Дин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Донъяла ниндәй ҙә булһа динде рәсми таныған илдәр      Буддизм      Ислам      Шиғи ислам      Сөнни ислам      Православ дине      Протестантизм м-н Англикан сиркәүе      Католицизм

Дин —- донъяны төшөнөү-аңлауҙың айырым бер формаһы, ул ғәҙәттән тыш көскә ышаныуҙан ғибәрәт һәм үҙ эсенә әхлаҡи нормаларҙы, тәртип-низамды, йолаларҙы һәм кешеләрҙең айырым ойошмаларға тупланыуын ала (сиркәү, мәхәллә).[1].

Хронологик яҡтан ҡарағанда, иң беренсе боронғо йәһүдтәр дине барлыҡҡа килгән. Ул б.э.т. 11 быуат элегрәк барлыҡҡа килә. Уннан ҡала — Буддизм (б.э.т. VI— V быуаттар), өсөнсөһө — христианлыҡ (б.э. I быуат), дүртесеһе — ислам (б.э. VII быуат). Был диндәр барыһы ла тейерлек, изге яҙмалар рәүешендә (Тәүрат, Талмуд, Инжил, Ҡөрьән) формалашалар. Бараһына ла билдәле системалылыҡ, структура хас. Мәҫәлән, Библия Инжил (Верхий Завет) һәм Тәүрәттән (Новый Завет) тора Беренсеһен (иудаизм) 39 китап тәшкил итә. Барлыҡ Евангелие (христиан дине) 39 китаптан төҙөгән, тағы 27 бүлекте үҙ эсенә ала. Көрьән 114 сүрәнән ғибәрәт, һәр сүрә билдәле һандағы һәм төрлө мәғәнәләге аяттарҙы туплаған. Бөтө донъяға таралған диндәрнең бүлексәләре, ҡаршылыҡтарга эйә булһалар ҙа, үҙ-ара бәйләнештә ижат ителгәндәр, шунлыҡтан уларҙың системалары уртаҡ тип һанарға була. Бөтә донъяға таралған диндәр фәҡәт «саф дини» хөкөмдәргә генә ҡайтып ҡалмай. Уларҙа тейешле урындарҙа айырым контексттар рәүешендә төрлө фәлсәфи, әхлаҡи, сәйәси, хоҡуҡи һ. б. шундай принциптар, нормалар тәғбир ителгән. Ғөмүмән алғанда, традицион диндәр, мифология кеүек үк, милли мәҙәниәттәрҙең элементы булып тора. Дин, социаль күренеш булып ҡала.

Диндең икенсе төрлө билдәләмәләре:[үҙгәртергә]

  • ижтимағи аңдың бер формаһы; табыныу объекты булып торған ғәҙәттән тыш көстәр һәм йән эйәләренә (илаһтар, рухтарға) ышаныуға нигеҙләнгән рухи күҙаллауҙар тупланышы [2].
  • ойошҡан рәүештә юғары көстәргә ышаныу. Дин ғәҙәттән тыш көстәргә инаныуҙан ғына тормай, ул был көстәргә айырым мөнәсәбәттәрҙе лә билдәләй: ул бар, тимәк, уға ынтылышты күрһәткән ихтыяр эшмәкәрлеге лә булырға тейеш.[3].
  • Инаныс мистика менән дә бәйле булыуы ихтимал.[4]

Дин өсөн изгелек һәм яуызлыҡ, әхлаҡ, тормош маҡсаты һәм мәғәнәһе кеүек төшөнсәләр бик мөһим булып тора.[5]

Күпселек донъя диндәренең нигеҙҙәре , диндарҙарҙың инауы буйынса, Аллаһ тарафынан йәки илаһтарҙан иңдерелгән, йәки диндә юғары баҫҡыстарға күтәрелгән изгеләр, тәҡүәләр тарафынан яҙылған тип һанала.

Күпселек дини берлектәрҙә руханиҙар ҙур әһәмиәткә эйә.

Дин һүҙенең этимологияһы[үҙгәртергә]

" Дин (религия)" һүҙенең килеп сығышын борон бер нисә йәһәттән сығып ҡарағандар. Б.э.т. I быуатта йәшәгән оратор, яҙыусы һәм сәйәсмән Цицерон латинса relegere (ҡабаттан йыйылыу, тикшереү, айырым осраҡҡа ҡалдырыу), тигәндән алынған, айырым иғтибарға, инаныуға, табыныуға лайыҡ тигәнде белдерә тип һанаған. Цицерон динде Юғары көстәргә инаныу, табыныу тип ҡабул иткән.

Көнбайыштың нәсрани ораторы һәм яҙыусыһы Лактанций «религия» һүҙе латин ҡылымыReligare (бәйләү) тигәндән алынған тип иҫәпләгән, шуға динде кеше менән Юғары көс араһындағы бәйләнеш тип билдәләгән .


Хәҙерге ғилми тикшеренеүселәр йышыраҡ «религия» һүҙе Religare ҡылымынан килеп сыҡҡан тип һанаусан[6]..

Дин структураһы[үҙгәртергә]

Социологияла дин структураһында ошондай компоненттарҙы билдәләй: дини аң, ул ябай инаныс (шәхси) йәки концептуаль (Аллаһ тураһында тәғлимәт, йәшәү рәүеше нормалары һ.б.) булыуы мөмкин дини эшмәкәрлек, ул ғибәҙәткә бәйле йәки бәйһеҙ булыуы мөмкин дини мөнәсәбәттәр (ғибәҙәтле, ғибәҙәтһеҙ), дини ойошмалар.

Дин төрҙәре[үҙгәртергә]

Мәжүсилек (күп илаһлылыҡ) - политеизм. Бер Аллалыҡ) - (монотеизм) (йәһүди, нәсрани, ислам, сикһ һ.б.)

Пантеизм - Ғаләм (тәбиғәт) һәм Аллаһ бер үк көстәр тигән инаныс.

Аллаһҡа табынмаған диндәр ҙә бар (абстракт идеалға инаныс) - конфицийсылыҡ, буддасылыҡ, джанисылыҡ


Дин һәм йәмғиәт[үҙгәртергә]

Мәҡәләлә ҡарала:

  • Дин һәм фән
  • Дин һәм енәйәтселек
  • Дин һәм сәләмәтлек
  • Дин һәм социаль уңыш
  • Дин һәм сәйәсәт
  • Дин һәм әхлаҡ


Дин һәм донъялағы инаныстар[үҙгәртергә]

Христианлыҡ Иудаизм Индуизм Бахаи Ислам Фетишизм Даосизм Синтоизм Буддизм Сикхизм Джайнизм Айявари
Дини символдар


Ибраһими диндәр[үҙгәртергә]

Ибраһим пәйғәмбәр йәһүҙилектә, нәсраниларҙа һәм Исламда инаныстарға нигеҙ һалыусы тип һанала.

Йәһүҙилек[үҙгәртергә]

Йәһүҙилек б.э.т. ХIХ быуаттарҙа Мысыр һәм Фәләстин ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. Ул беренсе булып монотеизм, йәғни бер Аллаға табыныуҙы дөрөҫ тип иғлан иткән. Йәһүҙилек - милләт тә , дин дә булып тора.

Нәсранилыҡ[үҙгәртергә]

Фәләстиндә б.э. беренсе быуатында башта йәһүҙиҙәр араһында барлыҡҡа килә. Шунан инде башҡа халыҡтар араһында таралып китә. Бында милләт айырыу юҡ.

Ислам[үҙгәртергә]

Ислам вб.э.VII быуатта мәжүсилектә йәшәгән Ғәрәп ярымутрауында барлыҡҡа килгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Елена Казарина ДинКругосвет энциклопедияһынан
  2. Толковый словарь русского языка.
  3. Энциклопедический словарь. Издатели: Ф. А. Брокгауз, И. А. Ефрон. Т. 26А. — СПб., 1899. — С. 539—544. Трубецкой, Сергей Николаевич Религия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (урыҫ.)
  4. Забияко А.П. Религия // Энциклопедия религий. – М.: Академический проект, 2008. – С. 1069.
  5. Кураев А.В., протодиакон, к.ф.н. Уроки сектоведения — Санкт-Петербург: Формика, 2002. — 448 с. — ISBN 5-7754-0039-9.
  6. Religion. Online Etymology Dictionary. Тәүге сығанаҡтан архивланған 27 май 2012.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә]