Миһеле (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Миһеле
Морфометрия
Абсолют бейеклеге167 м
Үлсәме1,7 × 1,5 км
Майҙаны2,6 км²
Күләме9,4 млн км³
Яр һыҙаты5,8 км
Иң тәрән урыны3,6 м
Уртаса тәрәнләк1,8 м
Гидрология
Тоҙлолоғосөсө ‰
Урынлашыуы
54°01′43″ с. ш. 58°48′14″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Идентификаторы
Код в ГВР: 12010000111112200000362
Рәсәй
Точка
Миһеле
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Миһеле


Миһеле — Башҡортостандың Учалы районындағы күл. Миндәк йылғаһы бассейынына ҡарай.

Күл Учалы районы Миндәк ауылы янында ята.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл өҫтө майҙаны 2,6 км², оҙонлоғо 1,7 км, уртаса киңлеге 1,5 км, уртаса тәрәнлеге 3,6 м (максималь 5,3 м), һыу күләме 9,4 млн м³, һыу йыйыу майҙаны 12 км².

Составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тектоик күл, ордовик (перидотит), урта һәм өҫкө девон (эффузив, саҡматаш), карбон (терриген‑карбонатлы ҡатламдар, диорит), неоген һәм дүртенсел система (балсыҡ, ҡом, ҡырсынташлыҡ) тоҡомдарында барлыҡҡа килгән, соҡоро һуҙылған. Тымыҡ күл, төньяҡ яры буйлап Табылғашты йылғаһы аға. Туйыныуы ҡатнаш. Һыуы сөсө. Күл эвтрофлы, үтәләй туңыусан. Көньяҡ һәм төньяҡ ярҙары һөҙәк, көнбайыш һәм көнсығышы — текә.

Ландшафт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ландшафы ҡайын урманынан һәм болонло далаларҙан тора. Яр буйында ат ҡуҙғалағы, күл ҡамышы, юл япрағы, ябай ҡамыш һ.б. үҫә. Күлдә алабуға, карп, суртан, һуна өйрәк һ.б. йәшәй.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миһеле (күл) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.