Недзви

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Недзви
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]

Недзви IX быуаттың 50-се йылдарындағы грузин архитектураһы ҡомартҡыһын Григорий Хандалетиҙың уҡыусыһы Теодор Нойвирт төҙөгән. Боржоми муниципалитетында, Ахалдаба ауылынан 10 саҡрым алыҫлыҡта Недзвисхеви тарлауығы янында урынлашҡан.

Ҡомартҡыны таҙартҡандан һуң (1948, 1962) сиркәүҙең баштағы планы асыҡлана. Был өс сиркәүле Недзви Грузияла бөгөнгө көнгә билдәле булған иң ҙур изге базиликаларҙың береһе була. Урта сиркәүҙең диуарҙары колонналар һәм аркалар менән бүленгән. Көнсығыш апсиданың ике яғынан улар тура мөйөшлө нишаға эйә була, ә көнбайыш яғында ярым түңәрәк экседралар урынлаша. Урта сиркәү башҡа ике сиркәү менән көнбайыш яҡта махсус үтеп йөрөү урындары менән тоташҡан. XX быуат урталарында сиркәү ике тапҡыр реставрациялана, әммә шуға ҡарамаҫтан, ул ярайһы уҡ ташландыҡ хәлдә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • მარსაგიშვილი გ., ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია, ტ. 7, გვ. 400, თბ., 1984 წელი.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]