Марчелло Мастроянни
Марче́лло Винче́нцо Доме́нико Мастроя́нни (итал. Marcello Vincenzo Domenico Mastroianni; 28 сентябрь 1924 йыл, Фонтана-Лири, Лацио, Италия — 19 декабрь 1996 йыл, Париж, Франция) — итальян актёры, Италия һәм Европа, бөтә донъя кинопремиялары лауреаты. XX быуаттың икенсе яртыһы дауамында иң күренекле итальян кинорежиссёрҙары менән бергә эшләй. Уның үҙ уйына сумған кеше ролен эксцентрик манерала уйнауы байтаҡ итальян киноһы классиктарының нәфислек эҙләүҙәре өсөн идеаль фон булып тора. Мастроянни бигерәк тә Федерико Феллини менән уңышлы рәүештә ижади берлектә эшләй, мәҫәлән, («Сладкая жизнь» (1960), «Восемь с половиной» (1963), «Рим» (1972), «Джинджер и Фред» (1986)) фильмдарында.
Тормош юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марчелло Мастроянни Италияның Аппенин тауындағы Фонтана-Лириҙа ирле-ҡатынлы Отторино Мастроянни һәм Ида Иролле ғаиләһендә тыуа. Уның ҡустыһы Руджеро (һуңынан ул билдәле киномонтажёр һәм киноактёр була) Туринда 1929 йылда тыуа[9][10].
Марчелло Мастроянниҙың бала һәм йәшлек йылдары Турин һәм Рим ҡалаларында үтә. Ул йылдарҙа йәш актёр уйнаған спектаклдәр һәм тәүге фильмдар неореалистик тоналлектә ҡуйыла.
Лукино Висконтиҙың «Белые ночи» фильмында (1957) һәм Марио Моничеллиҙың «Злоумышленники, как всегда, остались неизвестны» (1958) криминаль комедияһында уйнаған Мастроянниға бөйөк Федерико Феллини иғтибар итә һәм уны үҙенең «Сладкая жизнь» (1960) грандиоз кинофрескаһына төп ролде уйнарға саҡыра. Был фильмда интеллектуаль һәм космополит амплуаһында уйнаған актёр Европала таныла һәм ул режиссёрҙар тарафынан кинола төшөрөлөр өсөн иң күп талап ителгән актёр булып китә.
Бөтә донъяла танылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1961 йылда Марчелло Мастроянни, икенсе итальян кино классигы Микеланджело Антониониның «Ночь» фильмында режиссёр маҡсатына ярашлы рәүештә хәҙерге заманда йәмғиәттә батшалыҡ иткән үҙ итмәүсәнлекте иҫ киткес оҫта һүрәтләгәне өсөн, кино тәнҡитселәрҙең һоҡланғыс баһаламаһына лайыҡ була. Киләһе ике картинаһы — «Развод по-итальянски» Стефания Сандрелли ҡатнашлығында (режиссёр Пьетро Джерми) һәм «Частная жизнь» Брижит Бардо ҡатнашлығында (режиссёр Луи Маль) — киң аудиторияға тәғәйенләнә.
Бер рәттән ике тапҡыр Британия кино академияһы бүләген отоп, Мастроянни Феллиниҙың — «Восемь с половиной» (1963) шедеврында төп ролде башҡара, артабан уны продюсер Карло Понти үҙенең ҡатыны Софи Лорен ҡатнашлығындағы байтаҡ кино проекттарына саҡыра. Режиссёр Витторио Де Сики етәкселегендә Мастроянни һәм Софи Лорен «Брак по-итальянски» һәм «Вчера, сегодня, завтра» фильмдарында ирле-ҡатынлылар ролен башҡара. Бына ошолай донъя киноһында атаҡлы дуэт барлыҡҡа килә.
Һуңғы эштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡырҡ йәше тулғандан һуң, Мастроянни ҡабат Висконтиҙың («Посторонний», 1967), Феллиниҙың («Рим», 1970) һәм Роман Поланскиҙың («Что?», 1973) фильмдарында уйнай. Витторио Де Сика һәм Софи Лорен менән нәүбәттәге проект— «Подсолнухи» фильмы (1970) — советтар ҡатнашлығында тормошҡа ашырыла.
1970 — 1980-сы йылдарҙың икенсе яртыһында актёр элеккегә ҡарағанда ла йышыраҡ кинола төшә. Йыл һайын уның ҡатнашлығында бер нисә фильм төшөрөлә, был фильмдар тамашасылар араһында ҙур популярлыҡ яуламаһа ла, кино тәнҡитселәр уларҙы бик йылы ҡабул итә. 1986 йылда Мастроянни Канн кинофестиваленең призын яулап ала һәм өсөнсө тапҡыр «Оскар» премияһына номинант итеп күрһәтелә. Быныһы инде совет режиссёры Никита Михалковтың «Очи чёрные» фильмында башҡарған роле өсөн була.
Үҙенең һуңғы — Роберт Олтмендың «Прет-а-порте» (1994) — фильмында Марчелло Мастроянни Рәсәйҙән үҙ тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡан, Софи Лоренға ғашиҡ итальянды уйнай.
Мастроянни ике йылдан һуң ашҡаҙан аҫты биҙе рак ауырыуынан вафат була. Уны ерләрҙән алда Мастроянни уйнаған «Сладкая жизнь» фильмын ассоциалләштереүсе Римдағы Треви фонтаны эшләүҙән туҡтатыла, вафат булған актёрға хөрмәт йөҙөнән фонтан ҡара туҡыма менән көпләнеп ҡуйыла[11][12].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марчелло Мастроянни 1946 йылдан алып Флора Карабелла менән ниҡахта тора, үҙенең ысын мөхәббәтен Францияла таба. Францияла ул актриса Катрин Денёвты осрата, уларҙың ҡыҙҙары Кьяра тыуа (ул билдәле актриса). 1968 йылда Флора Карабелла менән законлы никахта йәшәгән саҡта Марчелло Мастроянни Фэй Данауэйҙы осрата. Данауэй һәм Мастроянни өс йыл буйына осрашып йөрөй, ләкин актёр Фэйға мөхәббәте өсөн ҡатынын һәм балаларын ташлап китеүҙән баш тарта[13].
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1949 — Августовское воскресенье / Domenica d’agosto — Эрколе Нарди
- 1949 — Сердца над морем / Cuori sul mare — Массимо Фальчетти
- 1950 — Париж всегда Париж
- 1952 — Герои воскресного дня / Gli eroi della domenica
- 1952 — Девушки с площади Испании
- 1953 — Лихорадка жизни
- 1953 — Наши времена
- 1954 — Принцесса Канарская
- 1954 — Дни любви
- 1954 — Жаль, что ты такая каналья
- 1955 — Двоежёнец
- 1955 — Прекрасная мельничиха
- 1957 — Белые ночи / Le Notti Bianche
- 1957 — Отцы и дети
- 1958 — Злоумышленники, как всегда, остались неизвестны
- 1960 — Сладкая жизнь / La Dolce Vita
- 1960 — Красавчик Антонио
- 1961 — Развод по-итальянски / Divorzio All’Italiana
- 1961 — Ночь / La notte
- 1962 — Семейная хроника
- 1963 — Восемь с половиной / 8½ — Гвидо Анселми
- 1963 — Товарищи
- 1963 — Вчера, сегодня, завтра / Ieri, oggi, domani
- 1964 — Брак по-итальянски / Matrimonio All’Italiana
- 1964 — Казанова-70 (приз лучшему актёру МКФ в Сан-Себастьяне)
- 1965 — Десятая жертва / La Decima Vittima — Марчелло Полетти
- 1965 — Сегодня, завтра, послезавтра Oggi, domani, dopodomani
- 1966 — Маки — это тоже цветы / Opération opium (The Poppies Are Also Flowers)
- 1967 — Посторонний — Артур Мерсо
- 1968 — Любовники / Amanti — Валерион
- 1970 — Подсолнухи / Girasoli — Антонио
- 1970 — Драма ревности / Dramma della gelosia (tutti i particolari in cronaca) — Оресте
- 1970 — Жена священника / La Moglie del prete
- 1971 — Это случается только с другими / Ça n’arrive qu’aux autres
- 1971 — Разрешите представиться? Рокко Папалео / «Permette? Rocco Papaleo»
- 1972 — Убийство в Риме / Massacre In Rome
- 1972 — Лиза (Сука) / «La Cagna»
- 1973 — Большая жратва / La Grande Abbuffata
- 1973 — Кусай и беги Mordi e fuggi
- 1973 — Что? / Che? — Алекс
- 1973 — Привет, артист! (фр.)баш. / Salut l’artiste — Николя Монтеи
- 1974 — Аллонзанфан / Allonsanfàn — Фульвио Имбриани
- 1974 — Не тронь белую женщину
- 1975 — Браво, куколка! / La Pupa Del Gangster — Чарли Колетто
- 1975 — Женщина на воскресенье
- 1975 — Божественное создание / Divina creatura — Микеле Барра
- 1976 — Дамы и господа, спокойной ночи! / Signore e signori, buonanotte
- 1976 — Благородный венецианец по прозвищу «Полосатая задница» / Culastrisce nobile veneziano
- 1976 — Тодо модо / Todo modo — Дон Гаэтано
- 1977 — Необычный день / Una giornata particolare
- 1977 — Прощай, самец / Ciao Maschio
- 1977 — Двойное убийство / Doppio delitto
- 1978 — Неаполитанский детектив
- 1978 — Оставайся сама собой
- 1979 — Кровавая вражда
- 1980 — Терраса — Луиджи
- 1980 — Город женщин / La cittá delle donne — Снапораз
- 1981 — Кожа / La Pelle
- 1981 — Призрак любви / Fantasma d’amore — Нино Монти
- 1982 — За дверью
- 1982 — Новый мир
- 1983 — История Пьеры
- 1984 — Генрих IV / Enrico IV — Генрих IV
- 1985 — Джинджер и Фред — Фред
- 1986 — Пчеловод / Ο Μελισσοκόμος — Спирос, вышедший на пенсию учитель
- 1987 — Интервью
- 1987 — Очи чёрные — Романо Патрое, архитектор
- 1989 — Который час?
- 1990 — У всех всё в порядке
- 1991 — Прерванный шаг аиста
- 1992 — Красивая любовь — Чезарио Гарибальди
- 1992 — Второе дыхание / Used People
- 1993 — Я не хочу об этом говорить / De Eso No Se Habla'
- 1993 — Раз, два, три… замри! / Un, deux, trois, soleil
- 1994 — Высокая мода (Прет-а-порте) — Сергей/Сержио
- 1995 — За облаками
- 1995 — Сто и одна ночь Симона Синема
- 1996 — Три жизни и одна смерть /Trois vies et une seule mort , реж. Рауль Руис
- 1996 — Путешествие к началу мира
- 1996 — С согласия Перейры / Sostiene Pereira — Перейра
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кавалер Большого креста ордена «За заслуги перед Итальянской Республикой» (16 марта 1994 года)[14]
- Великий офицер ордена «За заслуги перед Итальянской Республикой» (27 апреля 1987 года)[15]
- Серебряная пальмовая ветвь за лучшую мужскую роль в фильме Никиты Михалкова «Очи чёрные» (1987) на Каннском кинофестивале.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сокольская А. Л. Марчелло Мастроянни / Актёры зарубежного кино. — Вып. Л.} (1936)
- Бьяджи Э. Марчелло Мастроянни. — М., 1998.
- Enrico Lancia, Roberto Poppi. gli attori // Dizionario del cinema italiano. — Roma: Gremese Editore, 2003. — Т. 2 (M-Z). — 292 с. — ISBN 88-8440-269-7. (итал.)
- Matilde Hochkofler. Marcello Mastroianni: il gioco del cinema. — Roma: Gremese Editore, 2006. — 192 с. — ISBN 88-8440-447-9. (итал.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ (unspecified title) — Rivista del Cinematografo.
- ↑ 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118731653 // Marcello Mastroianni (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 4,0 4,1 Marcello Mastroianni // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118731653 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 6,0 6,1 6,2 Lundy D. R. Marcello Vincenzo Domenico Mastroianni // The Peerage (ингл.)
- ↑ WorldCat (билдәһеҙ) — 1971.
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/e0e1b291-e977-4042-94c1-fb188fd24c94 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ Enrico Lancia, Roberto Poppi. Dizionario… — С. 32
- ↑ Matilde Hochkofler. Marcello… — С. 9
- ↑ Actor dies at age 72, The News (Boca Raton, Florida) (20 December 1996), стр. 4A. 1 ғинуар 2010 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
- ↑ Wiegand Christopher. Federico Fellini: ringmaster of dreams, 1920–1993. — P. 83. — ISBN 9783822815908.
- ↑ By Peter Castro. people.com «Lover and Legend» (13 ғинуар 1997). Дата обращения: 19 ғинуар 2015. 2015 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ Cavaliere di Gran Croce Ordine al Merito della Repubblica Italiana Marcello Mastroianni (итал.)
- ↑ Grande Ufficiale Ordine al Merito della Repubblica Italiana Sig. Marcello Mastroianni (итал.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марчелло Мастроянни Викимилектә | |
Марчелло Мастроянни Викияңылыҡтарҙа |
- Марчелло Мастроянни // Энциклопедия «Кругосвет».
- Classic Movies (1939—1969): Marcello Mastroianni 2006 йыл 22 апрель архивланған.
- Некролог в CNN
- Chris Fujiwara, «Dream lover: Marcello Mastroianni at the MFA»
- Марчелло Мастроянни — Биография. Фильмография на Oldcinema 2009 йыл 21 февраль архивланған.
- Факт из жизни Марчелло Мастроянни 2010 йыл 12 июнь архивланған.
- 28 сентябрҙә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Италияла тыуғандар
- 19 декабрҙә вафат булғандар
- 1996 йылда вафат булғандар
- Парижда вафат булғандар
- «Алтын глобус» премияһы лауреаттары
- Канн кинофестивалендә иң яҡшы ирҙәр роле призын алыусылар
- «Сезар» премияһы лауреаттары
- «Италия Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены Ҙур тәре кавалерҙары