Новочеркасск юғары хәрби элемтә команда училищеһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Новочеркасск юғары хәрби элемтә команда училищеһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Новочеркасск
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Рәсми сайт nvvkys.donland.ru
Карта

Новочеркасск юғары хәрби команда элемтә училищеһы — Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында урынлашҡан юғары хәрби белем биреү учреждениеһы. Советтар Союзы Маршалы В. Д. Соколовский исемен йөрөткән. Элекке исемдәре: Новочеркасск хәрби элемтә институты, Новочеркасск хәрби элемтә училищеһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— 1937 йылдың 7 декабрендә Владимир өлкәһе Муром ҡалаһында 41-се территориаль запас элемтә полкы базаһында элемтә ғәскәрҙәренең команда составын камиллаштырыу курстары (КУКСВС) ойошторола.
— 1941 йылдың 30 июнендә Генераль штабының орг. Л / 524375 директиваһына ярашлы элемтә ғәскәрҙәренең команда составын камиллаштырыу курстары Муромск хәрби элемтә училищеһы итеп үҙгәртеп ҡорола.
— 1964 йылдың ғинуарында Генераль штабының 60442-се директиваһына ярашлы, Муром хәрби училищеһы элекке Суворов училищеһы базаһына күсерелә һәм Новочеркасск хәрби элемтә училищеһы итеп үҙгәртелә.
— 1968 йылдың 22 февралендә Совет Армияһының һәм Хәрби-Диңгеҙ Флотының 50 йыллығы менән бәйле училище Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә һәм Новочеркасск хәрби училищеһы итеп үҙгәртелә.
— 1968 йылдың 3 авгусында СССР Министрҙар Советы ҡарары менән училищеға Советтар Союзы Маршалы Соколовский Василий Даниловичтың исеме бирелә.
— 1973 йылдың июнендә урта белем биреү программһы буйынса училищеның һуңғы сығарылышы була.
— 1974 йылдың 26 июнендә Маршал Советтар Союзы Соколовский В. Д. исемендәге Юғары хәрби элемтә команда училище курсанттарының тәүге сығарылышы була.
— 1995 йылдан училище дәүләт юғары һөнәри белем биреү учреждениеһы тип иғлан ителә.
— 1998 йылдың 1 ноябрендә училище Новочеркасск хәрби институты тип үҙгәртелә (НВИС).
— 2004 йылда НВИС Новочеркасск хәрби элемтә команда училищеһы (хәрби институт) тип үҙгәртелә.
— 2011 йылдың 19 авгусында Маршал Советтар Союзы Соколовский В. Д. исемендәге Юғары хәрби элемтә команда училищеһы Хәрби байрағы менән хушлаша, ә 2011 йылдың 1 октябренән ул бөтөрөлә.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Училищела 6 фән докторы, 71 фән кандидаты, 6 профессор, 58 доцент эшләгән. Педагогик системаны камиллаштырыу буйынса ҙур фәнни эш алып барылды.

Юғары уҡыу йорто күләме һәм йөкмәткеһе буйынса дәүләт талаптарына тап килгән программалар әҙерлек алып бара:

  • 201100 — Радиоэлемтә, радиотапшырыуҙар һәм телевидение.
  • 200900 — элемтә селтәрҙәре һәм коммутация системалары.
  • 201404 — Күп каналлы телекоммуникацион системалар.

1996 йылдан алып училище йылына уртаса 25-әр кеше ҡыҙ-курсанттар йыя.

Новочеркасск команда юғары хәрби элемтә училищеһы 2011 йылдың 1 октябренән ғәмәлдән сығарыла.

2017 йылдың июнендә Яңы Черкасскиҙа легендар элемтә училищеһы хөрмәтенә һәйкәл асылды[1]

Училище тамамлаусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бесонов Владимир Иванович — Ростов өлкәһенең закондар сығарыу йыйылышы депутаты.[2]
  • Гаврилецкий Иван Федорович — «Конверсия-Бәйләнеш» ЯАЙ-һының генераль директоры
  • Граман Сергей Генрихович — ЗАО «Система-Галс» генераль директорының беренсе урынбаҫары.
  • Дегтярев Александр Николаевич — Ростов өлкәһе буйынса УФСН элемтә һәм киң коммуникациялар өлкәһендә етәксе урынбаҫары.[3]
  • Кривоносов Сергей Владимирович — Рәсәй Федерацияһы федераль йыйылышының алтынсы саҡырылыш дәүләт думаһы депутаты.
  • Лихошерстов Евгений Николаевич — Новочеркасск юғары хәрби элемтә команда училищеһы начальнигы.[4]
  • Лопаткин Герман Анатолиевич — Ростов өлкәһе мәғлүмәт технологиялары һәм элемтә министры[5]
  • Михайлов Игорь Александрович — Ҡалмыҡ Республикаһы буйынса Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы начальнигы[6]
  • Мостай Кәрим — башҡорт совет шағиры, яҙыусы һәм драматург
  • Омельченко Сергей Валерьевич — «ВолгаТелеком» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры.
  • Пузиков Анатолий Михайлович — Советтар Союзы Геройы (1944). 1947 йылда тамамлай.
  • Чубенко Игорь Александрович — «Асгард» ААЙ-ҙың генераль директорының беренсе урынбаҫары
  • Шкареда Виктор Борисович — Ростов өлкәһе буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы начальнигы.
  • Аверин Александр Владимирович — Адыгей Республикаһының хәрби комиссары.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]