Рәсми тел

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Рәсми тел — берәй дәүләттең рәсми учреждениеларында (мәҫәлән, хөкүмәттә йә судтарҙа) рәсми коммуникация өсөн ҡулланылған тел. Халыҡ-ара ойошмаларҙа "рәсми тел" статутта раҫланған ойошма ағзалары араһында рәсми коммуникация өсөн ҡулланылған телде аңлата.

Дәүләт теле — дәүләттең рәсми теле, ул телдә ил халҡы хөкүмәт органдарына мөрәжәғәт итә ала. Ҡайһы бер илдәрҙә бер дәүләт теле генә бар (мәҫәлән, Украинаның бер генә дәүләт теле — украин теле), бер нисә илдә ике тел дәүләт теле булып бер тигеҙ дәрәжәлә ҡулланыла. Мәҫәлән, Ҡаҙағстан конституцияһы буйынса илдең дәүләт теле — ҡаҙаҡ теле, ә урыҫ теле рәсми тел булараҡ ҡулланыла; Израиль закондары буйынса йәһүд теле менән бер рәттән ғәрәп теле рәсми тел булып тора. Швейцарияла 4 тел, Көньяҡ Африка Республикаһында 11 тел дәүләт теле булып һанала. Ҡайһы бер илдәрҙә (мәҫәлән, АҠШ-та йәки Мексикала) бер ниндәй тел дә юридик рәүештә рәсмиләштерелмәгән.