Лукьянов Виктор Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лукьянов Виктор Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1932
Тыуған урыны Воронеж өлкәһе
Вафат булған көнө 1991
Вафат булған урыны Мәскәү
Һөнәр төрө инженер
Уҡыу йорто Томск политехник университеты
Хәрби звание генерал-майор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены СССР дәүләт премияһы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Лукьянов Виктор Андреевич (1932 йыл1991 йыл) — СССР хәрби-сәнәғәт эшмәкәре һәм инженер, ракета комплекстарының ер өҫтө ҡорамалдарын һынау өлкәһендә белгес, генерал-майор (1983). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1991, үлгәндән һуң)

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Виктор Андреевич Лукьянов 1932 йылдың 21 июлендә Воронеж өлкәһенең Хреново ауылында, крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

1949 йылдан 1953 йылға тиклем С.М. Киров исемендәге Томск политехник институтында уҡый, һәм 1953 йылда Ф. Э. Дзержинский исемендәге Хәрби артиллерия инженер академияһының реактив ҡоралланыу факультетына уҡырга күсерелә, уны 1954 йылда инженер-механик һөнәре алып тамамлай. 1954 йылдан СССР Оборона министрлығының Хәрби вәкиллеге системаһында хеҙмәт итә. 1954 йылдан 1957 йылга тиклем — Новокраматор машина төҙөү заводында хәрби вәкил ярдҙамсыһы. 1957 йылдан 1960 йылға тиклем — Харьков транспорт машина төҙөү заводының хәрби вәкиле, һәм танк күперҙәрен төҙөүҙә, һынауҙарҙа һәм ҡоралландырыуҙа ҡатнаша[1][2][3].

1960 йылдан алып 1991 тиклем СССР Оборона министрлығының ракета ҡоралдары Баш идаралығының үҙәк аппаратында ғилми-тикшеренеү эшендә бүлектең өлкән офицеры, бүлек башлығы етәксеһе урынбаҫары һәм етәксеһе, ракета комплекстарының ер өҫтө ҡорамалдарын һынау идараһы башлығы урынбаҫары һәм башлығы вазифаларында. В. А. Лукьянов СССР Оборона министрлығының заказдары һәм махсуслаштырылған оборона предприятиеләры өсөн старт ракета комплекстарын етештереү буйынса тәҗрибә-конструкторлыҡ эшләренә бәйле мәсьәләләр менән кураторлык итә[1][2][3].

1991 йылда КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы ҡарары менән «Юғары энергетик эре габаритлы ҡаты яғыулыҡ двигатель ҡоролмаларын эшләү һәм серияле производствоға индереүе өсөн» В. А. Лукьянов «үлгәндән һуң» СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була[1][3].

1991 йылдың 3 февралендә Мәскәүҙә вафат була, Троекуроо зыяратында ерләнә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Премиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Лукьянов, Виктор Андреевич. Дата обращения: 12 апрель 2021.
  2. 2,0 2,1 2,2 Энциклопедия Ракетных войск стратегического назначения / М-во обороны Российской Федерации ; под общ. ред. Соловцова Николая Евгеньевича. - Москва : РВСН ; Белгород : Белгородская обл. тип., 2009. — 859 с. — ISBN 978-5-86295-200-1
  3. 3,0 3,1 3,2 Лукьянов, Виктор Андреевич. Дата обращения: 12 апрель 2021.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Военный энциклопедический словарь / Редкол.: А. П. Горкин [и др.]. - М. : Большая рос. энцикл.; РИПОЛ КЛАССИК, 2002. - 1663 с. — ISBN 5-85270-219-6
  • Военный энциклопедический словарь ракетных войск стратегического назначения / Министерство обороны РФ; Гл. ред.: И. Д. Сергеев, В. Н. Яковлев, Н. Е. Соловцов. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1999. — 632 с. — 8500 экз. — ISBN 5-85270-315-X.
  • Энциклопедия Ракетных войск стратегического назначения / М-во обороны Российской Федерации ; под общ. ред. Соловцова Николая Евгеньевича. - Москва : РВСН ; Белгород : Белгородская обл. тип., 2009. — 859 с. — ISBN 978-5-86295-200-1