Марокко

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
'{{{Башҡортса исеме}}}
'
{{{Эйәлек килеш}}} гербы
[[{{{Эйәлек килеш}}} флагы|Флаг]] {{{Герб урынына}}}
Девиз: «ғәр. الله، الوطن، الملك
(Allāh, al Watan, al Malik — «Аллах, Отечество, Король»)»
[[{{{Эйәлек килеш}}} гимны|Государственный гимн {{{Эйәлек килеш}}}]]
Рәсми телдәр Ғәрәп теле[1] һәм Стандартный марокканский берберский язык[d][1]
Баш ҡала Рабат
Территория
• Бөтәһе

710 850 или 446 550[2] км²
Этнохороним марокка́нец, марокка́нка, марокка́нцы
Валюта марокканский дирхам (MAD, код 504)
Интернет-домен .ma[d]
Код ISO MA
МОК коды MAR
Телефон коды +212
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d], Africa/Casablanca[d][3] һәм UTC±0:00[d]

Марокко (ғәр. المغربӘл-Мәғриб, бербер. ⵍⵎⵖⵔⵉⴱ), рәсми исеме — Марокко Короллеге (ғәр. المملكة المغربية‎Әл-Мәмләкәт әл-Мәғрибиә, бербер. ⵜⴰⴳⵍⴷⵉⵜ ⵏ ⵍⵎⵖⵔⵉⴱ Такулдет н лмгриб[4]) — Төньяҡ Африканың алыҫ көнбайышындағы дәүләт . Баш ҡалаһы — Рабат[5].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡтан — Урта диңгеҙ, көнбайыштан — Атлантик океан, көнсығышта — Алжир һәм көньяҡтан Мавритания[6] менән сиктәш. Марокко һәм Испанияны бүлеп торған тар диңгеҙ һыҙатында ике ил араһында бәхәсле анклавтар бар, атап әйткәндә, Сеута, Мелилья һәм йәнә бер нисә утрау[7][8].

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ил рәсми рәүештә ғәр. المملكة المغربيةӘл-Мәмләҡәт әл-Мәғрибиәт, һүҙмә — һүҙ — «Мәғрибия короллеге» тип атала, бынан тыш, илдә үҙатамалары бар ғәр. المغرب الأقصى‎, Әл-Мәғриб-әл-Аҡса — «алыҫ Көнбайыш», һәм ғәр. مراكش‎ — Марракиш, урта быуаттарҙағы баш ҡалаларының береһенән алынған ойконим. Европала XIX быуат ахырында илдең атамаһы французса Maroc формаһында таралыу алған, был яҙыуҙың төрлө варианттары ҡулланылған: Morocco, Marok, Marokko һ. б. Испания ғына үҙенә башҡа — испанса ил исеме исп. Marruecos[9].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мароккола кеше иртә палеолиттан алып йәшәгән. Тан-Тандан Венера — 19 99 йылда Германия экспедицияһы тарафынан Марокконың Тан-Тан ҡалаһынан көньяҡтараҡ Дра йылғаһы үҙәнендә табылған 58 мм оҙонлоҡтағы антропоморф кварцит фигура — 300 мең йылдан ашыу элек йәшәгән тип иҫәпләнә.

2010 йылда Темарала табылған 8 йәшлек баланың һөлдәһенә 108 мең йыл тип һанайҙар[10]..

1956 йылдан бирле Марокко Берләшкән Милләттәр ағзаһы, 1958 йылдан — Ғәрәп Дәүләттәре Лигаһы һәм 1959 йылдан — Халыҡ-ара Олимпик Комитет һәм 1969 йылдан — Ислам Хеҙмәттәшлек Ойошмаһы, 1981 йылдан Франкофония ағзаһы булып тора. Марокко Африка Берлегендә булмаған берҙән-бер африка иле.

Марокко парламентлы конституцион монархия, парламент дәүләт тарафынан һайлана.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халҡы 36,91 млн кеше тәшкил итә (2020 йылдың июненә ҡарата). Был халыҡ һаны буйынса Африкала Мысыр, Судан һәм Алжирҙанҡала дүртенсе урында торған ғәрәп телле ил . Халыҡтың 60 % тирәһе — ғәрәптәр, 40 % — берберҙар. Европалылар 60 000 кеше тәшкил итә (башлыса француздар, испандар һәм португалдар), йәһүдтәр 3000 тирәһе[11].

Марокко халҡының йәш-енес буйынса пирамидаһы. 2020 йыл

Йыллыҡ халыҡ үҫеше 1,5 % тәшкил итә (2009).

Тыуым кимәле: 20,96 яңы тыуған бала / 1000 кеше (2009).

Үлем кимәле: 5,45 үлем / 1000 кеше (2009).

Уртаса ғүмер оҙонлоғо — ир-егеттәрҙә 69 йәш, ҡатын-ҡыҙҙарҙа 74 йәш(2009).

Грамоталылыҡ — 60 % ир-ат, 40 % ҡатын-ҡыҙ (2004 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса).

Ҡала халҡының һаны даими арта, хәҙер ҡалаларҙа мароккандарҙың 49 % йәшәй. Иң эре Марокко ҡалалары — Касабланка, Рабат һәм Фес.

Дин[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мароккола ислам (ғәр. الإسلام في المغرب‎ — дәүләт дине. Ил халҡының (37,1 млн кеше, 2020 йылға) 99 % — ы-мосолмандар (күпселеге Мәлики мәҙһәбе сөнниҙәре, ҡалған 1 % — ы — шиғыйҙар, ҡөрьәнселәр, ғибәҙиҙәр һ. б.[12]. Мароккола исламдың Заһирия (инг.)баш.) ағымы ла күҙәтелә. Мароккола күп һанлы сәләфи[ҡалыпты бөтөрөү]) хәрәкәте вәкилдәре бар. Сәләфилек йоғонтоһонда илдең мәсеттәрендә һәм башланғыс мәктәптәрендә мотлаҡ рәүештә әшәрилек (инг.)баш.) өйрәнелә. Король Мөхәммәд VI (инг.)баш.) администрацияһы дәүләт программаһы ярҙамында илдә сәләфилеккә ҡаршы көрәшә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 5 // Конституция Марокко
  2. Территория площадью 446 550 км² не включает в себя спорную Западную Сахару, а площадь 710 850 км² включает в себя территорию Западной Сахары, контролируемой Марокко и оспариваемой фронтом Полисарио как часть Сахарской Арабской Демократической Республики.
  3. 3,0 3,1 3,2 https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/africa
  4. المملكة المغربية ⵜⴰⴳⵍⴷⵉⵜ ⵏ ⵍⵎⵖⵔⵉⴱ Kingdom of Morocco, Casablanca-Settat. vymaps.com. Дата обращения: 31 ғинуар 2022. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
  5. Map of Morocco. 2013-04-29. Maroc.ma. Дата обращения: 31 ғинуар 2022. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
  6. Morocco Map | Map of Morocco - AnnaMap.com. annamap.com. Дата обращения: 31 ғинуар 2022. Архивировано 31 ғинуар 2022 года.
  7. Morocco (инг.) // The World Factbook. — Central Intelligence Agency, 2022-01-14. Архивировано из первоисточника 9 ғинуар 2021.
  8. Ceuta, Melilla profile, BBC News (14 декабрь 2018). 31 ғинуар 2022 тикшерелгән.
  9. Поспелов, 2002
  10. Новые данные к эволюции человека. Дата обращения: 12 июнь 2017. Архивировано 8 декабрь 2014 года.
  11. Поспелов Е. М. Марокко // Географические названия мира : Топонимический словарь : Ок. 5000 единиц / Отв. ред. P. A. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — ISBN 5-93259-014-9, 5-271-00446-5, 5-17-001389-2.
  12. Chiites, Bahaïstes, Évangélistes : Les pratiques religieuses occultes au Maroc  (фр.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]