Новый (Ҡыуандыҡ ҡала округы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Новый
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Почта индексы 462233
Карта

НовыйРәсәй Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ҡасаба.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элгәре «Ҡыуандыҡ» совхозының 3-сө фермаһы булып торған Новый ҡасабаһы менән ошо уҡ совхоздың ул саҡта үҙәк усадьбаһы булып торған 1-се ферма (хәҙерге Урал ҡасабаһы араһында 21 км. Ҡасаба Ҡыялы Бүртә йылғаһы буйында урынлашҡан[2][3][4].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1944 йылда Ырымбур өлкәһенең «Ҡыуандыҡ» совхозында һәм Ҡыуандыҡ районының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә Дәүләт фонды ерҙәренең бер өлөшөндә итселек-һарыҡсылыҡ совхозы ойошторола[5]. Совхоз составына ойошҡан малсылыҡ фермалары индерелгән, уларҙың ҡышлаған урынында малсылар өсөн ҙур булмаған торамалар барлыҡҡа килгән, һәм улар үҙәк усадьба булып торған 1-се ферма, 2-се Ферма, 3-сө Ферма, 4-се Ферма, 5-се Ферма тип аталған.

1949 йылда уҡ малсыларҙың һәр ҡасабаһында башланғыс мәктәп асылған. Совхоздың үҙәк усадьбаһы 1-се Ферма ҡасабаһына нигеҙләнгән.

1966 йылда РСФСР Юғары Советы Президиумы Указы менән «Ҡыуандыҡ» совхозының фермаларына исемдәр биреп, үҙгәртелә. Совхоздың 3-сө фермаһына Новый исеме бирелә[6]

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында бәйән итеүенсә, 1960 йылғы исемлектәрҙә «Ҡыуандыҡ» совхозының 3-сө фермаһы тип билдәләнгән. Яңы исеме яңы тормош символы булараҡ бирелгән. Был төбәктә күпләп йәшәгән ҡаҙаҡтар электән ҡасабаны ошонда ағып ятҡан инеш исеме менән Кимперсай (йәғни, Ҡарсыҡ йырыны) тип атап йөрөтә[4].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2010[7]
16

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Топонимы Кувандыкского района. Ч. 2
  3. Краткая информация о Урале
  4. 4,0 4,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  5. http://kuvandykcbs.ru/index/khronika_sobytij_kuvandykskogo_rajona/0-148
  6. Указ Президиума ВС РСФСР от 17.10.1966 г. «О переименовании некоторых населённых пунктов Оренбургской области» // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1966. — № 42 (20 октября).
  7. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.