Октябрь урамы (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Октябрь урамы
Фотография
Октябрь урамы, 9 — А.П. Чехова исемендәге 2-се гимназия
Дөйөм мәғлүмәт
Район

Үҙәк

Элекке исемдәре

Гимназия урамы
Октябрь революцияһы урамы

Оҙонлоғо

4090 м

Почта индексы

347900

картала

Яндекс. Картала
Карта Google-да


Октябрь урамы — Таганрогтың тарихи үҙәк өлөшөндәге урам,.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Октябрь урамы Мечников тыҡрығы һәм Транспорт урамы араһында урынлашҡан. Оҙонлоғо 4 090 метр[1]. Өйҙәргә номерҙар ҡуйыу Мечников тыҡрығынан башлана.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элекке Гимназия урамы. Исемен был урамда урынлашҡан, 1806 йылда, шул саҡтағы Таганрог ҡала башлығы барон Б. Б Кампенгаузен юлламаһы буйынса асылған, Таганрог коммерция ирҙәр гимназияһы менән бәйле алған[2].

1923 йылда исеме Октябрь революцияһы урамы тип үҙгәртелә[3]. Һуңыраҡ исеме Октябрь урамына әйләнә.

Октябрь урамында урынлашҡан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 3-сө ҡала дауаханаһы (В. В. Зактың элекке хирургия дауаханаһы) — Октябрь урамы, 7;
  • А. П. Чехов исемендәге 2-се гимназия — Октябрь урамы, 9;
  • А. П. Чеховтың әҙәби музейы — Октябрь урамы, 9.
  • «Йәйғор» стадионы
  • Таганрог һөт заводы— Октябрь урамы, 31.
  • Рафтопуло ҡунаҡханаһы — Октябрь урамы, 35.

Һәйкәл[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Советтар Союзы Геройы И. К. Голубец бюсы. А. П. Чехов исемендәге 2-се гимназияға инеү ишеге алдында урынлаштырылған. Октябрь урамы, 9.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Энциклопедия Таганрога. Таганрог: Антон, 1998. — 624 с.
  2. Шапочка Е. А. Таганрогская мужская гимназия // Вехи Таганрога. — 2010. — № 45.
  3. Гаврюшкин О. П. Вдоль по Питерской. — Таганрог: БАННЭРплюс, 2000. — 436 с.