Олимпиада

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Олимп[үҙгәртергә]

Олимп—Төньяҡ Грецияла портлы ҡала Солоникиҙан көньяҡ-көнбайышта мөһәбәт тау. Бейеклеге 2917 м. Грек риүәйәттәренә ҡарағанда Олимп — юғары Илаһ Зеве менән бик күп илаһтар йәшәгән урын. Борон ошо тау итәгендә йыл һайын уларга ҡорбан килтерелгән һәм байрам үткәрелгән.

Боронғо Олимпия уйындары[үҙгәртергә]

Олимптан сама менән 400 километр төньяҡ-көнсығышта ятҡан Пелопоннес ярымутрауында, йөҙөм һәм зәйтүн туғайҙары, емеш-еләк баҡсалары менән дан тотҡан үҙәндә Олимп ҡалаһы ла булған. Яҡынса бынан утыҙ быуат элек беҙҙен эранан 788 йыл алда, ошо ҡалала тәүҙә йыл һайын унан дүрт йылға бер тапҡыр егеттәрзең спорт ярыштары үткәрелгән (уға ҡатын-ҡызҙарҙы хатта тамашасы сифатында ла индермәгәндәр). Шул бәйге халыҡта Олимпия уйындары тигән исем алған. Бәйге биш көн барган, ул осорза илдә һуғыштар туҡтатылған. Уйындар грек патриоттарын физик һәм рухи тәрбиәләү мәктәбе булып хеҙмәт иткән.

Олимпиада— йыл берәмлеге[үҙгәртергә]

Боронғо Грецияла был уйындарҙың ни тиклем юғары баһаланыуын шул факт та раҫлай: ул замандарза йыл хисабы тәүге Олимпиаданан, йәғни беҙҙең эраға тиклемге 776 йылдан башлап алып кителгән. Уйындарҙың йышлығына килгәндә инде алмаш-тилмәш сиратлап 49 һәм 50 айҙан һуң, ғәҙәттә август айында үткәрелгэн.

Олимпиада уйындарын тыйып тороу[үҙгәртергә]

Беҙҙең эрага тиклем 431—404 йылдарҙа Афина менән Спарта араһында булган Пелопоннес һуғышынан һәм 338—164 йылдарҙағы Македония һуғышынан һуң Филипп II, ә унан уның улы Искәндәр Зөлҡәрнәй(Алекеандр Македонский) еңеүгә өлгәшкәс һәм, аҙаҡ килеп. безҙең эраға тиклем 146-сы йылда римдар гректарҙы тамам буйһондорғас, Греция тулыһынса иктисади һэм сәйәси бөлгөнлөккә дусар ителә. Римдар Олимпия уйындарына мәғәнәһеҙ күңел асыу тип ҡарай. Һәм беҙҙең эраға тиклем 393 йылда ул замандың һуңгы Олимпия уйындары үткәрелә. Рим императоры Федосийзың әмере менән «гректарҙың йыйылышып бушҡа ваҡыт үткәреүҙәре» тыйыла. Уны мәжүсиҙәр уйыны тип иғлан итәләр. Олимпта илаһтарға ҡуйылган статуялар алып ташлана, гибәҙәтханалар емертелә. Ҡыҫҡаһы, ҡала бөтөнләйгә ҡыйратыла. Олимпия уйындары менән бергә бөтә яҡлап һәләтле, физик сыныҡҡан үҫмерҙәр тәрбиәләү бер нисә быуатҡа туҡтатыла. Тәүге Олимпия уйындарынан башлап иҫәпләнә килгән йыл хисабы ла ғәмалдән сыгарыла.

Хәҙерге заман Олимпиада уйындары[үҙгәртергә]

Ошо тыйыуҙарҙан һуң 1500 йыл үткәс 1894 йылда француз педагогы һәм гуманисы Пьер Кубертон инициативаһы менэн Сорбоннала (Париж) Халыҡ-ара Олимпиада комитеты (МОК) ойошторола һәм 1896 йылда Афинала тәү тапҡыр хәҙерге заман Олимпия уйындары үткәрелә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]