Буддизм
Будди́зм (Ҡалып:Lang-sa, Ҡалып:IAST; пали बुद्ध धम्म, buddha dhamma, «Асыҡ яҡты күңелленең ғилеме»[1]) —яңы эраға тиклемге VI б. аҙағында Төньяҡ Һиндостанда барлыҡҡа килеп, Тибет, Монголия, Һинд Ҡытайы, Ҡытай, Мьянма (Бирма), Япония һәм башҡа ҡайһы бер Көнсығыш илдәрҙә таралған дин [2].
Нигеҙ һалыусыһы булыа Сиддхартха Гаутама иҫәпләнә.
Уның ғилемен дауам итеүселәр уны «Дхарма» (ҡанун, ғилем) йәки «Буддхадхарма» (Будда ғилеме) тип атайҙар. "Буддизм" терминын европалылар XIX быуатта ҡуллана башлай [3].
Төрлө ғөрөф-ғәҙәттәре булған бик күп халыҡтар ҡабул иткән, донъяғы иң боронғо диндәрҙең береһе тип һанала.
Бөтә донъяла Буддизм динен тотоусылар һанын билдәләү, һанау ысулына ҡарап, төрлөсә тирбәлә, иң әҙе 350-500 млн тип билдәләнә [4]. Буддистар күберәк Көньяҡ Азия, Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәрендә йәшәй: Бутан, Вьетнам, Һиндостан, Камбоджа, Ҡытай (шулай уҡ Сингапур Малайзия), Корея, Лаоста йәшәгән ҡытай халҡы), Монголия, Мьянма, Непал, Таиланд, Тибет, Шри-Ланка, Япония. Рәсәйҙә буддизм динен Бурятия, Ҡалмыҡстан, Тыва халҡы тота. Һуңғы йылдарҙа будда общиналары Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа эре ҡалаларҙа барлыҡҡа килде.
Һылтанмалар [үҙгәртергә]
- Рон Хаббард "Гимн Азии" (урыҫ.)
Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә]
- ↑ Online Sanskrit Dictionary (инг.) Buddha — Просветленный (The Enlightened One). Dharma — Закон, Истина, Учение (Law, Truth, Doctrine).
- ↑ Русско-башкирский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 2005)
- ↑ Торчинов Е. А. Введение в буддологию — стр. 5.
- ↑ Major Religions Ranked by Size; U.S. State Department’s International Religious Freedom Report 2004. http://www.state.gov/g/drl/rls/irf/2004/ Accessed 20 September 2008; Garfinkel, Perry. «Buddha Rising», National Geographic Dec. 2005: 88-109; CIA — The World Factbook