Швеция

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Швеция короллеге
швед. Konungariket Sverige
Швеция Швецияның гербы
Швецияның флагы Швецияның гербы

Координаты: 63°20′00″ с. ш. 16°52′00″ в. д. / 63.33333° с. ш. 16.86667° в. д. / 63.33333; 16.86667 (G) (O)

Девиз: «För Sverige i tiden»
«Швеция өсөн — һәр ваҡытта!»
Гимн: «Du gamla, Du fria»
EU-Sweden.svg
Швецияның урынлашыуы (йәп-йәшел):
Европала (асыҡ-йәшел һәм ҡара-көлһыу)
Европа Берләшмәһендә (асыҡ-йәшел)
Нигеҙ һалынған 900 йылдар самаһы
Рәсми тел швед
Башҡала Стокгольм
Эре ҡалалары Стокгольм, Гётеборг, Мальмё, Уппсала
Король
Премьер-министр
Карл XVI Густав
Йон Фредрик Райнфельдт
Территория
• Барлығы
• Һыу өҫтө %
Донъялағы урыны: 54
449 964 км²
8,67
Халыҡ
• Баһалау (2010)
Тығыҙлыҡ

9 532 634[1] кеше (Урыны: 88)
21,9 кеше/км²
ЭТП
  • Барлығы (2011)
  • Йән башына

379,937 млрд. $ (Урыны: 33)
40418 $
КПҮИ (2011) 0,904 (Бик юғары) (Урыны: 10)
Этнохороним Швед, шведтар
Валюта Швед (Швеция) кронаһы (SEK)
Интернет-домендары .se
Телефон коды +46
Сәғәт бүлкәте UTC+1 (йәйге ваҡыт — UTC+2)

Швеция Короллеге (швед. Konungariket Sverige), Швеция (швед. Sverige) — Төньяҡ Европала Скандинав ярымутрауында урынлашҡан дәүләт. Илдең атамаһы иҫкескандинав теленән барлыҡҡа килә: Svea һәм Rige — «Свеялар дәүләте». Башҡала — Стокгольм.

Физик һәм географик характеристикаһы[үҙгәртергә]

Урынлашыуы[үҙгәртергә]

Майҙаны (449 964 км²) буйынса Швеция Көнбайыш Европа илдәре араһында өсөнсө урынды биләй, ә бөтә Европа буйынса — бишенсе.

Климаты[үҙгәртергә]

Айҙар буйынса уртаса температура (°C)[2]
Ҡала Ғинуар Февраль Март Апрель Май Июнь Июль Август Сентябрь Октябрь Ноябрь Декабрь
Кируна -10/-16 -8/-15 -4/-13 2/-7 8/0 14/6 17/8 14/6 9/2 1/-4 -5/-10 -8/-15
Эстерсунд -5/-10 -3/-9 0/-6 5/-2 12/3 16/8 18/10 17/10 12/6 6/2 0/-3 -3/-8
Стокгольм 1/-2 1/-3 4/-2 11/3 16/8 20/12 23/15 22/14 17/10 10/6 5/2 1/-1
Гётеборг 2/-1 4/-1 6/0 11/3 16/8 19/12 22/14 22/14 18/10 12/6 7/3 3/-1
Висбю 1/-2 1/-3 3/-2 9/1 14/6 18/10 21/13 20/13 16/9 10/6 5/2 2/0
Мальме 3/-1 3/-1 6/0 12/3 17/8 19/11 22/13 22/14 18/10 12/6 8/4 4/1
Уртаса көн оҙонлоғо
Декабрь Июнь
Мальмё 7 сәғәт 17 сәғәт
Стокгольм 6 сәғәт 18 сәғәт
Кируна 0 сәғәт 24 сәғәт

Политик ҡоролош[үҙгәртергә]

Швеция парламенты — риксдагтың бинаһы

Дәүләт башлығы — король. Әммә Швеция конституциялы монархия булып тора, шуға ла корольдең хакимлеге сикләнгән. Дәүләт менән премьер-министр башлығында хөкүмәт идара итә. Ул парламент — риксдаг менән һайлана. Риксдаг дүрт йылға бер дөйөм тауыш биреүҙәр аша ҡабаттан һайланыла.

Административ бүленеш[үҙгәртергә]

Швеция 21 округтарға — лендарға (län) бүленә, ә һәр бер лен коммуналарҙан (kommun) тора (дөйөм һаны — 290).

Халҡы[үҙгәртергә]

Милли состав[үҙгәртергә]

Шведтарҙан башҡа илдә 17 меңдән ашыу саам халҡы, 500 меңдән ашыу финдар йәшәй.

Дин[үҙгәртергә]

Диндарҙарҙың күпселеге (79 %), йәки халыҡтың 70 % населения, Швеция Сиркәүенә инә. Ул лютеран сиркәүе булып тора һәм 2000 йылда дәүләттән айырыла.

Швецияла 250 меңдән алып 450 меңгә тиклем ислам динен тотоусылар йәшәй. Православиелыларҙың һаны 94 мең кешегә барып етә.

Ғилем[үҙгәртергә]

Швецияның билдәле ғалимдары:

  • Карл Линней (1707—1778) — врач, биолог.
  • Андерс Йонас Ангстрем (1814—1874) — ғалим-астрофизик.
  • Карл Манне Георг Сигбан (1886—1978) — физик, Нобель премияһы лауреаты.
  • Петер Артеди (1705—1735) — ғалим-ихтиолог.
  • Эрик Ивар Фредгольм (1866—1927) — математик.
  • Магнус Гёста Миттаг-Леффлер (1846—1927) — математик.
  • Альфред Нобель (1833—1896) — химик, инженер, динамитты уйлап табыусы. Нобель премияһына нигеҙ һалыусы.

Мәҙәниәт[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Киң билдәле швед яҙыусылары:

  • А. Стриндберг (1849—1912) — «Густав Ваза», «Эрик XIV» тарихи драмалары, «Ҡыҙыл бүлмә» романы авторы;
  • С. Лагерлёф (1858—1940) — «Нильс Хольгерссондың Швеция буйлап мөғжизәле сәйәхәте» китабы менән билдәле;
  • А. Линдгрен (1907—2002) — «Малыш һәм Карлсон» исемле повестар йыйынтығы менән донъяға билдәле.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]