Майстренко Татьяна Григорьевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Майстренко Татьяна Григорьевна
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 12 июль 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Шишмә, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө иҡтисадсы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Майстренко Татьяна Григорьевна (12 июль 1953 йыл) — иҡтисадсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалеры (2002). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009), Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника буйынса дәүләт премияһы лауреаты (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Татьяна Григорьевна Майстренко 1953 йылдың 12 июлендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Шишмә эшселәр ҡасабаһында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң юғары белем алыу теләге Башҡортостан ауыл хужалығы институтына алып килә. Уны 1976 йылда тамамлай һәм хеҙмәт юлын Өфө районының «Сельхозтехника» район берекмәһендә башлай. 1977 йылда «Өфө» совхозында эшләй. 1978 йылда өлкән иҡтисадсы була. 1990 йылдан «Алексеевский» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында тәүҙә иҡтисадсы булып эшләй, өс йылдан һуң коммерция бүлеге начальнигы була. 1998 йылдан яңы технологиялар һәм ҡорамалдарҙы индереү буйынса бүлек мөдире. Ике йылдан һуң яңы технологиялар индереү буйынса баш белгес.

Ғилми эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Т. Г. Майстеренко ҡатнашлығында технологияға һаҡланған тупраҡ шарттарында йәшелсәләрҙең уңышын күтәреү өсөн йыл буйына иңкештәрҙе үрсетеү технологияһы эшләнә һәм производствоға индерелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996)
«Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалеры (2002)
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2009)
Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника буйынса дәүләт премияһы лауреаты (2003).

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]