Конституцион монархия

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Дәүләт идара итеү формаһы, сәйәси режимдар һәм системалар

Конституцион монархия — идара итеүсе монархтың власы конституция менән сикләнгән монархия. Конституцион монархияла закон сығарыусы власть — парламент, башҡарыусы власть — хөкүмәт.

Ғәҙәттә монархтың власы юридик контрасигнатура (ғәмәлләштереү өсөн министрҙың яуаплылыҡ имзаһы) менән сикләнгән. Монарх ҡулында реаль власть юҡ. Уның даирәһендәге министрҙарҙы тәғәйенләү, һуғыш башлау, солох килешеүе төҙөү һ.б. дәүләт эштәре парламент тарафынан раҫланғас ҡына көсөнә инә. Монарх «идара итмәй, ә батшалыҡ итә». Шулай ҙа ул дәүләт вәкиле, дәүләт символы булып ҡала.

Дуалистик монархия илдәре: Иордания, Марокко, Кувейт, Берләшкән Ғәрәп Әмирлеге.

Конституцион монархия: Бөйөк Британия, Нидерландтар, Бельгия, Дания, Норвегия, Швеция, Испания, Лихтенштейн, Люксембург, Монако, Андорра, Япония, Камбоджа, Малайзия, Таиланд, Бутан, Лесото, Канада, Австралия, Яңы Зеландия, Папуа - Яңы Гвинея, Соломон утрауҙары, Гренада, Ямайка, Сент-Винсент һәм Гренадины, Сент-Китс һәм Невис.