Ләмәҙ-Тамаҡ (мәктәп)

Википедия – ирекле энциклопедия

Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбе. Мәктәптең тарихы XIX быуат аҙағында Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында булған мәҙрәсәнән башлана. XX быуат башында ике баҫҡыслы мәктәп булып үҙгәртелә. 1935 йылдан тулы булмаған урта мәктәп, 1938 йылдан урта мәктәп. 1960 - сы йылдарға тиклем Мәсетле районының 30 - лап ауылдың балалары уҡырға йөрөгән. Бөгөнгө көндә (2006) мәктәпкә Ләмәҙ-Тамаҡ, Ҡотош, Һөләймән, Һабанаҡ ауылдарынан балалар уҡырға йөрөй.

1935 йылдан 2005 йылға тиклем арауыҡта Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбен 1860 кеше тамамлаған һәм урта белем тураһында таныҡлыҡ алған.

Мәктәп директорҙары.

Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбе уҡытыусылары исемлеге

Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбендә уҡыусылар һәм уны тамамлаусылар исемлеге

Ләмәҙ-Тамаҡ урта мәктәбе тураһында хәтирәләр

[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  • Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 2000.