Эстәлеккә күсергә

Мәрйен диңгеҙе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәрйен диңгеҙе
Майҙаны4791 мең км²
Күләме11470 мең км³
Иң ҙур тәрәнлек9140 м
Уртаса тәрәнлек2394 м
Мәрйен диңгеҙе утрауҙары картаһы
Мәрйен диңгеҙе утрауҙары картаһы
 Мәрйен диңгеҙе Викимилектә
Мәрйендәр

Мәрйен диңгеҙеТымыҡ океан диңгеҙе, Австралия, Яңы Гвинея, Яңы Каледония ярҙары араһында урынлашҡан. Өҫкө майҙаны — 4791 мең км². Максималь тәрәнлеге — 9140 м. Диңгеҙҙә бихисап мәрйен рифтары һәм утрауҙары бар, шул иҫәптән Уиллис, Трегросс, Бамптон һәм Честерфилд утрауҙары. Күпселек утрауҙарҙа кешеләр төйәкләнмәгән.

Донъялағы иң ҙур мәрйен рифы — Оло Барьерлы риф бында урынлашҡан.