Луизаға Джордж Каттермоль, Эдмунд Ниманн, Дэвид Робертс, Фрэнк Стоун (ингл. George Cattermole, Edmund Niemann, David Roberts, Frank Stone; барыһы ла ғаилә дуҫтары һәм рәссамдар) һынлы сәнғәтте өйрәнергә ярҙам итә. Күргәҙмәлә ҡатнашҡан иң беренсе һүрәте – "Хэддон ғибәҙәтханаһы интерьеры" (ингл. The Interior of Haddon Chapel, 1852 йылғы Король Академияһы Күргәҙмәһе)

Акварель техникаһы[үҙгәртергә]

1860 йылда Луиза Райнер акварель техникаһын ҡуллана башлай. Был техникала ижад ителгән әҫәрҙәре Ҡатын-Ҡыҙ Рәссамдары Йәмғиәте (ингл. Society of Lady Artists), Король Академияһы, Король Акварель Йәмғиәте (ингл. Royal Watercolour Society), Британия Рәссамдары Король Йәмғиәте (ингл. the Royal Society of British Artists) һәм башҡа ойошмалар күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Simon Fenwick, ‘Rayner, Samuel (1806–1879)’, Oxford Dictionary of National Biography, Oxford University Press, 2004 accessed 14 Feb 2011