Босния һәм Герцеговина

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бо́сния һәм Герцего́вина
Bosna i Hercegovina
Босна и Херцеговина
Босния һәм Герцеговинаның гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Гимн: «Интермецо»
Үҙаллылыҡ датаһы 5 апрель 1992Югославиянан)
Рәсми телдәр серб-хорват теленең босния диалекты[1], хорват, серб
Баш ҡала Сараево
Эре ҡалалар Сараево, Баня-Лука, Тузла, Мостар, Зеница
Верховный представитель
Члены Президиума[i 1]


Председатель Совета министров
Председатель Конст. Суда
Валентин Инцко
Младен Иванић
Бакир Изетбегович
Драган Човић
Денис Звиздић
Валерия Галич
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
128
51 197 км²
10
Халыҡ
• Һаны (2011)
• Перепись (1991)
• Халыҡ тығыҙлығы

3 839 737[2] чел. (120)
4 377 033[3] чел.
90 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2009)
  • Бер кешегә

32,59 млрд[4] долл. (105)
7,064 долл.
ИЧР (2013) 0,735[5] (высокий) (81 урын)
Этнохороним босниец, боснийка, боснийҙар
Валюта Конвертлы марка[i 2] (BAM,код 977)
Интернет-домен .ba
Код ISO BA
МОК коды BIH
Телефон коды +387
Сәғәт бүлкәте +1
  1. Коллективным главой государства является Президиум БиГ, состоящий из трёх членов — по одному представителю от каждого из трёх государствообразующих народов
  2. Привязана к евро в соотношении 1:0,51

Босния һәм Герцеговина — Европалағы дәүләт. Халҡы — 3 511 372 кеше (30 июнь 2016)[6]. Майҙаны — 51,2 мең км². Төньяҡта, көнбайышта һәм көньяҡта — Хорватия, көнсығышта — Сербия, көньяҡ-көнсығышта Черногория менән сиктәш. Көньяҡ-көнбайышта Адриатик диңгеҙгә сығыу урыны бар (яр буйы һыҙаты яҡынса 20 км). Дәүләт телдәре: босний, серб һәм хорват. Баш ҡалаһы — Сараево ҡалаһы.

Парламент республикаһы, Босния һәм Герцеговина Федерацияһынан, Серб Республикаһынан һәм Брчко округынан тора. 1992 йылдан — БМО ағзаһы. 2016 йылдың февралендә ил Европа берлегенә инеү өсөн ғариза бирә[7].

2010 йылда Босния һәм Герцеговина НАТО-ға инеү буйынса ғәмәлдәр планын алды.

Югославия составында булған саҡта Босния һәм Герцеговина иң ярлы республика була[8], хәҙер — Европалағы бик юғары эшһеҙлек кимәле менән иң ярлы илдәрҙең береһе. Төп тышҡы сауҙа партнерҙары — Евросоюз илдәре. Аҡса берәмеге — конверсиялана торған марка.

Босния дәүләте X—XI быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Ил хакимдары католицизм динендә булалар, халыҡтың киң ҡатламдары Босния сиркәүе юлында булалар XIV быуатта Сербия һәм Хорватия ерҙәрен ҡушып алғас, Босния бик ҙур территорияға эйә була. 1463 йылда илде төрөктәр баҫып ала, Ғосман империяһы дәүерендә халыҡтың күпселек өлөшө ислам динен ҡабул итә. 1878—1918 йылдарҙа — Австро-Венгрия, 1918—1992 — Югославия составында. Босния һуғышы тамамланғандан һуң, 1995 йылғы Дейтон килешеүе буйынса, хәҙерге атамаһына һәм конституцион ҡоролошона эйә була.

Этимиология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Босна йылғаһы

Илдең исеме тарихи өлкәләрҙе билдәләүсе һүҙҙәрҙән тора: Босния һәм Герцеговина. Аббревиатурҙа - БиГ ҡулланыла. Константин Барянородтың "Империя менән идара итеү тураһында"ғы тарихи документта ("Босона") исемле Босния тәүгә тапҡыр телгә алына. "Босния" топонимы славян сығышлы тип фараз ителә[9]; Босна йылғаһы[10] ярҙарында Босния дәүләте барлыҡҡа килгән. Герцеговинаның исеме венгрсә herceg - "воевода"[11] тигәнде аңлата. Тарихи яҡтан 1448 йылда воевода йәки герцог исемен алған Степан Вукчичем менән бәйле[11]. '[12] Изге Саввтар уны шунан һуң урта быуат өлкәһе Хум биләүе Герцегова тип йөрөтә башлаған. Төрөк хакимлығы заманында Герцеговина исеме Хум (тур. Hersek Sancaдж) ерҙәренә беркетелә[13]. 1833 йылда Герцеговина Босниялағы сыуалыш ваҡығаларынан һуң (18) үҙ аллы административ берәмеккә бүленгән. 1878 йылда Берлин трататына ярашлы Босния һәм Герцеговина Австро-Венгрияға бойһона һәм 1908 йылда Австрияның һәм Венгрияның идаралығы аҫтында империя составына инә. 1910 йылда Босния һәм Герцеговина конституцияһы ҡабул ителә. Австро-Венгрия тарафынан Боснияны аннексиялау Босния кризисына сәбәпсе була.

Югославия тарҡалғандан һуң, 1992-1997 йылдарҙа дәүләттең рәсми атамаһы "Босния һәм Герцеговина Республикаһы" тип атала. 1995 йылғы Дейтон килешеүенән һәм яңы конституцияны ҡабул иткәндән һуң рәсми исем "Босния һәм Герцеговина" тип үҙгәртелде.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Босния һәм Герцеговина XII быуатҡа тиклем[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Герцоговинала Иллирий Даорсона[en] ҡалаһы емеректәре

Босния һәм Герцеговина ерендә палеолит осоронда неандертальдар йәшәгән. Бронза быуатта иллирий ҡәюәиләләре күсеп ултыра. Б.Э.Т IV быуатта кельт ҡәбиләләре килеп күп һанлы иллирай ҡәбиләләре менән ҡушыла. I быуаттан алып — Боронғо Рим хакимлығы аҫтында: Үрге, Түбәнге Паннония һәм Далмация провинциялары составында. VI быуаттан - Византия составында. VI-VII быуаттарҙа сербтар килеп ултыра. Босния ҡәбилә булараҡ X быуатта телгә алына.

Византия императоры Константин Багрянород мәғлүмәттәре буйынса, VII быуаттың 1-се яртыһында Балканда сербтар килеп ултыра[14]. Они заняли территории современных Сербии, Черногории, Боснии и Герцеговины и части Хорватии[15]. После переселения на Балканский полуостров первыми территориальными объединениями у сербов, как и у большинства южных славян, были жупы[16]. Улар хәҙерге Сербия, Черногория, Босния һәм Герцеговина территорияһында йәшәй. Балҡан ярымутрауына күсерелгәндән һуң, сербтарҙың күпселек көньяҡ славяндарҙыҡы кеүек үк, жуп тигән тәүге территориаль берләшмәһе булған[17][18], а между реками Дрина и Босна — Босния[19]. Иллириктар славянлар тарафынан ассимиляцияланған һәм тау райондарына күсенгән[24]. Күпмелер ваҡыт үткәс, сербтар Балканға күскәндән һуң, бер нисә эре эре общинаға берләшә, һуңынан улар дәүләт берәмектәре булып әйерелә. Цетина һәм Неретва йылғалары араһында тизандар Пагания тип исемләнгән яҡын утрауҙар булған Нереталь кенәзлеге урынлашҡан булған. Неретвой һәм Дубровник араһында өлкә Захумье тип аталған. Дубровниктан Которский ҡултығына тиклем ерҙе Травуния һәм Кановлек биләгән. Бояне йылғаһына тиклем көньяҡтараҡ Дукль тип йөрөтөлгән ер булған. Сава, Врбас һәм Ибар йылғалары араһында Ракша урынлашҡан. Дрина һәм Босна йылғалары араһында — Босния урынлашҡан. Сербия кенәзе Часлава Клонимир улы һәләк булғандан һуң Босния уның державаһынан сыға. 1018 йылда ул Византия хакимлығы аҫтында була. XII быуат башында Босния өлөшө һуғыштар һөҙөмтәһендә Венгрия составына инә. Венгр короле ramae rex(Рама короле, йәғни Босния) титулын ала, сөнки дәүләт күбеһенсә Рама йылғаһы үҙәнендә ятан. Венгрияның короле наместниктар - Босния менән идара итеү өсөн бандар тәғәйенләп ҡуя.[20]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Боснийцы — Энциклопедический словарь
  2. Bosnian Statistics Agency, Demographics and Social statistics, accessed 08.05.2012
  3. 1991 census -Total population of 4,377,033
  4. Report for Selected Countries and Subjects (англ.)
  5. Human Development Report 2013 (ингл.). United Nations Development Programme (2013). Архивировано 13 август 2013 года. 2013 йыл 18 август архивланған.
  6. Bosna i Hercegovina u brojevima 2017. Дата обращения: 20 июль 2018. Архивировано из оригинала 30 май 2019 года. 2019 йыл 30 май архивланған.
  7. Босния и Герцеговина подала заявку на вступление в Евросоюз. // lenta.ru. Дата обращения: 23 март 2016.
  8. Известия Всесоюзного географического общества. — Изд-во Академии наук СССР, 1991. — С. 541.
  9. Об управлении империей: текст, перевод, комментарий. — Наука, 1989. — С. 382.
  10. Дуличенко, А. Д. Введение в славянскую филологию. — Litres, 2015. — С. 214.
  11. 11,0 11,1 Страны мира: полный универсальный информационный справочник. — М.: ОЛМА Медиа Групп, 2005. — С. 32.
  12. Пуришев, Б. И. Хрестоматия по зарубежной литературе. — 1962. — С. 542.
  13. Писарев, Ю. А. Освободительная борьба народов Боснии и Герцеговины и Россия: документы. 1865—1875. — Наука, 1988. — С. 193.
  14. Чиркович Сима. История сербов. — М.: Весь мир, 2009. — С. 15. — ISBN 978-5-7777-0431-3.
  15. Макова Е.С. Сербские земли в Средние века и Раннее Новое время // История южных и западных славян / Матвеев Г.Ф., Ненашева З.С.. — Москва: Издательство Московского университета, 2008. — Т. 1. — С. 61. — ISBN 978-5-211-05388-5.
  16. История Югославии. — Москва: Издательство Академии Наук СССР, 1963. — Т. 1. — С. 63.
  17. Раннефеодальные государства на Балканах VI—XII вв / Литаврин Г.Г.. — Москва: Наука, 1985. — С. 198.
  18. Чиркович Сима. История сербов. — М.: Весь мир, 2009. — С. 18. — ISBN 978-5-7777-0431-3.
  19. Листая страницы сербской истории / Е.Ю. Гуськова. — М.: Индрик, 2014. — С. 13. — ISBN 978-5-91674-301-2.
  20. Листая страницы сербской истории / Е.Ю. Гуськова. — М.: Индрик, 2014. — С. 14. — ISBN 978-5-91674-301-2.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]