Луис Альберто Спинетта

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Луис Альберто Спинетта
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Аргентина
Тыуған көнө 23 ғинуар 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1]
Тыуған урыны Буэнос-Айрес, Аргентина
Вафат булған көнө 8 февраль 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[2][1] (62 йәш)
Вафат булған урыны Буэнос-Айрес, Аргентина
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе үпкә рагы[d]
Ерләнгән урыны Ла-Плата[d][3]
Бер туғандары Gustavo Spinetta[d]
Балалары Vera Spinetta[d] һәм Dante Spinetta[d]
Һөнәр төрө композитор, йырсы, гитарасы, йырҙар авторы, музыкант, шағир, студийный музыкант
Йырсы тауышы тенор[d]
Музыка ҡоралы гитара һәм вокал[d]
Дискография Luis Alberto Spinetta discography[d]
Ойошма ағзаһы Almendra[d], Spinetta Jade[d], Invisible[d], Pescado Rabioso[d], Banda Spinetta[d] һәм Spinetta y los Socios del Desierto[d]
Жанр Рок
Рәсми сайт luisalbertospinetta.com
Защитник авторских прав SADAIC[d][4]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 445 000 ± 999[5]
 Луис Альберто Спинетта Викимилектә

Луис Альберто Спинетта (Luis Alberto Spinetta; 23 ғинуар 1950 йыл — 8 февраль 2012 йыл)[6], шулай уҡ El Flaco исеме аҫтында билдәле — Аргентина йырсыһы, музыкант, композитор һәм шағир, аргентин рок-музыкаһының иң абруйлы вәкилдәренең береһе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Луис Альберто Спинетта 1950 йылдың 23 ғинуарында Буэнос-Айрестың Бельграно районында тыуған. Уның атаһы танго жанрында үҙешмәкәр йырсы була. Луис Альберто бала саҡтан музыка менән мауыға һәм 12 йәшендә милли йыр конкусында ҡатнаша һәм финалға һайланып ала. Ошо уҡ ваҡытта ул гитарала уйнарға өйрәнә башлай. Урта мәктәптә Луис Альберто Эмилио дель Гарсило менән таныша, улар бик яҡын дуҫтар һәм фекерҙәштәр булып китә. Бергәләп улар музыкаль коллектив ойошторалар. .

Almendra[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Almendra төркөмө. Һулдан өсөнсө Спинетта

1967 йылда Альберто Спинетта синыфташтары Эмилио дель Герсио (бас-гитара һәм вокал), Эдельмиро Молинари (гитара һәм вокал) һәм Родольфо Гарсия (һуҡма) менән берлектә Almendra рок-төркөм ойошторалар. 1969 йылдың декабрь айында төркөмдөң Almendra исеме аҫтында тәүге альбомы сыға, альбом халыҡта бик популяр була һәм хатта хәҙер ҙә Аргентина рогы тарихында иң яҡшыларҙың береһе тип һанала. 1970 йылдың аҙағында ҡатнашыусылар араһындағы килешмәүсәнлек арҡаһында төркөм тарҡала, шулай ҙа Almendra II альбомын сығарыуға өлгәшәләр. Һуңғы концерттарҙың береһендә 10 000 тамашасы йыйыла. Төркөм тарҡалышҡандан һуң музыканттар үҙҙәренең проекттарын башлайҙар: Эдельмиро Молинари Color Humano-ны булдыра, Эмилио дель Гарсио һәм Родольфо Гарсия Аquelarre-ла берләшәләр, ә Спинетта Францияға сығып китә.

Pescado Rabioso[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тыуған иленә ҡайтҡас, Спинетта Spinettalandia y amigos sus (1971) соло альбомын яҙҙыра, шунан һуң pescado rabioso блюз-рок төркөмөн ойоштора, унда бас-гитарасы Освальдо Фрассино, ударник Блэк Амая һәм клавишасы Карлос Кутаия инәләр. Фрассиноны һуңынан Давид Лебон алмаштыра. 1972 йылда төркөм Desatormentándonos исемле тәүге альбомын сығара һәм шул уҡ йылдың ноябрендә ике дискылы Pescado 2-ны сығара, яҙма 1973 йылдың ғинуарынан һатыуға сығарыла. Бынан һуң төркөм тарҡала, әммә Спинетта ағаһы һәм дуҫтары менән төркөм исеме аҫтында тағы ла бер альбом яҙҙыра — Artaud (1973), унда Pescado Rabioso өсөн яҙылған йырҙар инә. Диск Спинеттаның кумиры Антонен Арто хөрмәтенә исем ала, ул булған.

Invisible[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1973 йыл аҙағында Спинетта Карлос Альберто һәм Эктон менән берлектә яңы invisible төркөмөн ойоштора. Төркөм өс альбомын сығара: Invisible (1974), Durazno sangrando (1975) һәм dEl jardín de los presentes (1976), әммәәлеге төркөм киң танылыу ала алмай. 1976 йылдың декабрендә Luna Park стадионында ике хушлашыу концерты үтә.

Banda Spinetta, Almendra и Spinetta Jade[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Спинетта 1977 йылда

1977 йылда Спинетта бер нисә музыкант менән Banda Spinetta коллективында берләшә, яңы диск яҙҙыра джаз-фьюжн стилендәге A 18’ del sol исемле яңы диск яҙҙыра.

Тенниссы Гильермо Вилас ярҙамында Луис Альберто Спинетта 1979 йылда АҠШ-ҡа күсеп китә, унда Америка музыканттары менән бергә инглиз телендә берҙән-бер Only Love Can Sustain альбомын яҙҙыра. Диск коммерция характерында була һәм уның стиленә тап килмәй. Шул уҡ йылда Almendra төркөмө ҡабаттан берләшә һәм El Valle Interior (1980) яңы студия дискын яҙҙырып, ике яҡлы Almendra en Obras (1980) концерт альбомын сығара. Ошо уҡ ваҡытта параллель рәүештә 1980 йылда Спинетта клавишсылар Диего Рапопорт һәм Хуан дель Баррио, басист Бето Сатраньи һәм һуҡмасы Эктор «Помо» Лоренсо менән Spinetta Jade исемле яңы төркөм булдыра. Уның дебюты 1980 йылдың 3 майында Obras Sanitarias стадионында үтә. Сентябрҙә Spinetta Jade Чарли Гарсия төркөмө менән (Serú Girán) бергәләп концерт бирәләр, әлеге концертты журналистар йыл ваҡиғаһы тип атайҙар. Spinetta Jade дүрт студия альбомын яҙҙыра: Alma de diamante (1980), Los niños que escriben en el cielo (1981), Bajo Belgrano (1983) һәм Madre en años luz (1984), джаз стиле синтипопҡа тиклем яйлап үҙгәртелә бара. 1985 йылда төркөм тарҡала.

Ошо уҡ ваҡытта Спинетта ике соло альбомын сығара: Kamikaze (1982) һәм Mondo di cromo (1983)..

1980 йылдарҙағы яңғыҙ сығыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1986 йылда Спинеттаның Privé соло альбомы сыға, унда шулай уҡ Чарли Гарсия һәм Леон Хьеко менән берлектә яҙҙырылған йырҙар ҙа инә. Шул уҡ йылда һатыуға Луис Альберто Спинеттның һәм Фито Паэсаның берлектәге La la la исеме аҫтында дискы сыға, уны тамашасылар һәм тәнҡитселәр бик яҡшы ҡабул итәләр. 1988 йылда музыкант Téster de violencia яңы альбомын яҙҙыра, әлеге альбом үҙ заманаһы өсөн иң яҡшы концептуаль һәм Clarín гәзите версияһы буйынса иң яҡшы йыл альбомы итеп таныла. 1989 йылда Спинеттаның Don Lucero исемле яңы дискы донъя күрә, ул да йыл дискы тип таныла. ,1990 йылда йырсының тәүге концерт альбомы сыға (Exactas), ул билдәле Аргентина музыканттары ҡатнашлығында Буэнос-Айрес университетында яҙҙырыла.

Артабанғы альбомы (Pelusón of milk, 1991) тағы ла Аргентинала йылдың иң яҡшы альбомы тип таныла.

Spinetta y los Socios del Desierto[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1994 йылда Спинетта «Һоро ялҡын» фильмына саундрек яҙҙыра, шунан уҡ яңы Spinetta y los Socios del Desierto проекты өҫтөндә эшләй башлай, уға шулай уҡ Даниэль Вирц (һуҡма) һәм Марсело Торрес (бас ҡушылалар. Төркөм Аргентина буйлап турне үткәрә, һуңғы концерттары Опера театрында уҙғарыла, ул йылдың иң яҡшы шоуы тип таныла.

1996 йылдың мартында Спинетта Parque Tres de Febrero (инг.)баш.бушлай концерт бирә.

1997 йылда оҙаҡ бәхәстәрҙән һуң ике яҡлы Spinetta y los Socios del Desierto донъя күрә, унда элек тере тауыш менән башҡарылған йырҙар индерелә. Диск тиҙ арала Аргентина чартарында киң популярлыҡ яулай. Шул уҡ йылда Спинетта MTV Unplugged программаһында ҡатнаша.

Шулай уҡ был төркөм менән бергә Спинетта San Cristoforo (1998) концерт һәм Los ojos (1999) студия альбомдарын яҙҙыра.

2000 йылдарҙағы яңғыҙ сығыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2000 йылдарҙа Луис Альберто Спинетта ҡабаттан соло сығыштарға ҡайта. 2001 йылда уның Silver Sorgo альбомы сыға, ә 2003 йылда — Para árboles los. 2006 йылда музыкант яңы Pan дискында Spinetta Jade яңғырашына әйләнеп ҡайта. 2008-Спинетта Un mañana-ны яҙҙыра, альбом йылдың иң яҡшы альбомы тип таныла.

2009 йылдың 23 октябрендә йырсы Чарли Гарсия концертында ҡатнаша (Spinetta / García уртаҡ проекты сиктәрендә).

н 2009 йылдың 4 декабрендә Буэнос-Айрестағы Велес Сарсфилд стадионында ҙур концерт бирә, ул биш сәғәт ярым дауамында бара. Концертта Спинетт ҡырҡ йыллыҡ карьераһында хеҙмәттәшлек иткән бөтә коллективтар һәм башҡарыусылар менән бергә сығыш яһай. 2010 йылдың 4 декабрендә концерт DVD-ла сыға.

Ауырыуы һәм вафаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2011 йылдың уртаһында Спинеттала үпкә рагы табыла, ошо ауырыу арҡаһында музыкант2012 йылдың 8 февралендә вафат була[6].

Дискография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Almendra[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Almendra (1969)
  • Almendra II (1970)
  • El Valle Interior (1980)
  • Almendra en Obras I/II (1980, концертный)

Pescado Rabioso[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Desatormentándonos (1972)
  • Pescado II (1973)
  • Artaud (1973)

Invisible[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Estado de coma (1974, SP)
  • Invisible (1974)
  • La llave de Mandala (1974, SP)
  • Viejos ratones del tiempo (1974, SP)
  • Durazno Sangrando (1975)
  • El Jardín de los Presentes (1976)

Spinetta Jade[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Alma de Diamante (1980)
  • Los Niños Que Escriben En El Cielo (1981)
  • Bajo Belgrano (1983)
  • Madre en Años Luz (1984)

Spinetta Y Los Socios Del Desierto[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Socios del Desierto (1996)
  • San Cristóforo (1998, концертный)
  • Los Ojos (1999)

Сольные альбомы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Spinettalandia y Sus Amigos — La Búsqueda de la Estrella (1971)
  • Artaud (1973, выпущен как альбом Pescado Rabioso)
  • A 18’ del Sol (1977)
  • Only Love Can Sustain (1979)
  • Kamikaze (1982)
  • Mondo Di Cromo (1982)
  • Privé (1986)
  • La La La (1986, с Фито Паэсом)
  • Téster de Violencia (1988)
  • Don Lucero (1989)
  • Exactas (1990, концертный)
  • Pelusón Of Milk (1991)
  • Fuego Gris (1993, саундтрек)
  • Estrelicia (1997, MTV Unplugged)
  • San Cristóforo: Un Sauna de Lava Eléctrico (1998, концертный)
  • Elija y Gane (1999, сборник лучших хитов)
  • Silver Sorgo (2001)
  • Argentina Sorgo Films Presenta: Spinetta Obras (2002)
  • Para los Árboles (2003)
  • Camalotus (2004)
  • Pan (2006)
  • Un Mañana (2008)
  • Spinetta y las Bandas Eternas (2010, концертный)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Luis Alberto Spinetta // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  2. Luis Alberto Spinetta dies at 62
  3. https://www.lanacion.com.ar/espectaculos/el-lugar-donde-arrojaron-las-cenizas-de-luis-alberto-spinetta-nid1449078/
  4. (unspecified title) (ингл.)
  5. (unspecified title)
  6. 6,0 6,1 Falleció Luis Alberto Spinetta (исп.). Clarín.com (8 февраль 2012). Дата обращения: 9 февраль 2012. Архивировано 2 сентябрь 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]