Магон Баркид

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Магон
Тыуған урыны

Карфаген

Үлгән ваҡыты

б. э. т. 203({{padleft:-203|4|0}})

Вафат урыны

Урта диңгеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Карфаген

Командалыҡ итеү

Икенсе Пунич һуғышында карфоген ғәскәре

Хәрби алыш/һуғыш

Тицин янында алыш,
Треббий янында алыш,
Тразимен күле янында алыш,
Канн алышы,
Бекул ышы

Связи

Гамилькар Барка, Ганнибал,Гасдрубал Баркид

Магон (беҙҙең эраға тиклем 203 йылда вафат булған) — карфаген полководецы, ул Амилка Баркиҙың кесе улы, Ганнибалдың ағаһы. Ул икенсе Пуник һуғышында ҙур роль уйнаған полководец булған. Магон беҙҙең эраға тиклемге 218—216 йылдарҙа Ганнибал командалығы аҫтында римлеләргә ҡаршы Требийҙәге һәм Канн һуғыштарында ҡатнашҡан. 215—206 йылдарҙа ул етәкләгән карфаген ғәскәре Испанияла берсә дошмандарын еңеп, берсә еңелеп һуғышҡан. Б.э.т 212 йылда уның ғәскәре ағалы-ҡустылы Сципиондарҙы тармар иткән, тик б.э.т. 206 йылда уларҙың береһенең Публий тигән улынан Илип тигән урында тамам еңелгән һәм, Ганнибал армияһына барып ҡушылырға уйлап, Лигурияға сигенергә мәжбүр булған. Магон етәкселегендәге ғәскәр Галлияны аша сыға алмаған. Һуңғы бәрелештәренең береһендә алған ҡаты яраһынан Магон терелә алмай, вафат булған.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығышы, балалыҡ һәм йәшлек йылдары.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Магондың атаһы Гамилькар Барка карфаген аристократы булған һәм үҙенең нәҫеле иҫәбен Карфагенға нигеҙ һалыусы Элиссанан башлаған. Магон Гамилькарҙың иң кесе, өсөнсө улы булған. Уның бала сағы тураһында башҡа иҫтәлектәр тарихта һаҡланмаған. Әммә шуныһы билдәле: Карфаген законында балаларҙы эллиндәрсә уҡытыу ҡәтғи тыйылған булһа ла, Гамилькар үҙенең улдарын эллин рухында тәрбиәләп уҡытҡан, ул үҙенең улдарында Римгә һәм римлеләргә еңелмәҫ арыҫландарға хас көслө нәфрәт тәрбиәләп үҫтергән. Лисса[1][2].

Магон Гамилькарҙың Сицилияла римлеләргә ҡаршы Беренсе Пуник һуғышының һуңғы этабын алып барған саҡта тыуған. Б.э.т. 241 йылда Гамилькар, Рим менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөгәс һәм ялланған һуғышсыларҙың Бөйөк ихтилалын еңгәс, Испанияға, был илде еңеп алырға тип, походҡа сыҡҡан. Тарихта билдәле булыуынса, был походта уның менән Ганнибал исемле улы ла ҡатнашҡан. Б.э.т. 228 йылда Гамилькар үлә, ул ваҡытта уның икенсе улы Гасдрубал да Испанияла булған. Магондын ҡайһы йылда ағайҙарына ҡушылыуы билдәле түгел, ләкин Полибий Магонды " бәләкәй сағынан уҡ хәрби эшкә өйрәтелгән " икәнен атап үткән.

Ганнибалдың ғәскәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Магон беренсе тапҡыр айырым сығанаҡтарҙа б.э.т.218 йылдан башлап иҫкә алына: был йылда ағаһы Ганнибал армияһында ул Испаниянан Италияға һуғышҡа килә. (уртансы ағаһы Гасдрубал Испанияла ҡала). Атлылар менән етәкселек иткән Магон ағаһы Ганнибалдың ҡушҡан иң мөһим эштәрен атҡарып сыҡҡан.

Карфагенлылар Роданға барып еткәндә ҡаршы ярҙы һаҡлап торған галлдарҙы күреп ҡалғандар. Магон үҙенең атлылары менән, йылғаның башланған яғына барып, йылғаны кисеп сыҡҡан һәм дошмандарҙың тылына һиҙҙермәйсә генә килеп, галлдарҙың лагерен баҫып алған.(Әммә ҡайһы бер сығанаҡтарҙа быны Магон түгел, ә Бомилькарҙың улы Ганнон эшләгән тип тә күрһәтәләр). Был уңыш карфагенлыларҙың төп көстәренә икенсе ярға сығыуҙа ҙур ярҙам булған.

Б.э.т. 218 йылдың ноябрендә Альп тауҙарын аша сығып, Тициан янында еңеү яулаған Магон үҙенең атлыларын Плаценцияға табан алып киткән. Целий Антипатр әйтеүенсә, Магон үҙенең атлылары һәм иберия пехотаһы менән Пад йылғаһын, аттарҙы йөҙҙөрөп, кисеп сыҡҡан. Ливий әйтеүе буйынса был башҡа һыймаҫлыҡ хәл тип һаналған, сөнки Пад йылғаһының ағымы бик шәп, шуға күрә уны йөҙөп сығыу мөмкин булмаған хәл тип иҫәпләнгән. Б.э.т.218 йылдың декабре урталарында) Магон етәкләгән меңгә яҡын нумийҙәрҙең атлылары һәм меңгә яҡын пехотинецтары Треббий алышы алдынан Пад йылғаһы менән карфаген лагеры араһында засадаға урынлашҡан. Рим армияһын карфаген армияһы Пад йылғаһының көнбайыш ярына ҡыҫырыҡлағас, Магон үҙенең засадала торған барлыҡ көстәре менән рим пехотаһының тылына һөжүм итеп, үҙҙәренең ғәскәренә еңеү яулатҡан. Был алышта уның дошмандары егерме меңгә яҡын һуғышсыһын юғалтҡан. Плацентация[3]

Б.э.т. 217 йылда карфаген армияһы, бик ҙур ҡыйынлыҡтар кисереп, кеше үтә алмаҫлыҡ һаҙлыҡтар аша Галлиянан Этрурияға күскән. Магон етәкләгән нумидийҙарҙың барлыҡ атлылары үҙҙәренән еңелгән, карфагенлылар яғына көсләп ҡушылғанлыҡтан бунт яһамаһындар былар тип, ышанысһыҙ галлдар сафтары артынан күҙ ҙә алмай күҙәтеп барғандар. Полибий әйтеүенсә, тик ныҡ күҙәтеү аҫтында булыу ғына карфагенлыларға галлдарҙы йүгәнлекләп тоторға мөмкинлек биргән.

Б.э.т. 217 йылда Тразимен күле янындағы алышта карфагенлылар римлеләрҙы иң тәүге ҙур, етди уңышһыҙлыҡҡа дусар итәләр. Был турала тарихта әллә ниндәй ҙур иҫтәлектәр ҡалмаған, тик Полибий ғына һуғыштан һуң:"Ганнибал үҙенең ҡустылары һәм дуҫтары менән артабан нисек һуғышыу тураһында план ҡорған",- тип яҙып ҡалдырған.

Киләһе йылда Канндағы алышта Магон карфаген армияһы командующийҙарының береһе булып торған. Полибий һәм Ливий әйтеүҙәре буйынса, ул алыш ваҡытында төп ударҙы үҙенә алған пехота менән армияның иң уртаһында үҙенең көстәренән күпкә көслөрәк дошманға ҡаршы карфаген атлыларының көстәре римлеләрҙең тылына һөжүм иткәнсе, дошманға бирешмәйсә, һуғышҡан. Аллан әйтеүенсә, Магон уртала түгел, армияның уң ҡанатында дошманға ҡаршы торған. Был алышта еңгәндән һуң, Магон үҙ ғәскәренең бер аҙ өлөшө менән Самния һәм Бруттия ҡалаларын һуғышта еңелгән римлеләрҙән ҡабул итеп алған.

Карфагендағы осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Канндағы еңеүҙән һуң Ганнибал үҙенең ҡустыһы Магонды, карфагенлыларҙың был ҙур еңеүе тураһында хәбәр итергә һәм был еңеүҙе нығытыу өсөн яңы көстәр тупларға тип, Карфагенға ебәргән.

Үҙ һүҙҙәренең дөрөҫлөгөн раҫлап, Магон Карфаген хөкүмәтендә ултырыусылар алдына һуғышта еңелгән Рим һыбайлыларынан һәм сенаторҙарынаң тартып алынған балдаҡтарҙы ергә һибергә бойорған. Флор әйтеүенсә, ул балдаҡтарҙың күләме ике модия күләмле булған, ә икенселәрҙең әйтеүенсә хатта өс ярым тапҡырлы күләмдә булған. Шул рәүешле карфаген армияһының еңеүен дәлилләп, ул хөкүмәт башлыҡтарынан Италиға ҡаршы һуғышҡан карфаген армияһы өсөн яңы көстәр, ҡоралдар, аҙыҡ-түлек, аҡса һораған.

Баркиҙарҙың һәр ваҡыттағы дошманы булған Бөйөк Ганнон Магондың хәбәрен нигеҙһеҙ тип атаған, ләкин карфаген халҡы үҙ армияһының еңеүен ҙур алҡыштар, ҙур шатлыҡ менән ҡабул иткән. Шунлыҡтан Ганнибал армияһын нығытыр өсөн, Ганнибалға бик күп аҡса, ҡырҡ баш фил, дүрт мең нумидийҙәр атлылары, шулай уҡ Испаниянан егерме мең пехота һалдаттары һәм дүрт мең атлы кавалеристар ебәрергә ҡарар итәләр.

Киләһе йылда Африкала Магондың ҡул аҫтында 12 мең пехота һалдаты, мең ярым кавалерист, егерме фил һәм мең талант көмөш аҡса була. Ул был байлыҡты бик ныҡ һаҡ аҫтында, алтмыш хәрби караптары һағында, Италияға ебәрергә йөрөгән саҡғында, Испаниялағы Гасдрубал ағаһынан күп кенә испан ҡәбиләләренең Рим яғына күсеп сығыуҙары һәм армияһының еңелеүе тураһында хәбәр ала. Карфаген сенаты Магонды тиҙерәк ул йыйған көстәр менән Испанияға ебәреү тураһында ҡарар ҡабул итә.

Испания: Сципион ағалы-ҡустылары менән һуғыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]