Нидһи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Индуизм яҙмалары контекстында "'нидһи"' ул байлыҡ Хоҙайы Кубераға ҡарай торған (шулай уҡ Кувера булараҡ әйтелә) туғыҙ хазинанан торған байлыҡ. Традиция буйынса һәр нидһиның һаҡсы рухы бар һәм бер ни тиклем тантриклар уға табыналар. Нидһаларының табиғате һәм хасиәте күбеһенсә аңлатылмаған һәм аңлашылмаған булып ҡала.

Нидһилар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Амаракоша буйынса туғыҙ нидһи булып түбәндәгеләр тора:

  1. Маһападма "бөйөк лотос ҫәҫкәһе"
  2. Падма "лотос ҫәҫкәһе "
  3. Шанкха "ҡабырсаҡ"
  4. Макара "крокодил"
  5. Качһапа "гөбөргәйел"
  6. Кумуд " билдәле төр асылташ"
  7. Кунда "жасмин"
  8. Нила "сапфир"
  9. Кһарва "кәрлә"

Шахталар, минералдар, ер сүлмәктәре һәм океан ресурстары булып танылып, Кубераның хазинаһы шулай тейеп интерпретациялана:

  1. маһападма (Һималайҙа минералдар һәм бай таштар менән ике күл)
  2. падма (Һималайҙа минералдар аҫылташтар менән бер падма ҙурлығында күл)
  3. шанкһа (ҡабырсаҡ ҡабығы)
  4. макара (Падмини синонимы, ҡара һөрмә)
  5. качһапа (ҙур булмаған йәки оло гөбөргәйел панциры)
  6. кумуд (киноварь, йәки терекөмөш)
  7. кунда (мышьяк)
  8. нила (һөрмә)
  9. кһарва (утта ҡатырылған соҡорҙар йәки һауыттар)

Нидһилар шулай уҡ Нидһана, Нихара һәм Севадһи тип аталалар. Нидһиларҙың ҡайһы бер атамалары Һинд иҫәп-хисап системаһында ҡулланалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • "A Dictionary of Hindu Mythology & Religion" by John Dowson
  • A Classical Dictionary of Hindu Mythology Religion and, Georgraphy, History, and Literature, by John Dawson, page 221
  • Amarakosha, ed. W. L. Shastri Pansikar, v. 142
  • Megha-duta, collected works, iv. 372. verse 534
  • A Hindu Granth (Holy Book) named as 'SHIV-PURAAN'.
  • Also mentioned in 'VISHNUSAHASTRANAAM'.