Беренсе донъя һуғышы

Был мәҡәлә һайланған мәҡәләләр исемлегенә керә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беренсе донъя һуғышы
Сәғәт йөрөшө буйынса: Көнсығыш фронттағы траншеялар; Mark V инглиз танктары; Дарданелла алышында диңгеҙ минаһына эләгеп батыусы HMS Irresistible инглиз линкоры; противогаз кейгән инглиз пулемётсылары; Albatros D.III бипланы
Дата

28 июль, 1914 йыл — 11 ноябрь 1918 йыл

Урыны

Европа, Африка һәм Яҡын Көнсығыш (Ҡытайҙа һәм Тымыҡ океан утрауҙарында оҙаҡ түгел)

Сәбәбе

иҡтисади империализм, территориаль һәм иҡтисади дәғүәләр, сауҙа кәртәләре, милитаризм һәм автократия, көстәр балансы, Европа дәүләттәренең үҙ-ара килешеү бурыстары.

Нәтижә

Антанта еңеүе. Рәсәйҙә Февраль һәм Октябрь инҡилаптары һәм Германияла Ноябрь инҡилабы. Австро-Венгрияның, Ғосман империяһының тарҡалыуы. Европаға Америка капиталы үтеп инә башлауы.

Ҡаршы тороусылар

Антанта һәм уның союздаштары:
Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы/республикаһы
Третья французская республика Франция
Соединённое королевство Великобритании и Ирландии Британия империяһы
Сербия Сербия
Бельгия Бельгия
Черногория Черногория
Италия Италия (1915 йылдан)
Румыния Румыния (1916 йылдан)
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ (1917 йылдан)
Греция Греция (1917 йылдан)
Португалия Португалия
Япония империяһы Япония империяһы
Южно-Африканский Союз Көньяҡ Африка Союзы
Бразилия Бразилия
Канада
һәм башҡалар

Үҙәк дәүләттәр һәм уларҙың союздаштары:
Австро-Венгрия Австро-Венгрия
Герман империяһы Герман империяһы
Ғосман империяһы Ғосман империяһы
Третье Болгарское царство Болгария (1915 йылдан)
һәм башҡалар.

Командирҙар

Рәсәй империяһы Бөйөк кенәз Николай Николаевич
Файл:Imperial Standard of the Emperor of Russia (1858—1917).svg Николай II # †
Рәсәй империяһыМихаил Алексеев
Рәсәй империяһыАлексей Брусилов
Рәсәй империяһыЛавр Корнилов
Рәсәй империяһыАлександр Керенский
Рәсәй империяһыНиколай Духонин # †
Рәсәй Совет Федератив Социалистик РеспубликаһыНиколай Крыленко

Третья французская республика Р. Пуанкаре
Третья французская республика Ж. Клемансо
Третья французская республика Ж. Жоффр
Третья французская республика Ф. Фош
Третья французская республика Р. Нивель
Третья французская республика А. Петен
Третья французская республика Ю. Лиотэ
Третья французская республика Л. д’Эспере
Третья французская республика Ж. Галлиени
Третья французская республика Ш. Манжен
Третья французская республика М. Монури
Третья французская республика О. Дюбай
Третья французская республика Н. де Кастельно
Третья французская республика М. Саррай
Георг V
Соединённое королевство Великобритании и Ирландии Г. Асквит
Соединённое королевство Великобритании и Ирландии Д. Ллойд Джордж
Соединённое королевство Великобритании и Ирландии Д. Хейг
Соединённое королевство Великобритании и Ирландии Дж. Джеллико
Соединённое королевство Великобритании и Ирландии Г. Китченер
Соединённое королевство Великобритании и Ирландии Л. Денстервиль
Пётр I Карагеоргиевич
принц-регент Александр
Сербия Р. Путник
Сербия Ж. Мишич
Бельгия Альберт I
Никола I
Черногория Я. Вукотич
Виктор Эммануил III
Италия Л. Кадорна
Италия А. Диаз
Италия принц Луиджи
Фердинанд I
Румыния К. Презан
Румыния А. Авереску
Т. Вильсон
Америка Ҡушма Штаттары Дж. Першинг
Греция П. Данглис
Япония империяһы Окума Сигэнобу
Япония империяһы Тэраути Масатакэ
Южно-Африканский Союз Ян Христиан Смэтс

Франц Иосиф I
Карл I
Австро-Венгрия Ф. фон Гётцендорф
Австро-Венгрия А. фон Штрауссенбург
Вильгельм II
Э. фон Фалькенхайн
Пауль фон Гинденбург
Х. фон Мольтке (Младший)
Р. Шеер
Э. Людендорф
кронпринц Рупрехт
Мәхмүт V
Мәхмүт VI
Ғосман империяһы Әнүәр паша
Фердинанд I
Третье Болгарское царство В. Вазов
Третье Болгарское царство Н. Жеков
Третье Болгарское царство Г. Стоянов-Тодоров

Юғалтыуҙар

Һәләк булған хәрбиҙәр: 5 953 372
Яраланған хәрбиҙәр: 9 723 991
Хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәр: 4 000 676[1]

Һәләк булған хәрбиҙәр: 4 043 397
Яраланған хәрбиҙәр: 8 465 286
Хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәр: 3 470 138[1]

 Беренсе донъя һуғышы Викимилектә

Беренсе донъя һуғышы — 1914 йылдың 28 июленән алып 1918 йылдың 11 ноябренә тиклем дауам иткән глобаль һуғыш. 1939 йылда Икенсе донъя һуғышы башланыуына тиклем ул «Донъя һуғышы» йәки «Бөйөк һуғыш» исеме менән йөрөтөлгән, башҡорт әҙәбиәтендә башлыса «Герман һуғышы» исеме аҫтында телгә алына. Был һуғышта донъяның иң ҡеүәтле дәүләттәре бер-береһенә ҡаршы торған ике альянсҡа берләшкән: Берләшкән Короллек, Франция һәм Рәсәй империяһынан торған Антанта һәм Германия, Австро-Венгрия һәм Италиянан торған Үҙәк дәүләттәр берлектәре барлыҡҡа килгән. Был альянстарға һуғышҡа һуңыраҡ ҡушылған дәүләттәр ҙә кергән: Антантаны Италия, Япония һәм Америка Ҡушма Штаттары, Үҙәк дәүләттәрҙе иһә Ғосман империяһы һәм Өсөнсө Болгар Батшалығы тулыландырған. Шулай итеп, донъя тарихындағы иң оло һуғыштарҙың береһенә 70 миллиондан ашыу кеше йәлеп ителгән.

Һуғыштың сәбәптәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыштың төп сәбәптәре милитаризм, альянстар төҙөү, империализм һәм милләтселеккә килтергән төрлө хәл-шарттарҙы үҙ эсенә ала.[2][3][4]

Империализм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1914—1918 йылғы һуғыш ике яҡтан да империалистик һуғыш (йәғни баҫып алыу, талау, юлбаҫарлыҡ һуғышы), донъяны бүлеү өсөн, колонияларҙы һәм финанс капиталының «йоғонто сфераларын» яңынан бүлешеү өсөн һуғыш булды.

В. И. Ленин. Полное собрание сочинений, т. 27

Билдәле булыуынса, Европа һәм колониаль ерҙәр өсөн дәғүәләр арҡаһында Бөйөк державалар (Италия, Франция, Германия, Британ империяһы, Австро-Венгрия империяһы һәм Рәсәй) араһында барған оҙайлы дипломатик бәрелештәр 1914 йылғы июль көрсөгөнә килтерә.

1871 йылда Германия ерҙәре берләшеп, Германия империяһы булдырылғас, империя индустриаль һәм иҡтисади үҫеш юлына баҫа, тышҡы сәйәсәте иһә Европа континентында өҫтөнлөк яулауға йүнәлтелгән була. Колониялар өсөн көрәшкә һуңыраҡ ҡушылып, ул башҡа Европа илдәренең колониаль ерҙәренә, айырыуса Африка биләмәләренә дәғүәһен белдерә. Бөйөк Британия иһә Германияның Африкалағы экспансияһына ҡаршылыҡ менән яуап бирә. Был Германия менән Англия араһында тыуған сәйәси һәм иҡтисади көсөргәнештең төп сәбәпсеһе була. Франция ла үҙенең Африкалағы биләмәләрен юғалтыуҙан ҡурҡып, Германияға ҡаршы тора.

Күптән инде «Европаның дары мискәһе» булараҡ танылған Балҡан ярымутрауында тыуған көсөргәнеш иһә — һуғыштың туранан-тура сәбәпсеһе. Бында үҙ йоғонтоһон көсәйтеү өсөн Австро-Венгрия бер яҡтан, Сербия һәм Рәсәй икенсе яҡтан бер-береһенә ҡаршы тора. Шулай уҡ Ғосман империяһы тарҡалыуынан һуң барлыҡҡа килгән Балҡан илдәре үҙаллылығын нығытырға ынтыла.

Һуғыш утын тоҡандырыуҙа АҠШ менән Япония ла ҡатнашмай ҡалмай, XIX быуат башында — XX быуат башында улар ҙа донъяны "йоғонто сфералары"на бүлешеүгә ҡушыла.

Беренсе донъя һуғышының хәбәрсеһе булып 19051906, 1911 йылғы Марокко көрсөктәре, 19041905 йылғы Урыҫ-япон һуғышы, 19111912 йылғы Итальян-төрөк һуғышы, 19121913 һәм 1913 йылғы Балҡан һуғыштары хеҙмәт итә.

Берлектәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Дуҫлыҡ сибе», 1914 йылдың июлендә Американың Brooklyn Eagle гәзитендә сыҡҡан карикатура

XIX быуатта төп Европа көстәре Европала көстәр балансын һаҡлау өсөн бер-береһе менән сәйәси берлектәр — альянстар төҙөй башлай, 1900 йылға континентта был берлектәрҙең ҡатмарлы селтәре хасил була. Был йүнәлеш 1815 йылда Пруссия, Рәсәй һәм Австрия араһында Изге берлек төҙөлөүөнән башлана. Артабан 1873 йылдың октябрендә Герман империяһының канцлеры Отто фон Бисмарк Австро-Венгрия, Рәсәй һәм Германия монархтары араһында Өс император берлеге (нем. Dreikaiserbund) булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр алып бара, әммә был берлек үҙ-ара килешеүгә өлгәшә алмай. Уның урынына 1879 йылда Австро-Венгрия һәм Германия Ике яҡлы берлек (йәки Австро-Венгрия килешеүе) төҙөй. 1882 йылда был берлеккә Италия ҡушыла һәм альянс Өс яҡлы берлек исемен ала. Шулай уҡ Бисмарк булышлығы менән Рәсәй һәм Германия араһында 1887 йылда йәшерен Һаҡлыҡ килешеүе (рус. Договор перестраховки) төҙөлә. 1894 йылда Өс яҡлы берлеккә ҡаршы Франция-Рәсәй берлеге хасил була. 1904 йылда Бөйөк Британия Франция һәм Рәсәй менән дипломатик һөйләшеүҙәр алып бара, ахырҙа Бөйөк Британия, Франция һәм Рәсәй араһында 1907 йылда Антанта берлеге төҙөлә.

Шулай итеп, 1914 йылға Европа ике бер-береһенә ҡаршы торған лагерға бүленә. Берлек килешеүҙәренең шарттары буйынса, бер илгә һөжүм осрағында ҡалғандары уға ярҙамға килергә тейеш була. Һөҙөмтәлә, 1914 йылдың июлендә һуғыш асылғас, шул уҡ мәлдә Европаның бөтә илдәре тиерлек был һуғышҡа йәлеп ителә.

Милитаризм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Территорияларҙы бүлешеү һәм «йоғонто сфералары» өсөн көрәш, дәүләттәрҙең үҙ-ара килешмәүе был илдәрҙә ғәскәр иҫәбе артыуына һәм ҡыҙыу ҡоралланыуға килтерә. XX быуат башына ҡорос, төҫлө металдар, машиналар етештереү, нефть һәм күмер сығарыу һаны ҡырҡа арта, тимер юлдар селтәре үҫешә, ә фән һәм техника өлкәһендәге ҡаҙаныштар яңы ҡоралланыу өлгөләре булдырыуға мөмкинлек бирә.

Үҫә барған ҡоралланыуға ихтыяж империалистик державаларҙа хәрби сәнәғәт үҫешенең көсәйеүен тиҙләтә. Дәүләт ҡарамағындағы хәрби заводтар һаны арта, ҡорал етештереү өсөн күпләп шәхси заводтар йәлеп ителә, был өлкәлә эшләгән кеше һаны ҡырҡа арта. Хәрби әҙерләнеүҙәрҙе ғәйәт ҙур сығымдар оҙата килә.

Ҡыҙыу ҡоралланыуҙа ҡатнашырға финанс мөмкинлектәре булмаған Рәсәй хөкүмәте ҡоралланыуҙы сикләү өсөн халыҡ-ара конференция йыйырға саҡыра. Бындай конференция ике мәртәбә Гаагала уҙа. 1899 йылда бында 26 дәүләт, 1907 йылда иһә 44 дәүләт вәкиле ҡатнаша. Шулай ҙа был конференциялар ҡыҙыу ҡоралланыу ярышын туҡтата алмай.

Милләтселек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш алдынан идеологик әҙерлек киң йәйелдерелә. Халыҡ күңеленә хәрби бәрелештәрҙең ҡотолғоһоҙ булыуы тураһында уйҙар һалына, шовинизм уятыла. Империалистик илдәр, халыҡтың патриотик тойғоһон уятып, ҡыҙыу ҡоралланыуҙы аҡлай. Ватанды дошмандан һаҡлау мөһимлеге тураһында уй һеңдерелеп, баҫҡынсылыҡ сәйәсәте йәшерелә.

Йәнә һуғыш сәбәптәренең береһе — империалистарҙың үҙ илдәрендә революцион хәрәкәтте һәм колониаль халыҡтарҙың милли азатлыҡ көрәшен тотҡарларға тырышыуы. Империалистар һуғыш ярҙамында халыҡтың революцион баҫымын еңергә, кәмендә йомшартырға өмөтләнә.[5]

1914 йылдың июле көрсөгө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1914 йылдың 28 июнендә Гаврило Принцип, Босния һәм Герцеговиналағы серб студенты, Млада Босна революцион хәрәкәте ағзаһы, Сараевола Австро-Венгрия тәхетенең вариҫы эрцгерцог Франц Фердинандты һәм уның ҡатыны София Хотекты үлтерә. Был Июль көрсөгө исеме аҫтында билдәле Австро-Венгрия, Германия, Рәсәй, Франция һәм Бөйөк Британия араһында бер айға һуҙылған дипломатик бәрелештәргә сәбәпсе була. Австро-Венгрия, Сербияның Босниялағы йоғонтоһон юҡ итеү өсөн, Сербияға күрәләтә ҡабул итмәҫлек талаптар менән ультиматум ҡуя. Сербия ун талаптың тик һигеҙе менән килешә. Австро-Венгрия 1914 йылдың 28 июлендә Сербияға һуғыш иғлан итә.

Рәсәй империяһы, үҙенең Балҡан ярымутрауындағы йоғонтоһон юғалтмаҫ өсөн, Сербияға ярҙамға килә һәм икенсе көнгә ҡораллы көстәрен тулы әҙерлек хәленә күсерә. Герман империяһы 1914 йылда мобилизациялана, 2 августа ул Рәсәйгә һуғыш иғлан итә. Бөйөк Британия Германияға 4 августа һуғыш иғлан итә.

Һуғыш барышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыш фронт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1905 йылда уҡ Германияның Генераль штабы етәксеһе Альфред фон Шлиффен тарафынан Шлиффен планы исеме аҫтында билдәле стратегик план әҙерләнә. Был план бер юлы ике фронтҡа — Рәсәй һәм Францияға ҡаршы һуғыш алып барыуға юл ҡуймауҙы төп маҡсат итеп ҡуя. Бының өсөн ул 1870—1871 йылғы Француз-прусс һуғышы сценарийын ҡабатлап, Францияны тиҙ арала алырға һәм ғәскәрҙе көнсығышҡа Рәсәйгә ҡаршы борорға ниәтләй. 1877—1878 йылғы Урыҫ-төрөк һуғышы Рәсәй ғәскәре бик яй мобилизацияланыуын күрһәтә, һәм немец командованиеһы Үҙәк дәүләттәргә ҡаршы торорҙай көс йыйыр өсөн, Рәсәйгә ярайһы ваҡыт талап ителеренә өмөт итә. Францияға иһә немец ғәскәре, төп француз көстәрен урап үтеп, Бельгия аша һөжүм итергә тейеш була.

Франция, үҙ сиратында, үҙенең План XVII тип исемләнгән хәрби доктринаһында һуғышты 1870—1871 йылғы Француз-прусс һуғышында юғалтҡан Эльзаз-Лотарингияны кире ҡайтарыуҙан башларға ниәтләй.

Сик алыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бельгия ҡасаҡтары, 1914 йыл

Тәү ыңғайҙа немец ғәскәрҙәре уңышҡа өлгәшә. 2 августа улар Люксембург герцоглығына баҫып инә, 4 август иртәһендә Бельгия сиктәре аша үтә, шулай итеп, был ике илдең нейтраллеге боҙола. 16 августа Бельгияның Льеж ҡәлғәһе, 20 августа баш ҡалаһы Брюссель алына һәм шул уҡ көндә ғәскәр Антверпен ҡалаһына килеп етә.

20 августа немец һәм француз-инглиз ғәскәрҙәре Франция менән Бельгия сиктәрендә осраша. Бындағы яуҙар тарихҡа Сик алышы исеме аҫтында кергән. 21—25 августа Ардендарҙа, Шарлеруала, Монста ҡаты алыштар бара. Был алыштар Германия еңеүе менән тамамлана, француз һәм инглиз ғәскәрҙәре сигенергә мәжбүр була. Француздар шулай уҡ Германия территорияһындағы Эльзас һәм Лотарингия районындағы яуҙарҙа алынған Мюльхаузен ҡалаһын ҡалдыра. 25 августа Сик алышы тамамлана, Парижды һаҡлап ҡала алыу мөмкинлеге шик аҫтында ҡала һәм 2 сентябрҙә Франция хөкүмәте Бордо ҡалаһына күсә.

Марна алышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Марна алышы

Әммә тарихи әҙәбиәттә Марна алышы исеме менән йөрөтөлгән Верден менән Париж араһындағы ҡаты алыш Көнбайыш фронтта һынылыш мәлен билдәләй. 5—9 сентябрь дауамында бында алты инглиз-француз һәм биш немец ғәскәре бәрелешә. Немец командованиеһының тейешле резервтарының булмауы, ғөмүмән, үҙ көстәрен артыҡ баһалау немецтарҙың был юлы еңелеүенә килтерә. Шулай, мәҫәлән, француздар Парижды ҡамарға тейеш булған немец ғәскәренең 1-се уң яҡ флангына һөжүм итә. Һөҙөмтәлә немец командованиеһына көньяҡтағы корпустарҙы көнбайышҡа күсерергә мәжбүр була. Әммә был 1-се һәм 2-се немец ғәскәрҙәре араһындағы бәйләнештең өҙөлөүенә килтерә. Союздаштар килеп тыуған етешһеҙлек менән йәһәт ҡуллана. 8—9 сентябрь төнөндә инглиз һәм француз ғәскәрҙәре 1-се һәм 2-се немец ғәскәрҙәре араһына йырып инә. 9 сентябрҙә Германия көстәре артыҡ уңышһыҙ алыша. 10 сентябрҙә немец командованиеһы сигенергә бойороҡ бирә. 14 сентябргә тиклем сигенеп, улар Эн йылғаһы буйында урынлаша.

Марна алышы һөҙөмтәһендә тәүге тапҡыр немец ғәскәрендә өмөтһөҙлөк һәм төшөнкөлөк кәйефе тарала. Француз ғәскәре иһә Француз-прусс һуғышындағы еңелеүҙән һуң беренсегә Германия ғәскәренән өҫтөнлөк алыуға өлгәшә, бынан һуң инглиз-француз көстәре туҡтауһыҙ сигенеүҙән туҡтап, һөжүмгә күсә. Германияның тиҙ еңеү планы юҡҡа сыға.

«Диңгеҙгә йүгереү»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике яҡ командованиеһы ла дошман ғәскәрҙәрен ҡамау мөмкинлегенә өмөт итә әле. Уаза йылғаһынан көнбайышыраҡ ятҡан ерҙәргә ҙур көстәр килеп етмәгән була, һәм киләһе көндәрҙә ике яҡ та бер-береһен шул яҡтан ҡамап алырға тырыша. Бының өсөн улар төрлө урындарҙан көстәрҙе бер-бер артлы дошмандың асыҡ ҡалған флангы яғына күсерә. Һөҙөмтәлә, фронт һыҙығы төньяҡ-көнбайышҡа күсә барып, Төньяҡ дингеҙгә килеп терәлә, Лис йылғаһынан алып диңгеҙгә тиклемге арауыҡ ғәскәр менән тула. Ваҡиғалар барышында иң көсөргәнешле алыштар Уаза, Сомма, Скарп һәм Лис йылғалары буйында бара. Был хәрәкәт һуңынан тарихҡа «диңгеҙгә йүгереү» исеме аҫтында керә.

Был арала немецтар Антверпенды алыу өсөн ҙур көс һала. 10 август ҡәлғә ҡолай, ә Бельгия хөкүмәте Гаврға күсә.

Фландриялағы һуғыш хәрәкәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер ай дауамында тиерлек, 20 октябрҙән алып 15 ноябргә тиклем Фландрияла, Изер һәм Ипр йылғалары буйында алыштар бара. Изерҙа немец ғәскәрҙәре француз частары булышлығы менән бельгий ғәскәрҙәренә ҡаршы алышып, уңышҡа өлгәшә. Ә Ипр районын союздаштар һаҡлап алып ҡала.

Фландриялағы һуғыш хәрәкәттәре менән Көнбайыштағы һуғыштың маневрлы осоро тамамлана, Фландрия ярҙарынан алып Швейцария сигенә тиклем 700 километрлыҡ позиция фронты билдәләнә. Ике яҡ та ергә күмелә, окоптарын сәнскеле тимер сыбыҡ менән сырмай. Был шарттарҙа яҡтар көсөн үҙ ҡурғауын (рус. оборона) нығытып, икенсе яҡтың ҡурғауын өҙөүгә йүнәлтә. Позицион һуғыш осоро башлана.

Был арала Көнсығыш фронтта хәлдәр ҡырҡыулана, һәм немец командованиеһы төп иғтибарын шул яҡҡа йүнәлтә.

Көнсығыш фронт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнсығыш Пруссиялағы операция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ фронтындағы хәрәкәттәр Көнсығыш Пруссиялағы операция менән башлана. Германия Шлиффен планына ярашлы, Рәсәйҙең яй мобилизацияланып, шул арала Францияны тар-мар итә алырына иҫәп тота. Әммә, Франция менән килешеү шарттары буйынса, Рәсәй империяһы һуғышҡа ғәскәрҙәр тулыһынса тупланмаҫ элек керергә мәжбүр була. Был операцияла генерал Павел фон Ренненкампф етәкселегендә 1-се ғәскәр һәм генерал Александр Самсонов етәкселегендә 2-се ғәскәр ҡатнаша. 4 (17) август урыҫтар Көнсығыш Пруссияға баҫып инә, Шталлупёнен (хәҙерге Нестеров) ҡалаһы янында тәүге бәрелеш урыҫтар файҙаһына тамамлана.

Тәүге аҙнала урыҫ ғәҫкәҙәре уңышлы яуҙар алып бара, һан яғынан ҡалышҡан немецтар сигенгәндән-сигенә бара. 7 (20) августа башланған Гумбиннен яуында ла урыҫ ғәскәрҙәре еңеүгә ирешә. Был шарттарҙа урыҫ командованиеһының немец ғәскәрҙәрен ҡыйратырға мөмкинлеге була, тик бының урынына һөжүм яйлана, генерал Ренненкампф ғәскәренә ялға туҡтарға бойороҡ бирә.

Был арала Германия командованиеһы урыҫтарға ҡаршы һөжүм әҙерләй, сигенеү позицияһын тотҡан Притвицты ул генерал Гинденбургҡа алыштыра. Урыҫтарҙың бөтә оператив мәғлүмәтте радио аша асыҡ текст менән ебәреүе немецтарға буласаҡ хәрәкәттәрҙе ентекле планлаштырырға мөмкинлек бирә. 13 (26) август 2-се урыҫ ғәскәренә ҡаршы ҡаты һөжүм башлана. 16 (29) август Самсоновтың ғәскәре ҡамауға эләгә, 30 мең тирәһе һалдат, шул иҫәптән 15 генерал әсирлеккә эләгә.[6] 2-се ғәскәр тулыһынса тар-мар ителә, Самсонов үҙенә-үҙе ҡул һала. Был яу тарихҡа Танненберг яуы, йәки Самсонов операцияһы, Самсонов фажиғәһе исеме аҫтында кергән.

Артабанғы Мазур яуында һөҙөмтәһендә 1-се урыҫ ғәскәре сигенергә мәжбүр була.

Франция Европа йөҙөнән юйылмаған булған икән, беҙ бының өсөн тәү сиратта Рәсәй алдында бурыслы.

Фердинанд Фош

Шулай итеп, был хәрәкәттә Рәсәй уңышһыҙлыҡҡа юлыға, Германия үҙ позицияһын һаҡлап ҡала. Германия хәҙерге көнгәсә Танненберг яуын Германия тарихындағы иң уңышлы операция тип иҫәпләй, яу урынында ҙур мемориал төҙөлгән һәм шунда уҡ фельдмаршал Гинденбург ерләнгән.

Шулай ҙа Германия командованиеһының ғәскәрен Рәсәйгә ҡаршы ебәрергә мәжбүр булыуы уның Көнбайыш фронтта алып барған операцияһының уңышһыҙлыҡҡа осрауын хәл итә. Францияны тиҙ еңеүгә ҡоролған стратегик план урыҫтарҙың союздаштарына күрһәткән ярҙамы менән юҡҡа сыға.

Галиция операцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галиция операцияһы — Беренсе донъя һуғышының иң эре стратегик операцияларының береһе — 5 (18) августан алып 13 (26) сентябргә тиклем дауам итеп, Висла һәм Днестр йылғалары араһында бара. Фронт һыҙығы, һөжүм үҙәгендә Львов ҡалаһын ҡалдырып, 320 километрға, һуңынан 400 километрға һуҙыла. Ике яҡтан барыһы туғыҙ ғәскәр: биш урыҫ һәм дүрт австро-венгр ғәскәре ҡатнаша. Галиция яуын ғәҙәттә бер нисә айырым операцияға бүләләр. Люблин-Холм операцияһында урыҫтар уңышҡа ирешә алмай. Галич-Львов операцияһы һөҙөмтәһендә иһә Галич һәм Львов ҡалалары урыҫтар тарафынан алына. Городок яуында австро-венгрҙар Львовты ҡайтарыуҙы маҡсат итеп ҡуялар, әммә яу урыҫтарҙың тулы еңеүе менән тамамлана. 29 август (11 сентябрь) австро-венгр ғәскәрҙәре дөйөм сигенеү башлай. Урыҫ ғәскәрҙәре Көнсығыш Галицияны ала. Әммә австро-венгр ғәскәрәре тулыһынса ҡыйратылмай, быға көньяҡ-көнбайыш фронт етәкселегенең ҡыйыуһыҙ эш итеүе сәбәпсе була.

Галиция операцияһы һөҙөмтәһендә Рәсәй 230 мең кешеһен, Авcтро-Венгрия 400 мең кешеһен юғалта, шуларҙың 100 меңе әсирлеккә эләгә.[7] Германияның иң көслө союздашының хәрби көсө ҡаҡшатыла. Австро-венгр ғәскәрҙәре бынан ары үҙ аллы яу алып барыу һәләтенән мәхрүм ҡала. Германияның планы Көнсығыш фронта ла уңышһыҙлыҡҡа осрай.

Варшава-Ивангород операцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Урыҫ ғәскәрҙәре Варшавала

Варшава-Ивангород операцияһы — шулай уҡ Беренсе донъя һуғышының иң эре операцияларының береһе. Урыҫ командованиеһы Германияға үтеп инеү ниәтендә Урта Висланан тәүәккәл һөжүм планлаштыра. Германияның юғары командованиеһы үҙ сиратында Галиция операцияһында тар-мар ителгән австро-венгр ғәскәрҙәренең сигенеүен туҡтатыр өсөн һәм урыҫтарҙың Познангә һәм Силезияға баҫып инеү ҡурҡынысын юҡ итер өсөн, Варшаваға һәм Ивангород ҡәлғәһенә һөжүм өсөн ғәскәр йыя.

15 (28) сентябрь көнө немец һәм австро-венгр ғәскәрҙәре һөжүм башлай. Ҡаты алыштар барышында урыҫ ғәскәрҙәренең өҫтөнлөгө билдәләнә башлай. 14 (27) октябрҙә немец ғәскәрҙәре һәм союздаштары сигенеүгә күсә. Урыҫ ғәскәрҙәре уларҙы 26 октябргә (8 ноябрь) тиклем эҙәрлекләп бара. Шулай итеп, был операция ла урыҫтарҙың уңышы менән тамамлана. Бының менән урыҫтар немец армияһының еңелмәҫлеге тураһында легенданы юҡҡа сығара. Әммә Германияға үтеп инеү маҡсаты бойомға ашырылмай ҡала.

Лодзь операцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ командованиеһы Германияға дүрт ғәскәр көсө менән баҫып инеү операцияһын әҙерләй башлай. Познань һәм Силезияны урыҫтар ҡулында ҡалдырмаҫ өсөн, немец командованиеһы ғәскәрҙәрен Көнбайыш фронттан Көнсығыш фронтҡа күсерергә мәжбүр була. Урыҫтарҙың һөжүме 1 (14) ноябргә планлаштырылған була, әммә немецтар өс көн алдан, 29 октябрҙә (11 ноябрь) һөжүм аса. Шулай итеп, Лодзь операцияһы башлана. Әммә көтөлмәгән һөжүм үҙен аҡлай алмай, урыҫ ғәскәрҙәре немецтарҙы ҡаты яу менән ҡаршы ала. Ике яҡтан да әүҙем хәрәкәттәр 11 (24) ноябргә тиклем дауам итә. Операция һуңында ике яҡта көсһөҙләнә. Урыҫ ғәскәрҙәрен ҡамауға алырға тырышҡан немецтар үҙҙәре ҡамауға эләгеп, ҙур көс менән ҡамауҙан сыға. Урыҫтар иһә Германияны баҫыр инеү планын тағы ла атҡара алмай.

Башҡа фронттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш баршында уға яңынан-яңы ҡатнашыусылар өҫтәлә, яңы фронттар барлыҡҡа килә.

Балҡан театры[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Серб һалдаттары ҡурғау позицияһында, 1914 йыл

Балҡан театрында һуғыш 1914 йылдың 28 июлендә австро-венгрҙар Сербияның баш ҡалаһы Белградты артиллерик утта тотоуынан башлана. Сербия ике Балҡан һуғышынан һуң хәл йыйып өлгөмәгәнлектән, һуғышҡа әҙерлекһеҙ керә һәм Австро-Венгрияға ҡаршы көслө ғәскәр сығара алмай. Сербтарҙың үҙаллылыҡ өсөн көрәше башҡа славян халҡын битараф ҡалдырмай. Төрлө илдәрҙән, шул иҫәптән Рәсәйҙән дә серб ғәскәренә үҙ теләге менән ҡушылырға теләүселәр ағыла. Балҡан ярымутрауының икенсе славян иле — Черногория Сербияға айырыуса ҙур ярҙам күрһәтә.[7]

Балҡан театрындағы беренсе операция 12—24 август дауамында һуҙыла. Австрийлылар һөжүме менән башланған был яу сербтарҙың контрһөжүме менән һәм австрий ғәскәрҙәренең сигенеүе менән тамамлана. Серб ғәскәрҙәре 50 мең әсир һәм 50 трофей ҡорал ала. Икенсе операция 7 сентябрҙән 15 декабргә тиклем дауам итә. Австрийлылар һөжүм итә, әммә сербтарҙың ҡаты ҡаршылығына бәрелә. 7 ноябрь сербтар ҡамау ҡурҡынысы аҫтында ҡала һәм сигенә. Австрийлылар Белградты баҫып ала. Союздаштар ҡорал һәм припастар менән тәьмин иткәндән һуң, сербтар 3 декабрь контрһөжүмгә күсә. Австрий ғәскәрҙәре сигенергә мәжбүр була, Белград кире ҡайтарыла. Сербтар 46 мең әсир, 126 ҡорал, 70 пулемёт һ.б. трофей ала.[5]

Австро-венгр командованиеһы бынан ары Сербияла әүҙем хәрби хәрәкәттәр алып барыуҙан баш тарта һәм төп көстәрен урыҫ фронтына йүнәлтә.

Кавказ фронты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркиә хөкүмәте сит дәүләттәргә бурысҡа батыу арҡаһында тулыһынса тиерлек француз, британ һәм герман капиталистары ҡулында була. Һуғыш башланыу менән Бөйөк Британия менән Франция бер яҡтан, Германия икенсе яҡтан Төркиәгә йоғонто өсөн көрәш башлай, уның ҡайһы яҡ өсөн һуғыш алып барыуы географик урынының уңайлыҡтары арҡаһында ла мөһим була. Һуғыш алдынан Төркиәлә власҡа Германия яҡлы Әнүәр паша килә, һәм илдә Германия йоғонтоһо көсәйә. Бынан тыш, Рәсәй менән оҙаҡ йылдар дауамында һуҙылған килешмәүсәнлек Төркиәне һуғышта Үҙәк дәүләттәр яғында ҡатнашырға этәрә.

1914 йылдың 2 авгусында Төркиә менән Германия араһында килешеү төҙөлә. Һуғышҡа әҙерләнеүҙе йәшереү маҡсатында 3 август төрөк хөкүмәте нейтраллек иғлан итә. 30 октябрь Рәсәйгә ҡаршы һуғыш хәрәкәттәрен ул иғланһыҙ башлай. Быға яуап итеп урыҫ хөкүмәте Төркиәгә һуғыш иғлан итә һәм 2 ноябрь төнөндә төрөк сиктәре аша үтеп инә башлай. 5 ноябрь Төркиәгә һуғышты Англия, 6 ноябрь — Франция иғлан итә. 12 ноябрь Төркиә изге һуғыш, йәғни йыhат иғлан итә. Төркиә менән һуғыш бер нисә фронта башлана, әммә Кавказ фронтында айырыуса әүҙем бара.

Төрөк һалдаттары Һарыҡамыш операцияһында

22 декабрь төрөк ғәскәрҙәре һөжүме менән Һарыҡамыш операцияһы башлана. Һарыҡамыш өсөн ҡаты алыштарҙа ике яҡ та ҙур юғалтыуҙарға дусар була. Хәрби хәрәкәттәр ҡаты һыуыҡта барғанлыҡтан, был операцияла бик күп һалдаттар туңып үлә. 30 декабрь төнөндә төрөктәр сигенеүгә күсә, 4 ғинуар төрөк ғәскәрҙәренең өлөшө ҡамауҙа ҡалып, әсирлеккә эләгә. Артабанғы алыштар ҙа төрөктәрҙең еңелеүе менән тамамлана.

Алыҫ Көнсығыш фронты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япония, Тымыҡ океандың көнсығыш өлөшөндә хакимлыҡ яулауҙы маҡсат итеп ҡуйып, һуғышҡа ҡушыла һәм Алыҫ Көнсығыш театры барлыҡҡа килә.

15 август Япония Германияға, япон һәм ҡытай һыуҙарынан бөтә немец хәрби караптарын сығарыуы талап итеп, ультиматум ҡуя. Немец хөкүмәте был ультиматумды яуапһыҙ ҡалдыра. 23 август Япония Германияға һуғыш иғлан итә. Ноябрҙә ныҡышмалы алыштарҙан һуң япондар Германияның мөһим хәрби диңгеҙ базаһын — Циндао ҡәлғәһен баҫып ала. Сентябрҙә — ноябрҙә Германия үҙенең Тымыҡ океандағы барлыҡ колониаль биләмәләрен юғалта. Япондар Германияға ҡараған утрауҙарҙы баҫып ала. Шуның менән Японияның һуғышта ҡатнашыуы тамамлана.

Африкалағы һуғыш хәрәкәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш хәрәкәттәре Германияның Африкалағы колонияларында — Того, Камерун, Көньяҡ-көнбайыш һәм Көнсығыш Африкала ла бара, әммә бында бик аҙ һанлы отрядтар эш итә. Тора-бара Германия үҙенең барлыҡ колонияларын юғалта, Тогоны иһә 1914 йылдың 24 авгусына берләшкән француз һәм инглиз көстәре баҫып ала.[7]

Диңгеҙҙәге һуғыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Немец крейсерҙарының океандағы хәрби хәрәкәттәре башта уңышлы бара. Улар сауҙа һәм хәрби йөк ташыу транспорттарын батырып, һыу юлы элемтәһен үҙ контроле аҫтында тота. Германияның адмирал Шпее етәкселегендәге крейсер эскадраһы 1914 йылдың 1 ноябрендә инглиз эскадраһын туҙҙыра, ике инглиз крейсерын батыра. 8 декабрь көнө инглиздәр Шпеены Фолкленд утрауҙары янында ҡыуып тотоп, ҡыйратыуға өлгәшә. Шпееның бөтә караптары батырыла, иҫән ҡалған "Дрезден"ды инглиздәр 1915 йылдың мартында батырып ҡуя.

Төп диңгеҙ алыштары Төньяҡ диңгеҙҙә бара. Бында 28 август инглиз крейсер эскадраһы Гельголанд утрауы янында немец крейсерҙарына һөжүм итә. Һөҙөмтәлә өс немец крейсеры һәм бер эсминецы батырыла.

Һуғыштың тәүге айҙарында уҡ диңгеҙ алыштарында һыу аҫты кәмәләрене уңышлы ҡулланыла. 22 сентябрь немец һыу аҫты кәмәһе ярҙамында бер-бер артлы өс инглиз бронялы крейсерын батыра. Ошо ваҡиғанан һуң яңы һуғыш ҡоралының роле ныҡ арта.

Ҡара диңгеҙҙә 28 декабрь урыҫ миналарына эләгеп Босфор боғаҙы янында немец «Гебен» крейсеры эшлектән сыға. Был урыҫ флотының Ҡара диңгеҙҙәге хакимлығына булышлыҡ итә.

Диңгеҙ һуғыштарының төп һөҙөмтәһе — Англия тарафынан Германия ярҙарының ҡамалыуы — һуғыш барышына ныҡ йоғонто яһай.[8]

1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1914 йылғы кампания һуғыштағы бар ҡатнашыусыларҙың да көстәрен һәм мөмкинлектәрен һынай. Германияның ҡыҫҡа һуғыш планы ҡыйрала, бының урынына оҙайлы һуғыш башлана. Әммә дәүләттәр бындай һуғышҡа әҙер булмай сыға — 1914 йылғы ҡанлы алыштар ғәскәрҙәрҙе хәлһеҙләндерә, ҡорал, припастар етешмәй. Айырыуса урыҫ ғәскәрҙәренең торошо насар була — корпустарҙа бер нисә меңәр кешегә ҡорал етмәй. 1914 йылғы операциялар ҙур күләмле ғәскәрҙәр менән етәкселек итеүҙәге етешһеҙлектәрҙе күрһәтә, был айырыуса француз һәм урыҫ ғәскәрҙәрендә һуғыштың тәүге көндәренән үк күҙәтелә.

Һуғыш позицион төҫ алыу менән хәрби операциялар башҡарыу юлдары ла үҙгәрә, һуғышҡа тиклемге уставтар яңы һуғыш талаптарына яуап бирмәй. Ике яҡ командованиеның да көсө ҡаршы яҡтың ҡурғауын өҙөүгә йүнәлтелә. Шулай уҡ траншеялар һәм башҡа нығытмалар яһау кәрәклеге инженер ғәскәрҙәренең роле артыуына килтерә.

Дөйөм алғанда, 1914 йылғы һуғыш хәрәкәттәре Антантаның еңеүе менән тамамлана — Марнала немецтар, Галицияла австрийлылар, Кавказда төрөктәр уңышһыҙлыҡҡа дусар була.[5][8]

1915 йылғы һуғыш хәрәкәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германия командованиеһы Рәсәйҙе ҡыйратып, һуғыштан сығарыуға иҫәп тотоп, баҫымды көнсығышҡа күсерергә ниәтләй. Шулай итеп, 1915 йылда төп һуғыш хәрәкәттәре Көнсығыш фронтта бара. Был арала Антантаның үткән йылдағы кеүек үк дөйөм стратегик планы булмай. Шулай ҙа Англия һәм Франция бер-береһе менән тығыҙыраҡ бәйләнеш тота һәм артабанғы һуғышты Рәсәй иҫәбенә алып барырға ниәтләй. Германия һөжүмен Көнсығышҡа күсереүенән файҙаланып, улар үҙҙәренең сәнәғәтен һуғышҡа яраҡлаштырыу, хәрби көстәрен нығытыу менән була. Рәсәйҙән иһә әүҙем һөжүм талап итә.

Көнсығыш фронт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Союздаштар урыҫ һалдатының һуңғы ҡанына ҡәҙәр һуғыш алып барырға булды.

— Һалдаттар араһында таралған фраза, Головин H. H. Военные усилия России в Мировой войне. — Париж: Т-во объединённых издателей, 1939

Көнсығыш Пруссия һәм Карпат тауҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Февраль—март Көнсығыш Пруссияла һәм Карпат тауҙарында ҡаты алыштар тоҡана. Көнсығыш Пруссиялағы ҡышҡы операцияларҙың һөҙөмтәһендә немец командованиеһының урыҫ ғәскәрҙәрен төньяҡтан ҡамап алыу планы тормошҡа ашырыла алмай, шул уҡ ваҡытта урыҫ ставкаһының Көнсығыш Пруссияны алыу ниәте лә үтәлмәй. 1915 йылдың ғинуарында башланған Карпат тауҙарындағы операция һөҙөмтәһендә 9 (22) март Австро-Венгрияның 120 мең кешелек гарнизоны әсирлеккә эләгә. Әммә урыҫ ғәскәрҙәре был уңышты артабан үҫтерә алмай — ҡорал һәм припастар етешмәүе үҙенекен итә. 29 март (11 апрель) Карпаттағы һөжүм туҡтап ҡала.

Горлицела ҡурғау өҙөлөүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1915 йылда урыҫ фронтының өҙөлөүө

Урыҫ ғәскәрҙәренең Карпаттағы уңышынан һуң Австро-Венгрияға уларҙың Венгрия тигеҙлегенә сығыуы ҡурҡынысы янай. Германияның юғары командованиеһы был хәлдән сығыу өсөн әҙерләгән Горлице операцияһының эҙемтәһе бөтә урыҫ фронты өсөн ифрат ауыр була. Был операция бик ентекле һәм бик йәшерен әҙерләнә. Пландары асылмаһын өсөн немецтар ғәскәрҙәрен Көнбайыш фронттан Галицияға урау юлдан килтерә. Һөжүм 19 апрель (2 май) башлана, алдан билдәләнгән урынға — Горлице ҡалаһы тирәһенә туҡтауһыҙ артиллерик ут ҡатыш мина яуҙырыла. 22 апрелгә (5 май) ҡурғау өҙөлә. Урыҫ ғәскәрҙәре сигенә башлай. Май башына улар Сан һәм Днестр йылғаларына килеп етә, 3 (16) июнь Перемышлде, 9 (22) июнь Львовты ҡалдыра. Шулай итеп, ике ай эсендә урыҫтар Галициянан китергә мәжбүр була.

Польшалағы операциялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Ат». Николай Самокиш рәсеме, 1915 йыл

Урыҫтарҙың фронт һыҙығы был ваҡытҡа Нарев йылғаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан Осовецтан көньяҡҡа, көнбайыштан Варшава һәм Ивангородты урап үтеп, Көнбайыш Буг йылғаһына тоташа һәм дуғаны хәтерләтә. Немецтар ошо «дуғаның» ике яғынан һөжүм итеп, урыҫ ғәскәрҙәрен ҡамауға алырға һәм ҡыйратырға ниәтләй. Июнь аҙағында төньяҡтан һәм көньяҡтан һөжүм башлана, урыҫтар ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә. Әммә немецтарҙың ниәтен аңлап алған урыҫ командованиеһы ғәскәрҙе дошман ҡыҫымынан сығарып, сигенергә бойора. Урыҫтар ҡаты яуҙар алыр бара-бара, өс ай дауамында сигенә һәм Польшаны ҡалдыра. Сентябрь аҙағына — октябрь башына фронт яйланып, Балтик диңгеҙенән алып Румыния сиктәренә тиклем һуҙылған фронтта позицион алыш башлана.

Ике яҡтан да юғалтыуҙар ҙур була, ғәскәрҙәр бик нык хәлһеҙләнә. Германияның йәйге операциялары уңышлы тамамлана, шулай ҙа стратегик планы үтәлмәй ҡала.

Көнбайыш фронт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ипр йылғаһы буйында газ атакаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тирә-яҡты төтөндөң тәүге болоттары сорнап, кешеләрҙе тонсоҡтороп, үлем ғазабында үрһәләндергәндә ғәскәрҙәрҙе башта ғәжәпләнеү, һуңынан ҡот осоу һәм ниһайәт кәүкә ялманы. Кем ҡуҙғала ала, шул башлыса юҡҡа, эҙәрлекләгән ҡотолғоһоҙ хлор төтөнөн ҡыуып үтергә тырышып йүгерҙе.

— Һөжүмдең шаһиттары һүҙҙәренән. А. Фрайс, К. Вест. Химическая война. М., 1924

Көнбайыш театрҙа был ваҡытта ике яҡ та үҙенең ҡурғауын нығытыу менән булыша. Шул уҡ ваҡытта немецтар ҙа, инглиз менән француздар ҙа позицион фронтты өҙөү юлдарын эҙләй. Был маҡсат менән, ул ғына ла түгел, Галицияла әҙерләнгән операциянан иғтибарҙы ситкә йүнәлтер өсөн, немецтар 22 апрель Ипр йылғаһы буйында химик ҡорал ҡуллана. 180 мең кг. хлор инглиз корпусына табан 5 минут дауамында ебәрелә. Хлор менән ағыуланып, 15 мең кеше зарарлана, 5 мең кеше үлә. Ипрҙа ҡурғау өҙөлә, әммә немецтарҙың был уңышты ҡулланыр өсөн етерлек ресурстары булмай.

Иприт менән ағыулынған Канада һалдаты

Немецтар бығаса ла химик снарядтар менән һөжүм иткән була. Шулай ҙа нәҡ Ипр буйында улар, халыҡ-ара конвенция шарттарын боҙоп, химик ҡоралды ҙур күләмдә ҡуллана. Был һөжүм немецтарға артыҡ уңыш килтермәй, әммә бынан ары химик ҡоралды ике яҡ та ҡулланыуҙан тартынмай. Тоҡанып киткән газ һуғышында яңынан-яңы саралар керетелә, шулай уҡ химиҡ ҡоралдан һаҡланыу саралары ла үҫешә башлай. 1915 йылда уҡ марля битлектәргә алмашҡа противогаздар керетелә.

Шампань һәм Артуалағы операциялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙың 9-нан 15-нә тиклем Артуала француздар немец ҡурғауын өҙөргә тырышып, һөжүм итә. Һөҙөмтәлә 2 километрға үтеп инеүгә өлгәшә, әммә дошман позициялары ныҡлы булып сыға. Инглиз һәм француздарҙың был һәм май—июндә алып барған бөтә һөжүмдәре немец командованиеһын уларҙың Көнбайыш фронтта әүҙем операциялар алыу ниәттәре юҡлығына ышандыра ғына.

Шулай ҙа Антанта илдәрен Көнсығыш фронттағы уңышһыҙлыҡтар борсоуға һала. Союздың берҙәм һуғыш планы булмауы кире һөҙөмтә биреүен дәүләттәрҙең юғары командованиеһы танырға мәжбүр була. 7 июль Шантильила француз ғәскәрҙәре башлығы Жоффр тәҡдиме буйынса беренсе союз-ара конференция йыйыла. Был конференцияла австро-немец ғәскәрҙәре союздаш илдәрҙең береһенән икенсеһенә төп һөжүмен күсереп, уларҙы бер-бер артлы һуғыштан сығырасағы, уңышҡа ирешеү өсөн Антантаға бер нисә фронтта бер юлы һөжүм итеү кәрәклеге таныла.

Июль уртаһынан инглиз-француз ғәскәрҙәре ҙур күләмдәге операцияға әҙерлек башлай. Германия фронтын өҙөүҙө Артуала һәм Шампандә башҡарырға ҡарар ителә. Әммә һөжүмгә әҙерлек оҙаҡҡа һуҙылып, сентябрь аҙағында ғына башлана. Был ваҡытҡа урыҫтар үҙ фронтында байтаҡҡа сигенеп, позицион һуғыш алып бара, ә немецтар үҙ сиратында инглиз-француздарға ҡаршы үҙ ғәскәрҙәрен йүнәлтерлек хәлдә була.

Шампандә һөжүмде француздар 25 сентябрь башлай. Беренсе немец позицияһын алып, улар икенсеһе ҡаршыһында туҡтатыла. Артуалағы һөжүмде инглиздәр шул уҡ көндә башлап, уңышҡа ирешә алмай. Һөҙөмтәлә инглиз һам француз ғәскәрҙәре дошмандарына ҡарағанда ике тапҡыр күберәк кешеһен (француздарҙан — 222 мең, инглиздәрҙән — 74 мең, немецтарҙан — 141 мең кеше) юғалта. 20 октябрь һулпән барған алыштар тамамлана һәм Көнбайыш фронтында ҡайтанан яҡтар үҙ позицияларында ултырыуҙы дауам итә.[5][9]

Башҡа фронттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1915 йылғы кампания башына һуғышта ҡатнашҡан дәүләттәр ауыр хәлдә була — империалистарҙың тиҙ еңеүгә өмөтө аҡланмай. Шуға ла хәрби ресурстарҙы башҡа дәүләттәр иҫәбенә киңәйтеү мөһим һорауға әйләнә. Ике берлек тә яңы союздаштар йәлеп итеү буйынса дипломатик көрәшен көсәйтә.

Италия фронты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Изонцо йылғаһы буйы. Австро-венгр йәйәүле ғәскәре ҡурғау позицияһында

1915 йылда ике коалиция ла Италияны үҙ яғына тартыр өсөн бар тырышлыҡтарын һала. Был ваҡытта Италия рәсми рәүештә Өс яҡлы берлектә ҡалһа ла, Франция һәм Рәсәй менән йәшерен килешеүҙәр төҙөгән була. 1914 йылдың авгусында ул нейтраллек иғлан итә, үҙе иһә һуғыштан һуңғы территориялар бүлешеүҙән ҡалмаҫ өсөн, ике яҡ менән дә һөйләшеүҙәр алып бара. Ахырҙа Антанта яғында һуғышыу уға төшөмлөрәк күренә. 1915 йылдың 26 апрелендә Лондонда килешеү төҙөлә, уның шарттары буйынса Авcтрия ерҙәренең ҡайһы бер өлөштәре һуғыштан һуң Италияға тейеш була.

Австро-итальян сиктәрендә Италия фронты хасил була. Италия бер нисә урында һөжүм башлай, Изонцо йылғаһы буйында иһә айырыуса әүҙем алыштар алып бара. Австрия ғәскәрҙәренең төп өлөшөн Рәсәйгә ҡаршы йүнәлткәнгә күрә, был фронтта ҡурғау позицияһын ала. 24 май Италия ғәскәре һөжүм башлай, әммә артыҡ ҙур уңышҡа ирешә ламай. Итальяндар Изонцола һөжүмде тағы 18 июль — 3 август, 18 октябрь — 2 ноябрь, 9 ноябрь — 11 декабрь ҡабатлайҙар, әммә австрийлыларҙың ҡурғауан өҙә алмайҙар. Һуғышҡа кереүенең тәүге алты айында Италия 280 меңгә тиклем кешеһен юғалта, әммә бер нигә лә өлгәшә алмай.[8][9]

Балҡан фронты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Серб ғәскәрҙәренең Албанияға сигенеүе

Үҙәк дәүләттәр өсөн әлегәсә нейтраллек һаҡлаусы Болгарияның улар яғында һуғыш башлауы айырыуса мөһим була. Болгария үҙе лә 1913 йылғы Балҡан һуғышында юғалтҡан ерҙәрен кире ҡайтарыу өсөн һуғышҡа керергә әҙерләнә. 1915 йылдың июненән сентябренә тиклем Софияла барған һөйләшеүҙәрҙә Өс яҡлы берлек күп быуаттар дауамында дошманлашҡан Болгария менән Төркиәне яраштырыуға ирешә. 6 сентябрҙә Болгария хәрби конвенцияға ҡул ҡуя, 14 октябрь Сербияға ҡаршы һуғыш аса. Был аҙ һанлы серб ғәскәрен ифрат ауыр хәлгә ҡалдыра. Үҙәк дәүләттәр баҫымы аҫтында серб ғәскәре ике ай буйы Черногория һәм Албанияға сигенә, улар менән бергә серб халҡы ла китә.

Антанта илдәре Сербияға ярҙам ҡулы һуҙыу маҡсатында Греция хөкүмәте рөхсәтенән Салоник ҡалаһында ғәскәр туплай башлай, шулай итеп, Салоник фронты асыла. Әммә был ярҙам һуңлап ҡала.

Серб ғәскәренең еңелеүе менән Үҙәк дәүләттәр Балтик диңгеҙенән алып Урта диңгеҙгә тиклем һуҙылған фронт һыҙығы булдыра. Германия һәм Төркиә араһында тимер юл бәйләнеше яйлана. Шулай итеп, Балҡан фронтында хасил булған хәл-шарттар һис тә Антанта файҙаһына булмай.

Алыҫ Көнсығыштағы һуғыш хәрәкәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алыҫ Көнсығыштағы алыштар Месопотамия, Сүриә-Фәләстан фронттарында, айырыуса әүҙем Кавказ фронтында бара. 1915 йылдың ғинуар—майында урыҫтар Батуми районынан төрөктәрҙе сығара, артабан алыштар Ван күле буйҙарына күсә. Ул арала немец агенттарының тырышлығы менән Персия граждандар һуғышы хәлендә була. Рәсәй һәм Англияға ҡаршы күтәрелгән ҡәбиләләрҙе баҫыр өсөн, Энзели портына урыҫ корпусы ебәрелә. Декабрь аҙағына ул немец-төрөк отрядтары менән уңышлы алышып, Персияла Рәсәй йоғонтоһон нығытыуға ирешә.

Сүриә-Фәләстан фронтында Төркиә Бөйөк Британияны Азиялағы колониялары менән тоташтырып тороусы мөһим һыу юлы — Суэц каналына һөжүм итә. Суэц каналын алғандан һуң, төрөктәр Мысырҙа инглиздәргә ҡаршы йыһат күтәрергә ниәтләй. Әммә был ниәттәре бойомға ашмай — инглиздәр төрөктәрҙең Суэц каналына һөжүмен кире ҡаға.

Диңгеҙ һуғыштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1915 йылдағы диңгеҙ һуғышында иң эре алыштар — Төньяҡ диңгеҙҙә Доггер-банкала 24 ғинуар көнө инглиз һәм немец крейсерҙары бәрелеше, инглиздәрҙең еңеүе менән тамамлана, һәм Дарданелла операцияһы була. 1915 йылдың 19 февраленән 1916 йылдың 9 ғинуарына тиклем барған Дарданелла операцияһында көнбайыш Антанта илдәре Дарданелланы алып, Германияны Яҡын Көнсығыштан ҡырҡырға һәм Рәсәй менән бәйләнеш юлын булдырырға ниәтләй. Әммә операция өсөн бүленгән ресурстар етмәй сыға, был операция Антанта өсөн һөҙөмтәһеҙ тамамлана.

„Лузитания“ пассажирҙар пароходы батырылыуы

Төньяҡ диңгеҙҙә Англия флоты Германияны ҡамауҙа тотоуҙы дауам итә. 1915 йылдың февраленән Германия һыу аҫты кәмәләре һуғышын башлай. Англияның иҡтисадын ҡаҡшатып, уны капитуляцияға күндерергә була, Германия Төньяҡ диңгеҙҙә осраған һәр карапты — хәрби булһынмы ул, пассажир карабымы — батыра башлай. 7 май бында „Лузитания“ пассажирҙар пароходы, 19 август — „Арабик“ пассажирҙар пароходы батырыла. Бындай ваҡиғаларҙан һуң АҠШ һәм башҡа нейтраль илдәр ҡәтғи протест күтәрә. Германия үҙенең тәүбаштағы ниәтенән баш тартып, һыу аҫты һуғышын сикләргә мәжбүр була.

1915 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәү ҡарашта Үҙәк дәүләттәрҙең уңыштары ғәйәт ҙур һымаҡ: Галиция һәм Польша урыҫтарҙан таҙартыла, Сербия ғәскәрҙәре ҡыйратыла, берлеккә Болгария ҡушыла. Шулай ҙа уларҙың Рәсәйҙе һуғыштан сығарыу маҡсаты үтәлмәй. Германияның һыу юлдары ҡамаулы булыуы, ике фронтта һуғыш алып барыу кәрәклеге ил етәкселәрен аҙыҡ-түлек, башҡа тауарҙарға карта системаһы керетергә мәжбүр итә.

Был арала Антанта, 1915 йылғы уңышһыҙлыҡтарға ҡарамаҫтан, ныҡлы торошта була. Англия һәм Франция, Үҙәк дәүләттәрҙең Рәсәйгә ябырылыуынан файҙаланып, хәрби көсөн нығытыуға ирешә. Бер йыл эсендә улар химик ҡорал һәм химиҡ ҡоралдан һаҡланыу саралары етештереүҙе яйға һала, танктар етештереүгә тотона, үҙҙәренең хәрби ихтыяждарын тулыһынса ҡәнәғәтләндерерлек һәм союздаш илдәргә ярҙам итә алырлыҡ ҡеүәтләнә.

„Нестеров батырлығы“ плакатында һауа алышы

Ғөмүмән, 1915 йылда яңы ҡорал төрҙәре, шулай уҡ яңы һаҡланыу саралары хасил була, артиллерия һаны ишәйә. Инженер саралары камиллаша, авиация үҫешә. Бының менән бергә һуғышыу саралары һәм формалары ла үҙгәрә, стратегик һәм тактик сәнғәт үҙгәреш кисерә.

1915 йылғы кампанияла һуғыштың тиҙ генә тамамланмаҫы асыҡ күренә. Киреһенсә, һуғыш киң ҡолас йәйә, уға яңынан-яңы илдәр йәлеп ителә, ҡораллы көстәр һаны ҙурайғандан-ҙурая бара, һуғыш фронты бер нисә мең километрға һуҙыла. Был һуғышта ҡатнашҡан бөтә илдәрҙе иҡтисади көсөргәнеш хәлендә тота, дәүләт хужалыҡтары тулыһынса һуғыш ихтыяждарына буйһонорға мәжбүр була.

Һуғыш оҙағыраҡ һуҙылған һайын унда ҡатнашҡан илдәрҙә революцион кәйеф арта, стачка, забастовкалар, сәйәси демонстрациялар йышая. Һуғышҡа ҡаршы күтәрелештәр Рәсәйҙә айырыуса киң үҫеш ала, армияны һәм флотты ялмай. Улар ҡорал көсө менән баҫтырыла бара, шулай ҙа революцион кәйеф көсәйгәндән-көсәйә.

1916 йылғы һуғыш хәрәкәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германияның генераль штабы етәксеһе генерал Фалькенгайн 1916 йылға стратегик план ҡабул иткәнендә Рәсәйгә артабан һөжүм итеү вариантын кире ҡаға. Үҙенең аңлатмаһында ул, Рәсәйҙә үҫә барған революцион кәйефте лә иҫәпкә алып, уның ҡеүәтле һөжүм яһар өсөн тиҙ генә көс йыя алмаясағын белдерә. Бынан тыш ул төп һөжүмдең инглиз-француздар тарафынан булырын алдан белеп, төп көстәрҙе Көнбайышҡа, Францияға йүнәлтергә кәрәклеген раҫлай. Һөжүм маҡсаты рәүешендә Верден һайлана, сөнки уға уңышлы һөжүм Парижға юл аса.

1916 йылғы кампанияға әҙерләнгәндә Антанта илдәре ғәскәрҙәренең берҙәм эш итеүе өсөн дөйөм стратегик план төҙөүҙе кәрәклегенә төшөнөп, 1915 йылдың 6—9 декабрендә Шантильила икенсе берлек-ара конференция үткәрә. Был конференция һөҙөмтәһендә Антанта ғәскәрҙәре етәкселәре ошондай һығымтаға киләләр: еңеү өсөн өс төп фронт — урыҫ, француз һәм итальян фронттарындағы уңыш мөһим; ошо фронттарҙа берҙәм һәм кәмендә бер-береһенә яҡын ваҡыт арауығында һөжүм итеү зарур. Әммә берҙәм һөжүм көнөн июнгә билдәләп, Антанта илдәре йәнә инициативаны Үҙәк дәүләттәр ҡулына бирә.

Көнбайыш фронт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Верден операцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Верден операцияһы — Беренсе донъя һуғышының иң эре һәм иң ҡан ҡойошло алышы. Тарихҡа ул Верден ит турағысы исеме аҫтында кергән — был алышта бер миллионға яҡын кеше һәләк була.

Верденда әүҙем хәрәкәттәр 1916 йылдың 21 февралендә башлана. Һөжүмдең беренсе көнөндә немецтар газ, икенсе көн яңы һуғыш ҡоралы — огнемет ҡуллана. Тәүге көндәрҙә уларға уңыш йылмая, дүрт көндән үк Дуамон форты ҡолай. Әммә француз хәрби командованиеһы тиҙ арала Бар-ле-Дюк шоссеһы буйлап Верденға бер нисә йөҙ мең һалдатын күсереп, ҡурғауын нығыта. Был шоссе хәҙер тарихҡа „изге юл“ исеме аҫтында билдәле. Ҡаты алыштар бер минутҡа ла туҡталмай. Ғәскәрҙәр һәр ҡарыш ер өсөн ҡаты алыша, фронт һыҙығы туҡтауһыҙ үҙгәрә, әммә ҡурғау өҙөлмәй.

Ете көн ҡамауҙа тотҡандан һуң, 7 июнь немецтар де Во фортын алыуға ирешә. 22 июнь улар Верденды алыуға һуңғы мәртәбә ынтылып, Тиамон фортын ала.

4 июнь Көнсығыш фронтта Брусилов һөжүме башлана, немецтар Верденда һөжүмде туҡтатып, көстәрен Көнсығышҡа ташларға мәжбүр була. Верден тирәһе тыныслана төшә, позицион һуғыш башлана. Июлдә Сомма буйында башланған хәрәкәттәр иһә немец командованиеһын Верденда ҡурғау хәленә күсергә мәжбүр итә. Октябрь—декабрҙә бер нисә контрһөжүм үткәреп, француздар дошман яҡты кире элекке позицияһына ҡайтара. Шулай итеп, 21 февралдән 18 декабргә тиклем, ун ай дауамында барған алыш тамамлана.[10][11][12]

Верден ҡурғауы — Франция тарихында француз милләтенең сыҙамлылығын һәм батырлығын сағылдырыусы сағыу бер бит.

Сомма операцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Mark V инглиз танкы

Берлек-ара конференцияла ҡабул ителгән планға ярашлы, француздар һәм инглиздәр Көнбайыш фронтта һөжүмде Төньяҡ Францияла, Сомма йылғаһы буйында әҙерләй. 24 июнь союздаштар операцияны башлай. 7 көн туҡтауһыҙ артиллерик ут аҫтында тотҡандан һуң, 1 июль йәйәүле дивизиялар һөжүмгә күтәрелә. Француздар беренсе позицияны алып, урыны менән икенсе позицияны ла үтә. Инглиз көстәрен иһә контрһөжүм туҡтата. Немецтар ҡурғауға яңы көстәр ташлай, һөжүм һүрәнләнә башлай, операция оҙаҡҡа һуҙылыуға китә. Сентябрь—октябрҙә Соммала хәрәкәттәр яңынан ҡыҙа, 15 сентябрҙәге һөжүмендә инглиздәр яңы һуғыш ҡоралы — танктар ҡуллана. Әммә уларҙың һаны уңышлы һөжүм өсөн аҙыраҡ булып сыға, бынан тыш тәүге танктар әле бигүк камил да булмай, экипаж етерлек кимәлдә әҙерләнмәй.

Һөҙөмтәлә 4,5 ай дауам итеп, Сомма операцияһы 1916 йылдың 18 ноябрендә тамамлана. Был операция ҡатнашҡан ғәскәрҙәр, артиллерия, самолеттар һаны буйынса Беренсе донъя һуғышының иң эре операцияһы иҫәпләнә, әммә союздаштарға ул уңыш килтермәй. Француздар Соммала 341 мең, инглиздәр — 453 мең, немецтар иһә 538 мең кешеһен юғалта.[7][13]

Көнсығыш фронт. Брусилов һөжүме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брусилов һөжүме

Верденда француздарҙың хәлен еңеләйтер өсөн, 1916 йылдың мартында урыҫ ғәскәрҙәре мартта Нарочь күле буйында немецтарға һөжүм итә, әммә ләкин был операция артыҡ әһәмиәтле һөҙөмтә бирмәй. Көнсығыш фронтта ҙур масштаблы һөжүм Шантильилағы конференцияла ҡабул ителгән планға ярашлы майға (июнгә) билдәләнә. Һөжүм өс фронтта —Төньяҡ, Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарҙа алып барылырға тейеш була, төп операция Көнбайыш фронтта, ә генерал Брусилов етәкләгән Көньяҡ-Көнбайыш фронтта ярҙамсы һөжүм ниәтләнә. Брусилов һөжүме өсөн үҙенсәлекле тактика булдыра, йәйәүле ғәскәрҙәр һәм артиллерия өсөн ентекле күрһәтмәләр бирә, ниәте асылмаһын өсөн, барлыҡ әҙерлек ныҡлы йәшерелә, австрийлыларҙы ялған мәғлүмәт менән тәьмин итеү операцияһы үткәрелә.

22 майҙа (4 июндә) Көньяҡ-Көнбайыш фронт һөжүм башлай һәм шунда уҡ австрийлыларҙың ҡурғауын өҙә. 22 майҙа (7 июндә) Луцк ҡалаһы алына. Брусиловтың уңышлы операцияһы арстрийлыларҙы Италия фронтынан, немецтарҙы Көнбайыш фронттан Көнсығышҡа ғәскәр күсерергә мәжбүр итә. Әммә Көнбайыш фронт һөжүмен кисектереүе арҡаһында уңышты артабан үҫтереү мөмкинлеге ҡулдан ысҡындырыла. Июль—август дауамында Брусилов әүҙем һөжүм алып бара, урыны менән ҡурғауҙы өҙөп, дошманды сигенергә мәжбүр итә. Был арала немец һәм австрийлылар позицияларын һаҡлар өсөн етерлек көс туплап өлгөрә. Брусилов, Көнбайыш һәм Төньяҡ фронттарҙа әүҙем хәрәкәттәр барырына өмөтөн өҙөп, ҡурғау һаҡлау позицияһына күсергә әмер бирә.

Был операция һөҙөмтәһендә ҡаршы яҡ 1,5 миллион, урыҫтар 500 мең кешеһен юғалта. Рәсәй тағы бер мәртәбә вәғәҙә ителгәнсә союздаштарына ярҙам ҡулы һуҙа. Румыния, Көньяҡ-Көнбайыш фронттың уңыштары йоғонтоһо аҫтында нейтраллектән баш тартып, Антантаға ҡушыла. Уңышты үҫтереү мөмкинлеге ҡулдан ысҡындырылыуға ҡарамаҫтан, Брусиловтың ҡурғау өҙөү ысулы һуғыш ғилеменең ҙур ҡаҙанышы булып тора, был тәжрибә Икенсе донъя һуғышы операцияларында Советтар тарафынан киң ҡулланыла.[7][14]

Башҡа фронттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҙған йылда Үҙәк дәүләттәр ҡулында ҡалған Балҡан театрында 1916 йылда сағыштырмаса тынлыҡ урынлаша. Кавказ фронтында иһә урыҫтар уңышҡа ирешә — бер нисә мөһим нөктә, шул иҫәптән 3 (16) февраль Эрзерум ҡәлғәһе 5 (18) апрель Трапезунд улар ҡулына күсә. Персияла урыҫ һәм инглиз ғәскәрҙәре бер-береһе менән үҙ-ара килешмәй, һәр ҡайһыһы үҙ хәрби хәрәкәттәрен алып бара.

Румыния фронты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

27 август һуғышҡа Антанта яғында Румыния ҡушыла. Яңы көс өҫтәлеүе Көнсығыш фронтта һынылыш булдырыр һымаҡ күренә. Тик румын ғәскәрҙәренең әҙерлеге, тәьмин ителеше һәм идара ителеше бик насар хәлдә була. Уның һуғышҡа кереүе урыҫ ғәскәрҙәренә киреһенсә ауырлыҡтар ғына килтерә. Немец, австро-венгр, болгар ғәскәрҙәре һөжүменән һуң румындар баш ҡалалары Бухарестты ҡалдырып, сигенә. Бынан һуң урыҫ ғәскәрҙәренә күпкә оҙонайған фронт һыҙығын һаҡларға тура килә.[14]

Италия фронты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Итальян ғәскәрҙәренең мартта Верденда һөжүм ителгән француздарға ярҙам итер өсөн Изонцо йылғаһы буйында башлаған яуы уңышһыҙ тамамлана. Майҙа австрийлылар Трентиноға һөжүм итә, итальяндар сигенә, ауыр хәлдән уларҙы урыҫтарҙың Көнсығыштағы уңышлы һөжүме ҡотҡара. 1916 йылдың икенсе яртыһында итальяндар Изонцо буйында йәнә дүрт һөжүм башлай, ҙур юғалтыуҙар менән Горицаны ала, әммә дөйөм алғанда артыҡ уңышҡа өлгәшмәй.[8]

Диңгеҙҙәге һуғыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балтик диңгеҙендә 1916 йылда миналар ҡуйыу киң йәйелә, ике яҡ та башлыса ҡурғау сәйәсәте алып бара. Ҡара диңгеҙҙә урыҫ флоты ҡаршы яҡтың Кавказ фронтын тәьмин итеүен тотҡарлай, Босфор ҡултығын миналар һәм һыу аҫты кәмәләре менән ҡамай. Бөтә Урта диңгеҙҙә немец һыу аҫты кәмәләре эш итә. Бында ла 1916 йылда миналар киң ҡулланыла башлай.

Ютландия алышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Инглиз «Куин Мэри» крейсерының шартлауы

Инглиздәрҙең диңгеҙ юлдарын ҡамауын өҙөр өсөн, немецтар ҡаршы яҡ көстәрен өлөшләп ҡыйратырға була, асыҡ диңгеҙҙә яуға әҙерләнә башлай. Немец флоты етәксеһе адмиралы Рейнхард фон Шеер ниәте буйынса, адмирал Хипперҙың эскадраһы инглиз ярына һөжүм итеп, британ караптарын үҙе артынан немецтарҙың төп көстәренә табан алып китергә тейеш була. Әммә уларҙың көтөлмәгән һөжүм планы боҙола — радиограммалар аша немецтарҙың диңгеҙҙә операция әҙерләүен белеп ҡалған инглиздәр ҙә төп көстәре менән диңгеҙгә сыға. Ике бөйөк флот Ютландия ярымутрауы янында 1916 йылдың 31 майында осраша. Донъя тарихында иң оло диңгеҙ яуы — Ютландия алышы башлана. Был яуҙа һыу аҫты кәмәләре түгел, дәү диңгеҙ армадалары бәрелешә, караптарҙың һаны шул тиклем ҙур була, уларҙың байтаҡ өлөшө хатта офоҡ артында йәшенә. Тәү этапта адмирал Битти етәкләгән инглиз флоты немецтарҙың крейсер флоты менән бәрелешә. Ике яҡ та бер-береһенең караптарын батыра-батыра немецтарҙың Шеер етәкләгән төп көстәренә табан бара. Алда немецтарҙың дәү флотын шәйләп ҡалып, инглиз крейсерҙары кире борола. Хәҙер инде Битти немецтарҙы төп инглиз көстәрендә табан алып китә. Шулай итеп, немецтар инглиздәр өсөн әҙерләгән хәлгә үҙҙәре ҡала. Артабан ике флоттың төп көстәре бәрелеше башлана. Шеерҙың линкорҙары инглиздәрҙең аяуһыҙ уты аҫтында ҡала. Кис немец флоты ҡараңғылыҡтан файҙаланып, кире борола. Төнгө яуҙа төп кораблдәрҙең сигенеүен еңел крейсерҙар ҡаплап килә. 1 июнь таңында алыш тамамлана.

Ютландия алышында немец флоты бер ауыр крейсерын, иҫке линкорын, дүрт еңел крейсерын һәм биш миноносецын юғалта, инглиздәр — өс ауыр крейсерын, дүрт урта крейсерын һәм һигеҙ эсминецын юғалта. 6094 инглиз һәм 2551 немец морягы һәләк була. Инглиздәрҙең юғалтыуҙарын иҫәпкә алып, немецтар был яуҙан һуң үҙенең еңеүен иғлан итә. Инглиздәр, үҙ сиратында, немец флоты ҡамауҙы өҙә алмағанлыҡтан, быны инҡар итә. Һәр хәлдә, бынан ары немецтар инглиздәр менән асыҡ диңгеҙ алышына сығырға бүтәнсә йөрьәт итмәй, һыу аҫты флоты менән генә эш итә.[15][16][17]

1916 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1916 йылғы хәрәкәттәр бер яҡтың да стратегик планы үтәлешенә килтермәй. Шулай ҙа уңыш Антанта яғында була. Союздаштар араһындағы ҡаршылыҡтар арҡаһында етерлек кимәлдә берҙәмлек булдырылмаһа ла, ниһайәт, Антанта илдәре төрлө фронттарҙа килешеп эш итеүгә ирешә. Дөйөм алғанда, 1916 йыл һынылыш йылы — Үҙәк дәүләттәрҙең хәрби ҡеүәте тамырынан ҡаҡшап, Антанта илдәренеке, киреһенсә, үҫешенең юғары нөктәһенә етеүе йылы була.

Йыл аҙағына Үҙәк дәүләттәргә һуғыш еңеү килтермәҫе асыҡ күренә. Германияның көсө сигенә етә. Һыу юлдарының ҡамалыуы уның стратегик сеймал һәм аҙыҡ менән тәьмин ителешен юҡ кимәленә еткерә. Халыҡ аслыҡтан интегә, һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың рухы төшә. Йыл аҙағына Үҙәк дәүләттәр барлыҡ фронттарҙа ҡурғау һаҡлауға күсергә мәжбүр була.

Барыһы хәйлә, барыһы золом,

Улар тик һеҙҙе һаталар,

Беҙҙең башты буштан-бушҡа

Ҡанға батырып юғалталар.

Дауыт Юлтый. «Сумка» шиғырынан. 1916 йыл

Оло юғалтыуҙар һөҙөмтәһендә һуғыштың тәүге айҙарындағы шовинистик кәйеф юҡҡа сыға. Һуғышта ҡатнашҡан илдәрҙең халҡы һәм ғәскәрҙәренең һуғыштан арыуы был илдәрҙә һәм колонияларында эске сәйәси хәлде киҫкенләштерә. Ғәскәрҙәрҙә приказды үтәмәү, дезертирлыҡ, туғанлашыу (рус. братание) һәм башҡа һуғышҡа ҡаршы протест формалары йышая.

Хәрби һәм иҡтисади ресурстарҙың наҡыҫланыуы һәм халҡының революцион кәйефе шарттарында ҡайһы бер илдәр солохҡа юл эҙләй. Урыҫ хөкүмәте Германия менән йәшерен сепарат килешеү төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр башлауға аҙым яһай, әммә Германия 5 ноябрь үҙаллы Поляк короллеген иғлан итеүен ҡабул итмәй, был ниәтенән баш тарта. 1916 йылдың декабрендә Германия хөкүмәте Антанта илдәренә солох тураһында тәҡдим менөн мөрәжәғәт итә, әммә көстәр нисбәте үҙгәргәнлектән был тәҡдим кире ҡағыла.

15—16 ноябрҙә Шантильила үткән конференция һөҙөмтәһе буйынса, Антанта 1917 йылда төп фронттарҙа берҙәм һөжүм итеп, Үҙәк дәүләттәр коалицияһын тар-мар итергә ниәтләй.

1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдың ғинуар — февралендә Петроградта Антанта ғәкәрҙәре вәкилдәренең сираттағы осрашыуы үтә һәм бөтә фронттарҙа дөйөм һөжүм ваҡыты 1 апрель — 1 майға билдәләнә.

Үҙәк дәүләттәр иһә һаҡланыу сараларын күрергә мәжбүр була. Бынан тыш, улар 1 февралдән сикләнмәгән һыу аҫты һуғышын ҡайтанан башларға ниәтләй.

Көнсығыш фронт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Митава операцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Митава операцияһы — урыҫтарҙың 1915 йылдан уҡ биләнгән дошман позицияларын һуңғы мәртәбә өҙөргә ынтылышы була. 23 декабрь (5 ғинуар) таңында урыҫтар аңғармаҫтан һөжүм итеп, ҡаршы яҡ ҡурғауын бер нисә урындан өҙә. Һөжүмде көтмәгән немецтарҙың резервтары булмай сыға, урыҫтар ҡаршылыҡһыҙ алға ынтыла.

Митава операцияһы етеп килгән буржуаз-демократик инҡилап шарттарында алып барыла. Алыш барышында 17-се Себер полкы баш күтәрә, һөжүмгә барыуҙан баш тарта. Уға башҡа корпустар частар ҡушыла. Бола баҫтырыла, уның етәкселәре язаға тарттырыла, һалдаттар каторгаға ебәрелә.

Был ваҡытҡа немецтар контрһөжүмгә көс йыйып өлгөрә, һөжүмде уңышлы дауам итеү мөмкинлеге юғала. 29 декабрь (11 ғинуар) операция тамамлана, ғәскәрҙәргә алынған позицияларҙа нығынырға бойорола. Артабан урыҫтар ҡурғау һаҡлау алыштарын алып бара.[5][18]

Февраль инҡилабы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Антанта илдәре хәл иткес һөжүмгә әҙерләнгән арала, Рәсәйҙә революцион хәрәкәт киңәйгәндән-киңәйә бара. Киҫкенләшкән эске ҡаршылыҡтар һөҙөмтәһендә 12 март (27 февраль) илдә буржуаз-демократик инҡилап күтәрелә. Батша баш күтәргән халыҡ баҫымы аҫтында ҡолай, илдә Ваҡытлы хөкүмәт һәм Петроград советынан торған ике власлылыҡ урынлаша. Ваҡытлы хөкүмәт союздаштар талабы буйынса ҙур һөжүмгә әҙерләнә. Ул арала фронтта немец ғәскәрҙәре артыҡ әүҙемлек күрһәтмәй.[9]

Октябрь инҡилабына тиклем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
1917 йылдың йәйе. Урыҫ һалдаты дезертир полкташтарын туҡтатырға тырыша.

1917 йылдың июнендә Ваҡытлы хөкүмәт инҡилапҡа тиклем үк планлаштырылған һөжүмде башлай. Был ваҡытҡа ғәскәрҙәрҙә тәртип бөтөнләй юғала, тимер юл элемтәһе боҙола, шунлыҡтан ғәскәрҙәрҙең тәьмин ителеше юҡ кимәленә етә. Ваҡытлы хөкүмәт уңышлы һөжүм ярҙамында үҙ власын нығытырға ниәтләй. Тик был һөжүм урыҫтарға уңыш килтермәй, бары тик немец һәм австро-венгрҙарҙың иғтибарын урыҫ фронтына йүнәлтеп, союздаштарҙың хәлен еңеләйтә генә. Шулай итеп, июнь һөжүме кире һөҙөмтәгә килтерә — ғәскәрҙәрҙә большевиктарҙың йоғонтоһо көсәйә. Революцион ваҡиғалар үҫешкәндән-үҫешә.[19]

19 август (1 сентябрь) — 24 август (6 сентябрь) дауам иткән Рига операцияһынан һуң немец ғәскәрҙәре Риганы ала, бынан тыш, Моонзунд архипелагына ҡаршылыҡһыҙ баҫып инә. Рига ҡолағас та, юғары баш командующий Корнилов фронттан 3-сө һыбайлы корпусты Петроградҡа табан йүнәлтә. Быны ул Петроградты немецтарҙан һаҡлау кәрәклеге менән аңлата. 28 август (8 сентябрь) Корнилов фетнәсе һәм хыянатсы тип иғлан ителә. Корниловтың хәрәкәте туҡтатыла, ул үҙе ҡулға алына.

Октябрь инҡилабы һәм солох тураһында декрет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бресттарғы һөйләшеүҙәр ваҡытында делегат төркөмдәренең ултырышы

Большивиктар фирҡәһендә ҡораллы күтәрелешкә өндәмәләр йышайғандан-йышая, һәм 25 октябрҙә (7 ноябрҙә) бөтә Петроград баш күтәреүселәр тарафынан баҫып алына. Төндә түңкәрелештә ҡатнашыусылар ҡаршылыҡһыҙ тиерлек Ҡышҡы һарайҙы ала һәм Ваҡытлы хөкүмәт министрҙарын ҡулға ала. Икенсе көндә үк яңы хөкүмәт тарафынан солох тураһында декрет ҡабул ителә. Был декрет һуғышта ҡатнашҡан илдәргә бөтә фронттарҙа ваҡытлы солох булдырып (рус. перемирие), аннексияһыҙ һәм контрибуцияһыҙ солох тураһында һөйләшеүҙәр башларға тәҡдим итә. Әммә яҡын арала еңеп сығырына ышанған союздаштар был тәҡдимде кире ҡаға. 3 декабрь Совет хөкүмәте Германия менән һөйләшеүҙәр башлай, 15 декабрь ваҡытлы солох тураһында килешеү төҙөй.[8]

Көнбайыш фронт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нивель операцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылда француз ғәскәрҙәре башына генерал Жоффр урынына генерал Нивель килә. Апрель башына планлаштырылған һөжүм менән ул Германия көстәрен ҡыйратыуҙы маҡсат итеп ҡуя, бының өсөн ҙур көс һәм ресурстарын Суассон һәм Реймс араһына туплай. Әммә был план тураһында хәбәрҙар булған немец ғәскәрҙәре Зигфрид һыҙығы тип аталған алдан әҙерләнгән ҡурғау позицияһына сигенә. 9 апрель һөжүм башлап, француздар тәүге ҡурғау һыҙығын ғына үтә ала. Уңышһыҙ операция һөҙөмтәһендә, урыҫ революцияһы шауҡымы аҫтында француз корпустарында болалар башлана. Баш күтәреүҙе Нивель урынына ҡуйылған генерал Петен ҡаты саралар менән баҫтыра.[5][20]

Мессин, Ипр, Верден, Мальмезон операциялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Австралия һалдаттары окоптарҙа

Артабанғы хәрби хәрәкәттәр ниндәй ҙә булһа ҙур стратегик маҡсатһыҙ, айырым урындарҙа торошто яҡшыртыу өсөн алып барыла. 7 июнь инглиздәр Мессин янында һөжүм итеп, Ипр районында нығына. Инглиздәрҙең Ипр буйында икенсе һөжүме 31 июлдән 10 ноябргә тиклем дауам итеп, юғалтыуҙарҙан башҡа бер һөҙөмтә лә бирмәй. 20—26 август француздар Верден алышында ҡаршы яҡтың ҡурғауынан үтә. Мальмезондағы хәрби хәрәкәт 23—26 октябрь шулай уҡ француздар көсө менән башҡарыла һәм уңыш менән тамамлана.[5]

Камбре алышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

20 ноябрҙә Камбре янында инглиздәр сираттағы операцияһын башлай. Был хәрәкәттә тәү башлап танктар күпләп ҡулланыла. Инглиздәр бик тиҙ арала нығытмалар аша үтеп, алға табан бара. Тик уңышты үҫтерә алмай, 22 ноябрь немецтар һуғышҡа яңы дивизиялар керетә һәм алыш ғәҙәти позицион рәүештә дауам итә. 30 ноябрь — 6 декабрҙә немецтар контрһөжүм менән ҡалдырған ерҙәренең күпселек өлөшөн кире яулап ала. Шулай итеп, инглиздәр был алыштағы уңышын еңеүгә әйләндерә алмай. Камбре яуының хәрби-тарихи әһәмиәте шунда — ул ҡаршы яҡтың ныҡлы ҡурғауын өҙөү мөмкинлеген күрһәтә, ошо яу нигеҙендә яңы һуғыш саралары һәм формалары барлыҡҡа килә.[5][7]

Башҡа фронттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылдың 29 июнендә Антантаның тырышлығы менән Греция һуғышҡа керә, Салоник фронтында тыл хәүефһеҙлеге тәьмин ителә. Кавказ фронтындағы үтә һалҡын килгән ҡыш, аҙыҡ етмәүе, шул арҡала тоҡанған тиф эпидемияһы бында әүҙем хәрби хәрәкәттәр алып барыу мөмкинлеген юҡҡа сығара. Месопотамия фронтында 10‒11 март инглиздәр Бағдадты алыуға өлгәшә. Сүриә-Фәләстан фронтында инглиздәр 17 ноябрь Яффаны, 9 декабрь Иерусалимды ала.

АҠШ-ның һуғышҡа ҡушылыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғышты башлаған бер ил дә АҠШ-ның Европа конфликтында ҡатнашырын иҫәпкә алмай, Штаттар хәрби хәрәкәттәргә әҙер ҙә булмай ‒ был ваҡытта ғәскәр һаны, уның әҙерлек кимәле буйынса Америка Европа дәүләттәренән бик ҡалыша. 1914 йылдың 4 авгусында АҠШ нейтраллек иғлан итә, шулай ҙа һуғыштың тәүге көнөнән үк Штаттар, дәүләттәрҙе припастар, ҡорал, аҡса менән тәьмин итеп, ситләтеп булһа ла уның ҡатнашсыһына әүерелә. Һуғыш һуҙылған һайын, АҠШ-ның хәрби сығанаҡ булараҡ роле үҫә бара. Был ярҙам нейтраллек осоронда уҡ АҠШ-ның капиталы үҫеүенә килтерә. Европа иҡтисадының ҡаҡшауы, һуғышта ҡатнашҡан илдәрҙә революция яҡынлашыуы Американы хәүефкә һала.

Германия 1 февралдә сикләнмәгән һыу аҫты һуғышы башлау менән, Америка уның менән дипломатик бәйләнештәрҙе өҙә. 6 февраль көнө ул Германияға һуғыш иғлан итә. 1917 йылдың йәйендә АҠШ Европаға ғәскәрен күсерә башлай. 1918 йылдың башына Францияла Америка ғәскәрҙәре һаны 200 мең кешегә етә.[7][21]

Италия фронты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылда Шантильила ҡабул ителгән план буйынса итальяндар француздар һәм инглиздәр менән бер ваҡытта һөжүм башларға тейеш була. Әммә итальяндар австрийлыларҙың Трентинола һөжүм итерен көтөп, планды боҙа. Итальяндарҙың Изонцолағы операцияһы 12 май, Көнбайыш фронтта апрель һөжүме уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң башлана. Был һәм августағы ун беренсе операция ике яҡтан да ҙур юғалтыуҙырға килтерә. Австрия һуңғы көсө менән итальяндарҙың һөжүмен кире ҡайтара.

Сигенеүсе итальян ғәскәре Удине ҡалаһында

24 октябрь Капоретто янында немец һәм австрийлылар итальяндарға ҡаршы берҙәм һөжүм башлай. Итальяндарҙың ҡурғауы өҙөлә, австрий һәм немец ғәскәрҙәре итальяндарҙың тылына үтеп инә. Итальяндар туҡтауһыҙ сигенә башлай. Ауыр ҡорал позицияларҙа тороп ҡала, сигенгән ғәскәргә ҡасаҡтар ҡушыла, тәртип юҡҡа сыға.

Инглиз һәм француз командованиеһы Италияға ашығыс рәүештә дивизияларын йүнәлтә башлай, был ярҙам итальяндарҙың ҡурғауын нығыта. Ноябрҙә һәм декабрҙә австро-герман ғәскәрҙәре бер нисә тапҡыр һөжүмен яңыртып ҡарай, әммә уңыш ҡулдан ысҡынған була. Был хәрби хәрәкәттә итальяндар, унар меңләп дезертирҙарҙы иҫәпкә алмағанда, ярты миллион кешеһен, бик күп ҡоралын һәм припастарын юғалта.

Италияның Капореттолағы еңелеүе Антантаның берҙәм командование булдырыуын тиҙләтә. 5‒7 ноябрь Рапаллола үткән кәңәшмәлә Юғары хәрби совет булдырыу хәл ителә, уға Франция, Англия, Италия һәм Америка Ҡушма Штаттарының генераль штабтары вәкилдәре һәм хөкүмәт башлыҡтары керә.[5][7]

Диңгеҙҙәге һуғыш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1 февралдә башлаған сикләнмәгән һыу аҫты һуғышына Германия ҙур өмөттәр бағлай. Тәүге айҙарҙа байтаҡ караптар немец һыу аҫты кәмәләре тарафынан батырыла. Һыу аҫты һуғышы киңәйгән һайын, Англияның һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы көрәше көсәйә, көрәштең яңы саралары һәм формалары барлыҡҡа килә. Англияға ҙур ҡыйынлыҡтар килтерһә лә, Германияның һыу аҫты һуғышы ярҙамы менән уны һуғыштан сығарырға мәжбүр итеү планы уңышһыҙлыҡҡа дусар була.

1917 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылғы операцияларҙа ҡуйылған маҡсаттар бойомға ашырылмай. Антантаның хәрби хәрәкәттәрен берҙәм алып барыу тырышлығы йәнә һөҙөмтә бирмәй. Германия көстәрен фронттың бер урынынан икенсеһенә генә түгел, башҡа һуғыш театрҙарына күсереү мөмкинлегенә эйә була. Германияның һыу аҫты һуғышы стратегияһы ла үҙен аҡламай.

Рәсәйҙәге революцион ваҡиғалар донъяның бөтә илдәренә тәьҫир итә, айырыуса һуғышҡан илдәрҙең эcке хәлендә сағылыш таба. 1917 йылдың аҙағында ‒ 1918 йылдың башында һуғышҡа ҡаршы манифестациялар, митингылар һәм демонстрациялар тулҡыны Англия, Франция, Италия, Болгария, Сербия һәм Черногорияла үтә. Шул уҡ хәл Германияла һәм Австро-Венгрияла ла ҡабатлана. Ғәскәрҙәр (апрелдәге уңышһыҙ операцияһынан һуң француз ғәскәрҙәрендә һәм Капоретто яуынан һуң итальян ғәскәрҙәрендә) баш күтәрә.

Үҙәк дәүләттәрҙең торошо ҡырҡа насарланһа ла, хәрби командование Көнсығыш фронтағы дошманы һуғыштан сығыу менән еңеүгә өмөтөн яңырта, һәм инглиз-француздарға уңышлы һөжүм яһарға ниәтләй.

1918 йыл һәм һуғыш тамамланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнсығыш фронт. Брест солохо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер илгә дә яҙмыш Рәсәйгә булған кеүек аяуһыҙ булмай. Уның карабы һыу аҫтына яр күренгәс китә. Ул барыһы ла емерелгәндә дауылды инде үткәргән була. Бөтә ҡорбандар һалынған, эш тамамланған була.

— У. Черчилль. Мировой кризис 1916-18. Т. 1. 1927. Лондон

Ваҡытлы солох ҡабул ителгәндән һуң Үҙәк дәүләттәр менән Рәсәй араһында солох шарттары тураһында һөйләшеүҙәр башлана. Үҙәк дәүләттәрҙең талабы буйынса Рәсәй Польшанан, Литванан һәм Эстония, Латвия, Украина, Белоруссияның өлөшөнән баш тартырға тейеш була. Совет делегацияһы вәкиле Троцкий был шарттарҙа килешеүгә ҡул ҡуйыуҙан баш тарта һәм һуғышты бер яҡлы тамамлауҙы иғлан итә. Быға яуап итеп Германия ваҡытлы солохто боҙа һәм Көнсығыш фронта һөжүмгә күсә, Кавказда төрөктәр һөжүм башлай. 23 ферваль Германия тағы ла ауырыраҡ шарттар менән ультиматум ҡуя. 1918 йылдың 3 мартында Брест-Литовскта солох килешеүе төҙөлә. Шуның менән Рәсәй һуғыштан сыға. Килешеү буйынса Рәсәй ғәйәт ҙур территорияһын ‒ 56 миллион кеше йәшәгән 1 миллион кв. км.-ға яҡын ерен юғалта, бынан тыш, совет власы Германияға 6 миллиард марка күләмендә контрибуция түләргә тейеш була.[3][5][22]

Көнбайыш фронт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пикардиялағы һәм Фландриялағы һөжүм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Нимә еңеүгә иҫәп тоторға хоҡуҡ бирә ине? … Өмөт... Ғәскәр башлығы ғәскәрен, иң ауырҙы һәм хатта мөмкин булмағанды сыҙарына ышанып, дошман утына алып бара торған өмөт.

— Воспоминания Гинденбурга. Сокращ. перев. с немецк. Л. Щегло. Центральное кооперативное издательство «Мысль». Петроград — 1922

1918 йылдың яҙында немец командованиеһы американдар Көнсығыш фронтта көс тупламаҫ элек инглиз-француздарға көслө һөжүм яһап, уларҙы тар-мар итергә ниәтләй. Бының өсөн улар ҡыш буйы ныҡлап йәшерен операция әҙерләй һәм 21 март таң менән Пикардияла һөжүм башлай. Тәүге ике көн ҡурғау өҙөлөп, немецтар алға табан уңышлы хәрәкәт итә. Инглиз ғәскәрҙәре диңгеҙгә, француздар Парижға табан сигенә. 26, 27 март немец ғәскәрҙәре француз дивизияларын ҡыйратып, алға ынтылыуын дауам итә, әммә 28 март һөжүм баҫыла башлай. 4 апрель Амьенды алыу өсөн башланған һуңғы алыш уңышһыҙлыҡҡа тарый, ошоноң менән операция тамамлана.

Немецтар Пикардиялағы хәрби хәрәкәт менән стратегик маҡсаттарына ирешә алмай, әммә был һөжүм — уларҙың Көнсығыш театрҙа алып барған алыштарының иң уңышлыһы.

Был операцияның дауамы булараҡ немец ғәскәрҙәре 9 апрелдә Фландрияла һөжүм башлай. Тәүге көндәрҙә уңышлы барған һөжүм оҙаҡҡа һуҙыла башлай. 17 апрелдән алып ул һүлпән дауам итеп, 29 апрель туҡтатыла.[5]

Эн буйындағы һөжүм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер ай хәл алғандан һуң, немец ғәскәрҙәре 27 май Эн йылғаһы буйында яңы һөжүм башлай. Операцияға әҙерлекте улар һуңғы көнгә тиклем йәшерен тотоуға өлгәшә. Һөжүм немецтар өсөн бик уңышлы башлана, 29 май улар Суассонды ала, Парижды алыҫка атыусы ҡорал менән ут аҫтында тота башлай, 30 майҙа немецтар Марна йылғаһы буйында була. Тик 30 майҙа уңыш союздаштар ҡулына күсә. 2 июнь алыш баҫыла башлай һәм дүрт көндән бөтөнләй туҡтай. 9—13 июня немецтар Компьен йүнәлешендә һөжүмде яңырта, тик был һөжүм уңышһыҙлыҡҡа тарый.

Ғөмүмән алғанда, Эн буйындағы алышта немецтар 60 километрға алға китеүгә өлгәшә, фронт һыҙығынан Парижға тиклем 70 километр ғына ара ҡала.[5][7]

Икенсе Марна алышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германиянан фронтҡа әленән-әле халыҡтын революцион кәйефе, илдәге забастовкалар, аслыҡ тураһында хәбәрҙәр килеп тора. Дезертирҙар, дошман яғына сығыусылар көндән-көн арта бара. Шулай ҙа немец командованиеһы еңеү килтерерҙәй һөжүмгә өмөт итә әле. Францияға Америка ғәскәрҙәре ағылыуы немец командованиеһын ҡабаланырға мәжбүр итә.

15 июль таң менән ул Марна буйында һөжүм башлай. Әммә иҫәпкә алынған көтөлмәгәнлек юҡҡа сыға — француздар һөжүмдең башланыр ваҡытын сәғәтенә тиклем белеп, контрһөжүмгә әҙерләнә, төп көстәрен ул икенсе позицияға күсерә. Шулай итеп, немецтарҙың беренсе позицияға йүнәлтелгән артиллерик әҙерлеге файҙа бирмәй, икенсе позицияла иһә улар көслө ут аҫтында ҡала. Операция уңышһыҙлыҡҡа тарый. 18 июль француздар көслө контрһөжүмгә күсеп, немец ғәскәрҙәрен сигенергә мәжбүр итә.

Йәнә Марна, 1914 йылдағы кеүек үк, һынылыш урынына әүерелә, Париж барлыҡҡа килгән хәүефле хәлдән ҡотола.[9]

Амьен алышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Амьендың тимер юлдарына хәүефһеҙлек тәьмин итер өсөн, инглиздәр ошо райондағы тар фронтта ҡыҫка һөжүм планлаштыра. 8 август иртән немецтарға ҡаршы артиллерик әҙерлекһеҙ бик күп танктар ебәрелә, һуңғылары ҡыйынлыҡһыҙ ҡурғау һыҙығын өҙөп үтә. Һөжүм икенсе көнгә үк һүрәнләнә башлай һәм 13 августа туҡтап ҡала.

Был алышҡа союздаштар сикле маҡсаттар ҡуйһа ла, уның мораль әһәмиәте ҙур булып сыға. Немецтарға көтөлмәгән һөжүм ғәйәт ныҡ тәьҫир итә. 8 август көнөн генерал Людендорф үҙенең иҫтәлектәрендә «немец армияһының ҡара көнө» тип атай. 14 августа Германияның Генераль штабы етәксеһе Гинденбург императорға немец ғәскәрҙәренең һуғышыу һәләте юҡҡа сығыуын һәм дипломатик юл менән һуғышты туҡтатырға кәрәклеген еткерә.[9][12]

Дөйөм һөжүм һәм һуғыш тамамланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Германия армияһы ысынлап та бик ауыр хәлдә була ‒ өҫтәмә көстәрҙең етмәүе арҡаһында дивизиялар һаны, дивизияларҙағы кешеләр һаны кәмей, ҡан ҡойоуҙы туҡтатыу талабы көслөрәк яңғырай.

Дөйөм һөжүм

Август аҙағында союздаштар инглиз, француз һәм американ ғәскәрҙәре тарафынан өс яҡтан бер нөктәгә йүнәлгән дөйөм һөжүм әҙерләй. 26‒29 сентябрь һәм артабан бер-бер артлы бер нисә операция башҡарыла. Америка ғәскәрҙәренең тәржрибәһеҙлеге сағыла, әммә дөйөм алғанда һөжүм уңышлы башҡарыла. Союздаштар ҡурғау һыҙығын өҙә, немецтар сигенә.

Германия хөкүмәте, көрәштең өмөтһөҙлөгөн күреп, октябрь башында уҡ АҠШ президенты Вильсонға ваҡытлы солох һорап мөрәжәғәт итә. Ул арала Германияның үҙендә революция тоҡана. 9 ноябрь Германия императоры Вильгелм II тәхетенән баш тартырға мәжбүр була һәм Голландияға ҡаса.

8 ноябрь Германия делегацияһы Компьенға килә. 11 ноябрь ваҡытлы солох килешеүенә ҡул ҡуйыла. Килешеү шарттары буйынса, Германия баҫып алған территорияларын таҙартырға, союздаштарға 5 мең ҡоралын, 25 мең пулемётын, 3 мең миномётын, 1700 самолетын, 5 мең паровозын, 150 мең вагонын һәм 5 мең автомобилен бирергә, әсирҙәрҙе азат итергә мәжбүр була. Шуның менән һуғыш тамамлана.[3][5][7]

Башҡа фронттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балҡан, Салоник фронттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылда Сербия һәм Черногорияның баҫып алынған ерҙәрендә халыҡ оккупанттарға ҡаршы көрәшкә күтәрелә. Революцион кәйеф австро-венгр ғәскәрҙәрендә лә, Болгарияла ла көсәйә. Немецтар бөтә ғәскәрҙәрен тиерлек Салоник фронтынан Көнбайыш фронтҡа күсерә. Болгарияның хәленән иһә үҙаллы тик һаҡланыу сараларын күреү генә килә.

14 сентябрҙә бында башланған һөжүм һөҙөмтәһендә кискә үҡ болгарҙарҙың ҡурғауы өҙөлә. Болгарҙар меңләп әсир, артиллерия, йөктәрен ҡалдырып, ҡабалан сигенә. Ғәскәрҙәренең сигенеүен Болгария хөкүмәте көс менән туҡтатырға тырыша, әммә был кире һөҙөмтә бирә ‒ 24 сентябрь һалдаттар баш күтәрә һәм баш ҡалаға ‒ Софияға табан ҡуҙғала. Германия ярҙамы менән ихтилал аяуһыҙ баҫтырыла. Болгар ғәскәрҙәре союздаштарға баш һала, 1918 йылдың 29 сентябрендә ваҡытлы солох тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Уның шарттары буйынса, болгар ғәскәрҙәре Сербия һәм Греция ерҙәрен ҡалдырырға тейеш була. Союздаштарҙың һөжүме Албания, Сербия, Румыния һәм Константиноплгә тарала.[7]

Месопотамия, Сүриә-Фәләстан фронттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төркиәнең хәле лә бик мөшкөл була, уның ғәскәрҙәрендә ҡорал һәм припастар етешмәй, һалдаттары аслыҡтан интегә, эпидемик ауырыуҙар көсәйә.

Месопотамия фронтында хәрби хәрәкәттәр мартта башлана һәм бер нисә торама пункт алына. Октябрҙә инглиздәр һөжүмде яңырта һәм 31 октябрҙә Мосулды ала.

Сүриә-Фәләстан фронтында инглиздәр һөжүмде 19 сентябҙә башлай. Төшкә төрөк фронты өҙөлә, һөжүмгә ҡаршы тора алмай, төрөк ғәскәрҙәре тәртипһеҙ рәүештә сигенә башлай. 1 октябрҙә Дамаск, 26 октябрҙә Алеппо алына. Фәләстанда төрөк ғәскәрҙәре ҡыйратыла.

Төркиә ауыр хәлен Болгарияның баш һалыуы тәрәнәйтә. 5 октябрь төрөк хөкүмәте АҠШ президены Вильсонға солох тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. 30 октябрҙә Мудроста Төркиә ваҡытлы килешеүҙең ауыр шарттарын ҡабул итә. Төркиә Ҡара диңгеҙҙең боғаҙҙарын союздаштар өсөн асырға, бөтә диңгеҙ флотын, бөтә ҡорал, припастарын союздаштарға бирергә, уларға Төркиәлә теләгән стратегик пункты биләргә һәм тимер юлдары менән идара итергә рөхсәт бирергә тейеш була.[7]

Италия театры. Австро-Венгрияның тарҡалыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Австро-венгрияның тарҡалыуы картаһы

1917 йылда Капореттола ҡыйратылған итальян ғәскәрҙәренең хәрби көсөн тергеҙеү өсөн хөкүмәт һәм командование тарафынан оло көсөргәнеш талап ителә. Англия һәм Франция ярҙамы менән еңелеүҙең ауыр эҙемтәләре бөтөрөлә.

15 июнь Пьяве йылғаһы буйында австрийлылар һөжүм башлай, әммә уңышҡа ирешә алмай. 20 июнь операция туҡтай. 23 июнь итальяндарҙың контрһөжүме һәм артиллерик уты аҫтында австрийлылар Пьяве йылғаһы аша кире элекке позицияларына ҡайта, ошо мәлдән австро-венгр ғәскәрҙәре һуғышҡа һәләтлегенән тамам мәрхүм ҡала.

Көнбайыш фронттағы дөйөм һөжүм ваҡытында союздаш ғәскәрҙәр етәксеһе генерал Фош Италия фронтында ла һөжүм башлауҙы талап итә. Әммә итальян командованиеһы Француз театрында һуғыштың аҙағы Антанта ыңғайына булыры күҙалланғас ҡына, 25 октябрҙә башлай. Был ваҡытҡа Болгария ҡорал һалған, ә австро-венгр ғәскәре тулыһынса тарҡалыу сигендә була. Пьяве йылғаһы аша үтеү ауыр шарттарҙа үтһә лә, һөжүм уңышлы тамамлана. 29 октябрҙә Австро-Венгрия солох һорай, 3 ноябрҙә Падуя ҡалаһында ваҡытлы килешеү төҙөлә.

Бының менән бергә Австро-Венгрия берҙәм дәүләт булараҡ юҡҡа сыға — империя тарҡалып, урынына 28 октябрҙә Чехословакия республикаһы, 28—29 октябрь төнөндә Словендар, хорваттар һәм сербтар дәүләте барлыҡҡа килә, поляк ерҙәре айырылып, Польшаға ҡушыла, 1 ноябрҙә Көнбайыш Украина милли республикаһы, 16 ноябрҙә Венгрия республикаһы иғлан ителә. Революцион хәрәкәт баҫымы аҫтында император Карл I тәхетенән баш тарта, Австро-Венгрия империяһы юҡҡа сыға һәм Австрия республикаһы иғлан ителә.[7][9]

1918 йылғы һуғыш хәрәкәттәренең һөҙөмтәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылда Көнбайыш фронтта хәрби хәрәкәттәр айырыуса әүҙем бара һәм туҡтауһыҙ тиерлек 235 көн дауамында — 21 марттан алып 11 ноябргә тиклем — дауам итә. 400 километрға һуҙылған фронтта 6 миллион кеше бәрелешә.

Германияның 1918 йылғы һуғыш стратегияһын күп тарихсылар «ва-банк стратегияһы» тип атай. Немец командованиеһы Германияның сәйәси һәм иҡтисади ҡеүәтен артыҡ баһалап, ғәйәт ҙур һәм үтәлмәҫлек маҡсаттарға ирешергә ынтыла.

Антантаның 1918 йылғы һөжүмдәренә өҙлөкһөҙлөк хас — һәр киләһе һөжүм алдағыһы тамамланмаҫ элек үк башлана. Һөҙөмтәлә ҡаршы яҡ резервтарын күсерергә мөмкинлеге булмайынса, бер позиция артынан икенсеһен ҡалдырырға мәжбүр була. Бынан тыш, был йылғы хәрби хәрәкәттәр уңышлы һөжүм өсөн көтөлмәгәнлек факторының мөһимлеген күрһәтә, көтөлмәгәнлеккә ирешеү ысулдары ҡатмарлаша.

1918 йылда танк, һауа ғәскәрҙәре һымаҡ яңы төр ғәскәрҙәр күпләп ҡулланыла. Йәйәүле ғәскәрҙәрҙең ҡоралланыуы, уларҙың артиллерия, танк һәм авиация менән берлектә эш итеү ысулдары камиллаша. Диңгеҙҙә һыу аҫты көстәренә ҡаршы көрәш көсәйә.

Шулай итеп, 1918 йылғы кампания Дүрт яҡлы берлектең баш һалыуы менән тамамлана. 4 йыл һәм 3 ай һуҙылған һуғыш аҙағына етә.[5][7][9]

Солох тураһында килешеүҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1919 йылдың 18 ғинуарында Францияның Версаль һарайында союздаш илдәрҙең конференцияһы асыла. Конферецияла Үҙәк дәүләттәргә ҡаршы һуғышҡан йәки Германия менән дипломатик бәйләнештәрен өҙгән 27 ил вәкиле ҡатнаша, әммә күтәрелгән төп мәсьәләләр Англия, Франция һәм АҠШ тарафынан хәл ителә. Рәсәй вәкилдәре уға бөтөнләй саҡырылмай. Конференция дүрт империя — Германия империяһы, Австро-Венгр империяһы, Рәсәй империяһы, Ғосман империяһы тарҡалыуын һәм яңы дәүләттәр — Австрия, Чехословакия, Венгрия, Югославия, Румыния, Литва, Латвия, Эстония һәм Финляндия барлыҡҡа килеүен рәсми теркәй, шулай уҡ бында Милләттәр Лигаһы исеме аҫтында халыҡ-ара ойошма булдырыла. Милләттәр Лигаһы алдына тыныслыҡ булдырыу һәм халыҡтарҙың хәүефһеҙлеген һаҡлау маҡсаттары ҡуйыла.

Был — унлап миллион, шул иҫәптән иң мәҙәниәтле кешене ҡол хәленә ҡалдырған, ҡолаҡ ишетмәгән, талау солохо. Был — солох түгел, ә юлбаҫарҙар ҡулда бысаҡ менән яҡлаусыһыҙ ҡорбанға ҡуйған шарттар…

В. И. Ленин, Полное собрание сочинений, 5 издание, т. 41, с. 352-353

Конференция һөҙөмтәһендә Үҙәк дәүләттәр берлеге илдәре менән солох килешеүҙәре әҙерләнә:

  • Германия менән Версаль килешеүенә 1919 йылдың 28 июнендә ҡул ҡуйыла. Был килешеү буйынса Германия Францияға Эльзас һәм Лотарингияны ҡайтара. Бынан тыш, Франция ҡулына Саар таш күмер рудниктары күсә, Саар районы үҙе Милләтәр Лигаһы идаралығына күсә. Ерҙәренең ҡайһы бер өлөштәре шулай уҡ Бельгияға, Чехословакияға һәм Данияға ҡушыла. Польшаға Балтик буйына сығыу өсөн территория бүленә. Һөҙөмтәлә Германия 6,5 миллион тирәһе кеше йәшәгән 70 кв. километрҙан күберәк ерен юғалта. Тағы ла Германия бөтә колониаль биләмәләренән яҙа — уның колонияларын Англия, Британия доминиондары, Франция һәм Япония бүлешеп ала. Германия Версаль килешеүе менән һуғышты башлау өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә ала һәм һуғыш сығымдарын ҡаплау өсөн Антанта илдәренә дөйөм алғанда 269 млрд марка күләмендә репарация түләргә мәжбүр була, был һан һуңынан 132 млрд маркаға тиклем кәметелә.
  • 1919 йылдың 10 сентябрендә Австрия менән төҙөлгән Сен-Жермен килешеүе һәм 1920 йылдың 4 июнендә Венгрия менән төҙөлгән Трианон килешеүе Австро-Венгр империяһының тарҡалыуын рәсми теркәй. Элекке империя урынында яңы булдырылған илдәр таныла. Шулай уҡ уның ерҙәренең өлөшө Италияға һәм Румынияға күсә.
  • Болгария менән Нёйи килешеүе 1919 йылдың 27 ноябрендә төҙөлә. Килешеү буйынса Болгарияның бер нисә ҡалаһы Югославияға, Көньяҡ Добруджа Румынияға күсә, шулай уҡ Эгей диңгеҙенә сығыу юлы Грецияға бирелә.
  • 1920 йылдың 10 авгусында Төркиә менән төҙөлгән Севр килешеүе шарттары Төркиәне Антанта илдәрененең ярымколонияһы хәлендә ҡалдыра. Әммә илдә Мостафа Кәмал Ататөрк етәкселеге менән башланған Милли-азатлыҡ көрәше 1923 йылдың 24 июлендә Антанта илдәрен Төркиә менән яңы Лозанн килешеүе төҙөп, Севр килешеүенең байтаҡ шарттарынан баш тартырға мәжбүр итә.[3][7][23]

Башҡорттар Беренсе донъя һуғышы осоронда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1914 йылда башланған һуғыш Башҡортостандың ижтимағи һәм иҡтисади тормошондағы тәрән үҙгәрештәргә килтерә. Төбәктең сәнәғәте тулыһынса хәрби продукция етештереүгә күсә, шулай, Белоретта сәнскеле сымдар, Эҫемдә снаряд ҡоросо, пушка болванкалары, йөк арбалары, Златоуста шрапнелдәр, снарядтар, бомбалар етештерелә.

Өфө губернаһынан 1917 йылға 323,2 мең кеше (эшләгән ир-аттың 45 % өлөшө), Ырымбур губернаһынан — 160,3 мең кеше (49,6 %) мобилизациялана. Фронт өсөн 1914—1916 йылдарҙа халыҡтан 25 меңдән артыҡ ат йыйып алына. Был сәсеү майҙандарының һәм мал башының ҡырҡа кәмеүенә килтерә. Башҡортостанда икмәк етештереү 35 %-ҡа төшә. 1916 йылдан төбәктә иҡтисади көрсөк башлана, инфляция көсәйә, кәрәк-яраҡҡа карточка системаһы керетелә. Рәсәйҙә таралған сәйәси көрсөк Башҡортостанды ла ялмай, забастовкалар, монархияға ҡаршы кәйеф тарала.[24][25]

Һуғыштың эҙемтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1914—1918 йылғы Беренсе донъя һуғышы — донъя тарихында ҙур әһәмиәткә эйә булған ваҡиға. Ул тәрән ижтимағи үҙгәрештәргә килтерә, кешелек йәмғиәтенең үҫеш барышына ныҡ тәьҫир итә.

…тарихта тәүге мәртәбә техниканың ҡеүәтле ҡаҙаныштары шундай масштабта, шундай емергес һәм шундай энергия менән миллиондарса кеше ғүмерен күпләп һәләк итеү өсөн ҡулланыла.

В. И. Ленин, Полное собрание сочинений, т. 36, с. 396

Беренсе донъя һуғышы осоронда хәрби көстәр ҙур үҙгәреш кисерә. Һуғышҡа төрлө хәрби техниканың күплеге хас була. Артиллерия үҫешә, инженер ғәскәрҙәренең роле ҙурая. Элемтә ғәскәрҙәре үҫешә, радио ғәскәрҙәр менән идара итеүҙең мөһим сараһына әүерелә. Яңы төр ғәскәрҙәр — бронетанк һәм химик ғәскәрҙәр хасил була. Авиация тиҙ үҫешә. Разведка һәм элемтә сараһынан авиация үҙаллы ғәскәр төрөнә әүерелә, был һауа һөжүменә ҡаршы тороу ғәскәрҙәре үҫешен алға этәрә. Һуғыш хәрби диңгеҙ флотына күп үҙгәрештәр индерә, һыу аҫты кәмәләре һаны ҡырҡа арта, миналар, торпедалар киң ҡулланылыш таба.

1914—1918 йылғы һуғыш хәрби сәнғәт үҫешендә мөһим этап булып тора. Икенсе донъя һуғышы алдынан донъяның иң ҡеүәтле илдәренең һуғыш доктриналары иң беренсе нәүбәттә Беренсе донъя һуғышы тәжрибәһенән сығып төҙөлә.

Берлинда Беренсе донъя һуғышы инвалиды, 1923 йыл

Беренсе донъя һуғышы быға тиклемге һуғыштарҙағы сығымдарҙан күп тапҡыр ҙурыраҡ сығымдарға килтерә — йәмғеһе 359,9 млрд аҡса сарыф ителә. Әммә иң аяныслыһы — һуғышта һәләк булған кешеләр һаны. Кешелек донъяһы хәрбиҙәр араһында ғына 10 млн. тирәһе кешеһен юғалта. Һуғыш арҡаһында башланған аслыҡ, эпидемиялар һәм башҡа һәләкәттәр үлемдең артыуына һәм тыуымдың кәмеүенә килтерә. Солох төҙөлгәндән һуң да халыҡ ыҙалары тамамланмай. Эшһеҙлек, инфляция, һалымдар, хаҡтар артыуы халыҡ хәлен тағы ла ҡырҡыулаштыра. Уның ҡарауы донъя империалистарына һуғыш ғәйәт ҙур килем килтерә.

Был һуғыштан кешелек тейешле һығымталар яһамай. Егерме йылдан һуң уның иңенә тағы ла һәләкәтлерәк, ҡанлыраҡ Икенсе донъя һуғышы ябырыла.[7]

Һуғыш тураһында хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылдың 11 ноябрендәге ваҡытлы солох төҙөү көнө Бельгияла һәм Францияла йыл һайын милли байрам булараҡ билдәләнә. Бөйөк Британияла 11 ноябргә яҡын йәкшәмбе көнөндә Хәтер көнө (ингл. Remembrance Sunday) билдәләнә. 1921 йылда Париждың Триумфаль аркаһы аҫтында Билдәһеҙ һалдат ҡәбере хасил була. Лондонда 1919 йылда Билдәһеҙ һалдатҡа һәйкәл — Кенотаф төҙөлә. 1922 йылдың майында Германияла Беренсе донъя һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә Бөтә халыҡ матәм көнө (нем. Volkstrauertag) булдырыла, 1952 йылдан был көн һуғыш ҡорбандарын һәм сәйәси ҡорбандарҙы иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. Варшавалағы Билдәһеҙ һалдат ҡәбере 1925 йылда Беренсе донъя һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә хасил була. Хәҙерге көндә был һәйкәл Тыуған ил өсөн төрлө ваҡытта һәләк булғандар символы булып тора.

Башҡорт әҙәбиәтендә Беренсе донъя һуғышына бәйле «Урыҫ‑герман һуғышы бәйете», «Герман һуғышында», «Әсир һалдат бәйете» һәм башҡа бәйеттәр ижад ителә. Дауыт Юлтыйҙың «Сумка»[26], «Ҡан баҙары»[27] шиғырҙары һуғышҡа ҡаршы протест булып яңғырай, «Ҡан» романы Беренсе донъя һуғышының империалистик асылын, уның кешелеккә килтергән фажиғәләрен күрһәтә.[28][29]

Медиа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Авиацияның һөжүм итеүе
Француз һәм Британия танктары

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Evans, David. Teach yourself, the First World War, Hodder Arnold, 2004. P. 188
  2. «World War One — Causes». «History On The Net» сайты
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 «Первая мировая война». «Академик» сайты
  4. «Причины Первой мировой войны». «Взгляд на прошлое из-за бугра» сайты
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 5,13 Строков А. А. Вооруженные силы и военное искусство в первой мировой войне. — М.: Воениздат, 1974.
  6. «Битва при Танненберге». «Перекличка» электрон журналы
  7. 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 7,13 7,14 7,15 История первой мировой войны 1914—1918 гг. — М.: Наука, 1975.
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 Всемирная история: В 24 т. Т. 19. Первая мировая война В 84 / А. Н. Бадак, И. Е. Войнич, Н. М. Волчек и др.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 9,6 Зайончковский А. М. Первая мировая война — СПб.: ООО «Издательство „Полигон“, 2002
  10. „Битва при Вердене“. „Города мировой славы“ сайты 2013 йыл 29 июль архивланған.
  11. Андрей Лебедев. „Верденская мясорубка“ времен Первой мировой войны». «Военное обозрение» сайты
  12. 12,0 12,1 Бэзил Лиддел Гарт. 1914. Правда о Первой мировой. — М.: Эксмо, 2009.(недоступная ссылка)
  13. Андрей Лебедев. «Битва на Сомме как величайшая трагедия британской армии». «Военное обозрение» сайты
  14. 14,0 14,1 «100 битв, которые изменили мир» журналы. «Брусиловский прорыв — 1916». № 32, 2011 йыл 2014 йыл 28 март архивланған.
  15. Уткин А. И. Первая Мировая война — М.: Алгоритм, 2001.(недоступная ссылка)
  16. «Военный интернет» сайты. «Первая мировая: Ютландский морской бой» 2016 йыл 14 март архивланған.
  17. Петров М. А. Обзор главнейших кампаний и сражений парового флота. Типография Гидрографического Управления, Управления Военно-Морских Сил РККА. Ленинград. 1927 г. 2016 йыл 5 март архивланған.
  18. Военно-Исторический сборник. Выпуск 2. М. 1919
  19. Кавтарадзе А. Г. Июньское наступление русской армии в 1917 году//Военно-Исторический журнал, 1967, № 5
  20. Гёрлиц В. Германский Генеральный штаб. История и структура. 1657—1945 / Пер. с англ. С. В. Лисогорского. — М.: Центрполиграф, 2005.
  21. История США, т. 2.; М., 1985
  22. Степанищев А. Т. История России. Часть 2. ХХ — начало XXI века / А. Т. Степанищев. — М. : Гуманитар. изд. центр ВЛАДОС, 2008—351 с.
  23. Школьная энциклопедия «Руссика». Новейшая история. 20в. — М.: ОЛМА-ПРЕСС Образование, 2003
  24. История Башкортостана в ХХ веке: учебник для студентов вузов / под. ред. М. Б. Ямалова, Р. З. Алмаева. — Уфа: Изд-во БГПУ, 2007. — 308с.
  25. Кульшарипов М. М. История Башкортостана. XX век. Ч. II. Пробный учебник для 9 кл. Уфа: Китап, 2000. — 176 с.
  26. Дауыт Юлтый. «Сумка» шиғыры
  27. Дауыт Юлтый. «Ҡан баҙары» шиғыры
  28. Башҡорт энциклопедияһы. Беренсе донъя һуғышы 2016 йыл 5 март архивланған.
  29. Гөлназ Ҡотоева. «Аяныслы ғүмер». «Ағиҙел» журналы, № 4, 2013 йыл

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]