Любляна үҙәк баҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Люблянский центральный рынок
слов. Osrednja ljubljanska tržnica
Ил Словения Словения
Урыны Любляна
Архитектор Йоже Плечник
Төҙөлөшө 19401942 йылдар

1942

Люблян үҙәк баҙары (слов. Osrednja ljubljanska tržnica), икенсе исеме ― Плечник баҙары (слов. Plečnikova tržnica) — баҙар, Словенияның баш ҡалаһы Люблянда урынлашҡан. Баҙар бинаһы архитектор Йоже Плечник тарафынан 1931 һәм 1939 йылдар араһында проектлана[1]. Баҙар Өслө һәм Аждаһалар күперҙәре араһында, Любляница йылғаһының уң ярында төҙөлгән. Шулай уҡ баҙар өлөшләтә Адамич-Лундер яр буйында һәм Погачар һәм Водник майҙандарында урынлашҡан.

Баҙарҙың төп бинаһы классицизм элементтары менән неоренессанс стилендә төҙөлгән.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1895 йылғы ер тетрәү һөҙөмтәһендә ҡыҙҙар өсөн епархия коллегияһы менән иҫке монастырь емерелә. Зыян күргән бина һүтелгәндән һуң, Водник майҙанында асыҡ баҙар эшләй башлай.

Төп бинаны Йоже Плечник 1931—1939 йылдарҙа проектлай һәм ул 1940—1942 Матко Цурк тарафынан төҙөлә[2][3]. Башта баҙар майҙаны 1876 квадрат метр тәшкил итә[2].

Баҙар бинаһы стилендә Яңырыу осоро архитектураһы йоғонтоһо һиҙелә. Бинаның йылғаға ҡараған тәҙрәләре ҙур ярым түңәрәк рәүештә эшләнгән, ә майҙан яғында колоннада бар[4]. Шулай уҡ баҙар бинаһында айырыуса лоджия күҙ яуын алып тора, улар антик стилдә башҡарылған[5]. Бинаның ҡыйығы черепица ябыу материалы менән ҡапланған.

Йоже Плечник баҙарҙың ике бинаһы араһындағы араны монументаль ябыҡ күпер менән тоташтырырға ниәтләй, әлеге күпер Петковшек яр буйына тиклем һуҙылырға тейеш була, әммә был күпер төҙөлмәй ҡала[6]. Плечниктың күпергә ҡарата пландары 2010 йылдың июлендә, Мясницкий күпер проектланып төҙөлгәндән һуң ғына, генә тулыһынса тормошҡа ашырыла.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Баҙар аҙнаның йәкшәмбе көнөнән башҡа бөтә көндәрендә лә асыҡ. Погачар майҙаны һәм Водник майҙаны киҫешкән урында сәскә баҙары урынлашҡан; төп бинаның аҫҡы ҡатында — балыҡ баҙары, ә өҫкө ҡатында икмәкханалар, һөт һәм ит кибеттәре урынлашҡан[7].

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1.  
  2. 2,0 2,1 Kaj je novega  (словен.) (15 April 1942), стр. 3.
  3. 8822: Ljubljana - Plečnikove tržnice (словен.). Register nepremične kulturne dediščine [Registry of Immovable Cultural Heritage]. Ministrstvo za kulturo Republike Slovenije. Дата обращения: 20 июнь 2012.
  4. Ljubljana Tourism 2020 йыл 30 июнь архивланған., retrieved 5 October 2010
  5. Peter Krečič: Plečnik’s Ljubljana, www.plecnik.net(недоступная ссылка), retrieved 6 October 2010
  6. The Butchers' Bridge Completes the 100-Year-Old Ljubljana Market Plans, Slovenian Press Agency (10 July 2010). 2012 йыл 10 март архивланған.
  7. MOL Rebuts the Decree on the Protection of the Market. MOL izpodbija odlok o zaščiti tržnice  (словен.), MMC RTV Slovenija, RTV Slovenija (20 June 2012).