Футбол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Футбол
Football iu 1996.jpg
Һөжүм итеүсе уйынсы (№ 10) тупҡа тибергә әҙерләнә.
Идара итеүсе ойошма ФИФА
Башҡа исемдәре Соккер (Төньяҡ Америкала)
Тәүге уйын 19 быуат уртаһы, Англия
Характеристика
Ҡағылыш Эйе
Команда уйынсылары бер яҡта 11 уйынсы
Зат айырыу бар, ярыштар айырым үтә
Категориялау Команда уйыны, Туп уйыны
Ҡорал-ҡорамал Футбол тубы
Осрашыу урыны Футбол яланы
Олимпик уйындарҙа Эйе, 1936 йылғы Олимпия уйындарынан башлап
Паралимпик уйындарҙа Юҡ
Ил йәки регион Бар донъяла
Футбол тубы
Быяла футбол тубы — еңеү өсөн бүләк.

Футбо́л (ингл. foot — аяҡ, ball — туп) — командалы спорт уйын төрө, төп маҡсаты — ярышташтың ҡапҡаһына ҡулһыҙ ғына (аяҡ йәки башҡа тән ағзалары ярҙамында) мөмкин тиклем күп тапҡыр туп индереү. Хәҙерге ваҡытта донъяла иң популяр һәм киң билдәле спорт төрө[1][2][3].

Уйындың исемдәре[үҙгәртергә]

Донъя футбол федерацияһы һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты халыҡ-ара уйынды рәсми рәүештә «футбол» тип атайҙар. Уйындың инглиз телендәге тулы исеме «association football» («Ассоциация ҡағиҙәләре буйынса футбол») 1863 йылда, инглиз Футбол ассоциацияһы барлыҡҡа килгәс, уйынды башҡа футбол төрҙәренән (регби («rugby football», «Регби мәктәбе ҡағиҙәләре буйынса футбол»))[4]. Һүҙе 1892 йылдан ҡуллана[5]. Ваҡыт үтеү менән оҙон исем ҡыҫҡартылған.

«Соккер» термины Англияла 1880 йылдарҙа барлыҡҡа килгән («association» һүҙенән «-soc-» өлөшөнә «-er» суффиксы өҫтәлгән). Бөгөнгө көндә «соккер» исемен бер нисә инглиз телле дәүләттә генә ҡулланалар[6][7]. Мәҫәлән, Австралияла һәм Яңы Зеландияла электән футбол тип регбины атайҙар. Ирландияла «футбол» терминын гэль футболына ҡарата ҡулланалар. Көньяҡ Африка Республикаһында иһә «соккер»исеме киң таралған. АҠШ һәм Канадала «соккер» термины осрай, сөнки футбол тип америка һәм канада футболын атайҙар. Англияла «соккер» исемен иҫкергән тип һанайҙар.

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә]

Футбол тарихы[үҙгәртергә]

Хәҙерге футболға оҡшаш уйындар күп халыҡтарҙа булған, ләкин беренсе яҙма ҡағиҙәләр 1848 йылда барлыҡҡа килгән. Футболдың тыуған йылы булып 1863 йыл һанала (футбол Ассоциацияһы барлыҡҡа килеп, ҡағиҙәләр төҙөлгән)[8]. Футбол элек-электән билдәле. Мысыр, Германия, Ҡытайҙа футболға оҡшаш уйындар булған. Уларҙың иң уңышлыһын итальяндар уйлап сығарып, гарпастум тип йөрөткәндәр. Заманса футбол барлыҡҡа килеү менән гарпастум онотолған. Инглиздәр футболды уйлап сығарғас, бар донъяға тарата башлағандар. Ул ваҡытта чемпионатта күп инглиз командалары ҡатнашҡан.

Уйын ҡағиҙәләре[үҙгәртергә]

Айырым футбол уйыны матч тип атала һәм 45 минутлыҡ ике таймдан тора. Беренсе һәм икенсе таймдар араһындағы тәнәфес 15 минут һуҙыла, командалар ял итә, тәнәфес бөткәс, ҡапҡалар менән алмашалар[9].

Уйын үлән йәки синтетик япмалы баҫыу өҫтөндә үтә. Уйында 7-нән 11 кешегә тиклем торған ике команда ҡатнаша. Бер кеше ҡапҡала тора һәм штраф майҙан эсендә ҡул менән уйнай ала. Төп маҡсаты − ҡапҡаны һаҡлау. Башҡаларҙың да үҙ урындары һәм бурыстары бар. Һаҡлаусылар күбеһенсә баҫыуҙың үҙ яртыһында булалар һәм ҡаршы команданың уйынсыларына ҡапма-ҡаршы торалар. Ярымһаҡсылар баҫыуҙың уртаһында булалар, һаҡсыларға йәки һөжүм итеүселәргә ярҙам итәләр. Һөжүм итеүселәр күбеһенсә ҡаршы яҡта уйнайҙар, гол индерегә тейештәр.

Уйындың төп маҡсаты — ҡаршы команда ҡапҡаһына күберәк гол индереп, үҙ ҡапҡаһын яҡлап ҡалыу. Матчты иң күп гол индергән команда еңә.

Әгәр ҙә командалар ике тайм эсендә бер иш гол индерһәләр, бер яҡ та еңмәй йәки еңеүсе билдәләнгән матч регламенты буйынса баһалана. Был осраҡта өҫтәлмә ваҡыт  — 15-шәр минутлыҡ ике тайм бирелә. Төп һәм өҫтәлмә ваҡыт араһында тәнәфес бирелә. Өҫтәлмә таймдар араһындағы ваҡыт урындарҙы алмаштырыу өсөн генә була. Элгәре беренсе гол индергән («алтын гол» ҡағиҙәһе) йәки өҫтәлмә таймдарҙың ҡайһыһында булһа ла еңгән («көмөш гол» ҡағиҙәһе) команда еңеүсе булып һаналғайны. Хәҙерге ваҡытта өҫтәлмә ваҡыт йә бөтөнләй уйналмай, йә тулыһынса уйнала (2 тайм 15-шәр минут). Әгәр ҙә өҫтәмә ваҡыт эсендә еңеүсене билдәләп булмай икән, матч һуңынан пенальти серияһы үткәрелә: каршы команда ҡапҡаһына 11 м аранан бишәр туп тибелә. Пенальтинан һуң гол иҫәбе бер иш икән, еңеүсе билдәләнгәнсе тағы бер пар пенальти уйнала[10].

Футбол донъяла[үҙгәртергә]

Футбол уйнаған бала

Донъя футбол федерацияһы (ФИФА) мәғлүмәттәре буйынса, 2001 йылда Ер шарында 250 миллион кеше футбол уйнаған. Уларҙың 20 миллиондан ашыуы − ҡатын-ҡыҙҙар. 1,5 миллион тирәһе команда теркәлгән һәм 300 000 профессиональ клуб бар.

Илдәр буйынса алғанда, беренсе урында АҠШ (18 миллион, уларҙың 40% − ҡатын-ҡыҙҙар), унан һуң Индонезия (10 миллион), Мексика (7,4 миллион), Ҡытай (7,2 миллион), Бразилия (7 миллион), Германия (6,2 миллион), Бангладеш (5,2 миллион), Италия (4 миллион), Рәсәй (3,8 миллион) бар. Әммә футболсыларҙың һаны сифатҡа бәйле түгел. Футбол буйынса донъя чемпионаттарын күбеһенсә Европа һәм Көньяҡ Америка йыйылма командалары еңә, ә Уругвайҙа (ике тапҡыр Донъя футбол федерацияһы кубогын еңеүсе), Рәсәйҙә теркәлгән футболсыларға ҡарағанда, дөйөм халыҡ һаны әҙерәк.

Тактика[үҙгәртергә]

Футбол - команда уйыны булғас, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, бергә еренә еткереп уйнай алыу кеүек сифаттар беренсе урында тора. Уйынсыларҙың тактик төҙөлөшө мөһим. Заман футболында 4 һаҡлаусы, 4 ярымһаҡлаусы, 2 һөжүм итеүсе (4-4-2) менән уйын схемаһы таралған. Әммә схемалар һаны күп. Квалификацияларына ҡарап, уйынсылар үҙенекенән башҡа урындарҙа ла уйнай алалар.

Футбол структуралары[үҙгәртергә]

Ойошмалар[үҙгәртергә]

Футболдың таралыуын күҙәтеү, идара итеү өсөн яуап биргән бер нисә ойошма бар. Төп ойошма булып Донъя футбол федерацияһы (ФИФА) һанала. Ул Швейцарияның Цюрих ҡалаһында урынлашҡан. Ул донъя ярыштарын ойоштора, мәҫәлән, донъя чемпионатын. Унан һуң континенталь ойошмалар һәм илдәр, өлкәләр, ҡалалар ойошмалары, һ.б. бара. Һәр береһенең футболды таратыу һәм популяр итеү, клубтарҙың эшмәкәрлеген тикшереу буйынса үҙ бурыстары бар.

Клубтар[үҙгәртергә]

Футбол клубы — футбол төҙөлөшөнөң төп өлөшө. Ул уйынсыларҙы, эшләүселәрҙе, ойошмаларҙы берләштерә. Асылында үҙ инфраструктураһы, хеҙмәтләндереүсе эшселәре булған ойошмаға ингән футболсылар командаһы.

Ярыштар[үҙгәртергә]

Халыҡ-ара чемпионатында 1970 Бразилияһың команда өсөнсө тапкыр еңеүсеһе менән булған

Ярыштар — уйындың мөһим өлөшө. Уйындарҙы федерация ойоштора, һәр бер турнирҙың үҙ регламенты була. Ярыштар эске һәм халыҡ-ара төрҙәренә бүленә. Халыҡ-ара ярыштар, үҙ сиратында, клуб һәм милли йыйылма командалар араһында үтә.

Иң билдәле ярыштар:

ФИФА үткәргәндәре:

  • Милли йыйылма командалар араһында
    • Донъя чемпионаты
    • Конфедерациялар кубогы
    • Олимпия уйындары
  • Клубтар араһында
    • ФИФА клуб донъя чемпионаты

Европа футбол ассоциациялары берләшмәһе (УЕФА) үткәргәндәре:

  • Милли йыйылма командалары араһында
    • Европа чемпионаты
  • Клубтар араһында
    • УЕФА чемпиондары лигаһы
    • УЕФА Европа Лигаһы
    • УЕФА суперкубогы

Көньяҡ Америка футбол конфедерацияһы (КОНМЕБОЛ):

  • Милли йыйылма командалар араһында
    • Америка кубогы
  • Клубтар араһында
    • Либертадорес кубогы
    • Көньяҡ Америка кубогы

Футбол төрҙәре[үҙгәртергә]

Нью-Йоркта өҫтәл футболы

Футболдың күп төрҙәре бар: футзал (AMF) һәм футзал (FIFA) — мини-футбол (залда махсус түшәм өҫтөндә уйнала), йорт футболы (төрлө түшәмдә төрлө уйынсылар һаны менән уйнала), пляж футболы (ҡомда уйнала), «йылға футболы» (тубыҡҡа тиклем һыуҙа уйнала, йыл һайын Англияның Бёртон ҡалаһында үтә), «һаҙ футболы» (һаҙлыҡта уйнала), һ.б.

Шулай уҡ виртуаль һәм өҫтәл футболы (спорт уйыны), ҡағыҙҙағы футбол (логик уйын) бар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Малов, В. И. Я познаю мир: Футбол — «Издательство Астрель», 2002. — С. 10, 14, 17, 27, 34, 36, 38, 39, 41-46, 53, 49, 60, 61, 62, 64, 87. — ISBN 5-271-04556-0.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Guttman Allen The Diffusion of Sports and the Problem of Cultural Imperialism // The Sports Process: A Comparative and Developmental Approach / Eric Dunning, Joseph A. Maguire, Robert E. Pearton — Champaign: Human Kinetics. — P. p129. — ISBN 0880116242.
  2. Dunning Eric The development of soccer as a world game // Sport Matters: Sociological Studies of Sport, Violence and Civilisation — London: Routledge. — P. p103. — ISBN 0415064139.
  3. Frederick O. Mueller, Robert C. Cantu, Steven P. Van Camp Team Sports // Catastrophic Injuries in High School and College Sports — Champaign: Human Kinetics. — P. p57. — ISBN 0873226747.
  4. Mazumdar, Partha The Yanks are Coming: A U.S. World Cup Preview (en). Embassy of the United States in London (5 июня 2006). Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 ноябрь 2012. 6 июнь 2009 тикшерелгән.
  5. Baily's Magazine of Sports & Pastimes, vol. lvii — London: Vinton, 1892. — P. 198.
  6. The Irish Times: Soccer. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 ноябрь 2012. 28 ноября 2012 тикшерелгән. (инг.)
  7. Independent.ie: Soccer. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 ноябрь 2012. 28 ноября 2012 тикшерелгән. (инг.)
  8. В.И. Малов, 2002, pp. 41-46
  9. Правило 7. Продолжительность игры. football-info.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 июнь 2013. 14 июнь 2013 тикшерелгән.
  10. Правило 8. Начало и возобновление игр. football-info.ru. Тәүге сығанаҡтан архивланған 15 июнь 2013. 14 июнь 2013 тикшерелгән.