Карпова Надежда Алексеевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Надежда Алексеевна Карпова битенән йүнәлтелде)
Карпова Надежда Алексеевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Рәсәй
Тыуған көнө 9 март 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[1] (29 йәш)
Тыуған урыны Ярославль, Рәсәй
Һөнәр төрө футболсы
Командалағы уйын позицияһы нападающий[d]
Спорт командаһы ағзаһы Чертаново[d], Valencia Féminas CF[d] һәм Зоркий[d]
Масса 66 килограмм
Спорт төрө Футбол[2]
Номер игрока 19
Бейеклеге/буйы 180 сантиметр
 Карпова Надежда Алексеевна Викимилектә

Карпова Надежда Алексеевна (9 март 1995 йыл, Ярославль) — Рәсәй футболсыһы, испан клубы «Эспаньолдың» һәм Рәсәй йыйылма командаһының һөжүм итеүсеһе. «Уларҙы Месси һайлаған» исемлегенә индерелгән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ[3].

Карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Клуб[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ярославль ҡалаһының 13-сө балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, тәүге тренеры Николай Владимирович Фадеенко.

2009 йылдан Көмөш Быуа ҡала тибындағы ҡасабала урынлашҡан олимпия резервы училищеһында белем ала[4]. 2010 йылдың июнендә Звенигородтың Олимпия резервы училищеһынан Беренсе лигала уйнаған «Россиянка» ҡатын-ҡыҙҙар командаһынан саҡырыу ала. 2014 йылдың май айында беренсе профессиональ контрактҡа ҡул ҡуя.

2014 йылдың 11 майында Рәсәй чемпионатында «Зоркий» командаһы составында «Мордовочка»ға ҡаршы матчта беренсе тапҡыр уйнай, уйындың 88-се минутында испанка Мария Руиз Романға алмашҡа сыға.

2015 йылдың 19 апрелендә «Чертаново» өсөн «Кубаночка» командаһына ҡаршы уйында уйнай. 9 майҙа Рәсәй чемпионатында «Рязань-ВДВ» ҡапҡаһына беренсе гол индерә, . 9 августа «Кубаночка»ға ҡаршы уйындың 43-сө минутында үҙ карьераһында тәүге тапҡыр уйындан сығарып торола.

2016 йылдың 27 майында Рәсәй чемпионатының 2-се турында «Кубаночка»ға ҡаршы уйында ҡаршы яҡҡа 4 гол индерә (5:2), шулай итеп, үҙ карьераһында тәүге покер яһай. Һигеҙ гол индереп, чемпионат йомғаҡтары буйынса иң яҡшы бомбардир булып таныла.

20 сентябрҙә, ике йыллыҡ контрактҡа ҡул ҡуйып, рәсми рәүештә «Валенсия»ға күсә. 2017 йылдың 30 октябрендә Испания чемпионатында, алмашҡа сыҡҡандан һуң 4 минут үткәс, «Атлетико» ҡапҡаһына беренсе голын индерә. 2017 йылдың 9 ноябрендә испан Примераһының 9-сы турының иң яҡшы уйынсыһы булып таныла[5].

2018 йылдың декабрь аҙағында «Валенсия» һәм Карпованың үҙ-ара килешеүе буйынса килешеүҙе өҙөү тураһында ҡарар ителә[6].

2019 йылдың 4 ғинуарында Карпованың испан «Севилья»һы составында уйнаясағы билдәле була[7].

2020 йылдың 23 июнендә Карпова "Севилья"нан ирекле агент хоҡуғында китә. 2019/20 йылдар миҙгелендә, был клуб өсөн 20 матчта ҡатнашып, 6 гол индерә[8].

Йыйылма командала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылдың 20 октябрендә Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы составында Европа чемпионатының 19 йәшкә тиклем ҡыҙҙар араһында һайлап алыу матчында Әзербайжан уйынсыларына ҡаршы уйнап, 2 гол индерә (5:0) .

2016 йылдың 2 июнендә Европа чемпионатының һайлап алыу раундында, Төркиә йыйылма командаһына ҡаршы уйнап, беренсе тапҡыр Рәсәй йыйылма командаһы составында уйнай һәм матчтың 64-се минутында һәм 47-се гол тапшырыуы һөҙөмтәһендә 2 гол (2:0) авторы була. 6 июндә йыйылма команда өсөн икенсе матчта Хорватия йыйылма командаһы ҡапҡаһына икенсе голын индерә(3:0).

2016 йылда, 4 гол менән, Рәсәй йыйылма командаһының иң яҡшы һөжүм итеүсеһе була.

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Рәсәй чемпионатының көмөш призеры: 2014
  • Рәсәй чемпионатының иң яҡшы бомбардиры: 2016
  • Бразилияла Халыҡ-ара турнирҙың бронза призеры: 2016

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Россия на ЖЧЕ 2017