Нөгөш һыуһаҡлағысы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нөгөш һыуһаҡлағысы
Ил
Оҙонлоғоуртаса —10 км, иң тәрән урыны — 25 км км
Киңлегеуртаса киңлеге 1 км (иң киң урыны 5 км) км
Майҙаны2827 кв.м. км²
Күләме400 млн куб.м км³
Иң тәрән урыны28 м м
Уртаса тәрәнлеге16 м м
Һыу йыйыу майҙаны25 кв.км км²
Рәсәй
Точка
Нөгөш һыуһаҡлағысы
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Нөгөш һыуһаҡлағысы
 Нөгөш һыуһаҡлағысы Викимилектә

Нөгөш һыуһаҡлағысы — Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы Нөгөш йылғаһындағы һыуһаҡлағыс (Ағиҙел йылғаһы бассейны).

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нөгөш һыуһаҡлағысы һәм ундағы Нөгөш ГЭС-һы 1967 йылда төҙөлгән. Төҙөлөш барышында плотина эргәһендә Нөгөш ҡасабаһы барлыҡҡа килә. Һыуһаҡлағыстың көньяҡ ярында Һәргәй ауылы урынлашҡан

Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Мәләүез районы Нөгөш ауылы эргәһендә йылға тамағынан 48 км алыҫлыҡта Башҡортостан милли паркы биләмәһендә урынлашҡан.

Һыуһаҡлағыстың ярҙары текә, урмандар менән ҡапланған. Ял һәм туризм урыны булып тора. Ярҙарын йәйге лагерҙар, санаторийҙар, турбазалар биләй.

Бында балыҡтарҙан алабуға, суртан, ҡыҙыл балыҡ, бәрҙе, шамбы, ағарсаҡ, ажау, ҡорман, йәйен, опто, һыла һ.б. тереклек итә.

Гидроузел ағыҙғысында йылғаның:

  • һыу йыйыу майҙаны 2827 кв.м. (йылға бассейнының 74 проценты),
  • уртаса тәрәнлеге 16 м (иң тәрән урыны 28 м)*уртаса йыллыҡ ағым күләме 1041 млн куб.м,
  • һыуһаҡлағыстың тулы күләме 400 млн куб.м,
  • файҙалы күләме 356 млн куб.м,
  • һыу өҫтө майҙаны 25 кв.км;
  • уртаса оҙонлоғо 10 км (иң оҙон урыны 25 км),
  • уртаса киңлеге 1 км (иң киң урыны 5 км) тәшкил итә.

Гидроузел составы:

  • тупраҡтан өйөп һалынған плотина — оҙонлоғо 218 м,
  • өҫкө һырты буйынса киңлеге -7 м, макс. бейеклеге -31 м);
  • Дүрт тармаҡтан торған һәм ташҡын ағыҙғысы (оҙонлоғо 1311,0 м, киңлеге 75,5 м) булған һыу ебәргес ҡоролмаһы;
  • плотина эргәһендә гидроэлектростанция булған һыу төбөндәге һыу сығарғыс;
  • 750 м оҙонлоҡтағы, 18 м киңлектәге һыу ағыҙыу каналы. Һыуы сөсө.
  • Нөгөш ГЭС-һы йылына уртаса 30–32 млн кВт сәғәт электроэнергия етештерә.

Тәғәйенләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ағымды миҙгелле көйләү, Салауат, Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларын һыу менән тәьмин итеү, электр энергияһы эшләп сығарыу. Шулай уҡ рекреация өсөн файҙаланыла. 1967 йылда төҙөлгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нөгөш һыуһаҡлағысы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.