Эстәлеккә күсергә

Марлон Брандо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Марлон Брандо
Marlon Brando
Карла ван Вехтен фотоһы, 27 декабрь 1948 йыл.
Карла ван Вехтен фотоһы, 27 декабрь 1948 йыл.
Тыуған көнө

3 апрель 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны

АҠШ, Небраска штаты, Омаха

Вафат булған көнө

1 июль 2004({{padleft:2004|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (80 йәш)

Вафат булған урыны

АҠШ, Калифорния штаты,Лос-Анджелес ҡалаһы

Ил

 Америка Ҡушма Штаттары

Эшмәкәрлеге

актёр, кинорежиссёр

Тормош иптәше

Анна Кашфи[d][1], Мовита Кастанеда[d][1] һәм Тарита Териипия[d]

Наградалары һәм премиялары

«Оскар» (1955, 1973)
«Алтын глобус» (1955, 1973) BAFTA (1953, 1954, 1955) Канн фестиваленең (1952йылғы) иң яҡшы ирҙәр роле өсөн призы )

Автограф

 Марлон Брандо Викимилектә

Ма́рлон Бра́ндо[2][3] йәки Марло́н Брандо́[4] (ингл. Marlon Brando; 3 апрель 1924 йыл, Омаха — 1 июль 2004 йыл, Лос-Анджелес) — Американың кино һәм телевидение актёры, режиссёр һәм әүҙем сәйәсмән. Хәҙерге заман кино белгестәренең ҡайһы берҙәре уны иң бөйөк актёрҙарҙың береһе тип һанай.

Брандоның бөтә донъя кино сәнғәтенә индергән ҡаҙаныштары тураһында актёрҙың Стефан Канфер тигән бер биографы уның тураһында былай тип яҙған: «Нисек Пикассоға тиклем һәм унан һуң да рәссамдар булған, нисек Хэмингуэйга тиклем һәм унан һуң да яҙыусылар булған, Синатраға тиклем һәм унан һуң да поп -музыка йәшәгән кеүек, Брандоға тиклем дә, унан һуң да кинематографтар булған, тик уның кеүек шәптәре әҙ булған». Кинематография тарихсыһы Молли Хаскелл да шул уҡ фекерҙә булған Брандо тураһында: «Киноэкрандың легендаһын, бер һүҙ менән әйткәндә, Брандо киноһы тип характёрларға мөмкин. Гарбо йәки Фидо киноһы тигән кеүек үк. Кинола тик бер Брандо ғына бар».

Брандо кинематограф, донъяһына бик киҫкен рәүештә килеп инә, Үҙе тураһында критика һәм тамашасыларға белгертеп, карьераһының битенә Теннеси Уильямстың күренекле «„Теләк“ трамвайы» тигән пьесаһындағы Стэнли Ковальски роле менән Брандо кинематограф донъяһына бик киҫкен рәүештә килеп инә. Уның ярты быуатҡа һуҙылған актёрлыҡ карьераһының һөҙөмтәһе булып бер-береһенә ҡапма-ҡаршылыҡлы, бөтөнләйе менән бер арсеналды тултырырлыҡ ул башҡарған ролдәр тора. Мәҫәлән, "Дан һиңә, Сапата!"ла (1952 йыл) революционер Эмилио Сапата, «Юлий Цезар»ҙа (1953 йыл) Марк Антоний, «Ҡырағай»ҙа (1953 йыл) Байкер Джонни Страблер, "Портта"ла (1954 йыл) порт эшсеһе Терри Маллой, «Суҡындырыусы атай»ҙа (1972 йыл), мафия башлығы дон Вито Корлеоне, "Париждағы һуңғы танго"ла 1972 йыл) Ул-Пол, "Супермен"да (1978 йыл) ғалим Джор-Эл, "Бөгөнгө Апокалипсис"та (1979 йыл) гелән һуғыш тураһында ғына уйлаусы полковник Уолтер Куртц ролдәре шундай ролдәр булып торалар. Ә 1961 йылда ул инде актёр булып түгел, ә режиссёр булараҡ, камера аша ҡарап, «Һыңар күҙле валеттар» вестернын киноға төшөрә.

Брандоның шәхси тормошо уның актёр тормошона ҡарағанда байтаҡҡа төҫһөҙөрәк килеп сыҡҡан. Уның Джек Николсондан башҡа йүнле дуҫы ла булмай, сөнки күп кешеләр уны бик ауыр холоҡло кеше тип иҫәпләйҙәр. Брандо өс тапҡыр өйләнгән. Уның был никахтарынан һигеҙ балаһы булған. Ул шулай уҡ бик күп ҡатындар менән романтик мөнәсәбәттә булып, бик күп балаларҙы, үҙе менән туғанлығын да официаль рәүештә раҫлатып тормайса, балалыҡҡа ҡабул иткән кеше.. Актёр хеҙмәтенән тыш Брандо дәртле сәйәси активист булған һәм бөтә көсөн Америка индеецтарының һәм ҡара ҡалыҡтарҙың гражданлыҡ хоҡуҡтарын һаҡлаусылар менән бергә эшләүгә һалған кеше булған.

Марлон Брандо 2004 йылдың 1 июлендә тын юлдары ауырығанлыҡ сәбәпле вафат булған.дыхательный етерлек булмаған. Һуңғы йылдарҙа ул бик ныҡ һимереп китеүе арҡаһында хатта өйөнән дә бер ҡайҙа ла сыҡмайынса йәшәгән. Үлеме алдынан ул Америка кино сәнғәте институты тарафынан төҙөлгән «100 йыллыҡтың 100 иң бөйөк кино йондоҙҙары» исемлегенең 4-cе урынында торған һәм «Time» журналы версияһы буйынса ХХ быуаттың иң һәйбәт, көслө, дан ҡаҙанған кешеләренең береһе тип танылған. Уның дан иҫәбендә ике «Оскар» (1956, 1973), ике «Алтын глобус» (1955, 1973), өс Британия кино академияһының наградаһы тора. Иң һуңғы, финал башҡарған доктор Моро роле өсөн Брандо « Алтын ҡурай еләге» тип аталған антипремияға лайыҡ булған.

  1. 1,0 1,1 Freebase (ингл.) — 2007.
  2. Кино: Энциклопедический словарь / Гл. ред. С. И. Юткевич; Редкол.: Ю. С. Афанасьев, В. Е. Баскаков, И. В. Вайсфельд и др.. — М.: Сов. энциклопедия, 1987. — 640 с.
  3. Агеенко Ф. Л., Зарва М. В. Словарь ударений русского языка. — Под ред. Д. Э. Розенталя. — М., Русский язык, 1984. С. 532
  4. Агеенко Ф. Л., Зарва М. В. Словарь ударений русского языка. М., Айрис Пресс, Рольф, 2000. С. 523