Будда

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Көнсығыш Ҡытай мәмерйәләрендәге Тан династияһындағы Будда Амитабха скульптураһы
Файл:Budda-dn.PNG
Будда (санскрит)
Файл:Fo-Budda-cn.PNG
Будда (ҡытай)

Бу́дда (санскр. बुद्ध, уянған, асыҡ күлелле) )))— аң-зиһене дөрөҫ булыуға ирешкән бодхи.

Мәғәнәһе һәм төшөнсәһе[үҙгәртергә]

Берҙән- бер булмауы[үҙгәртергә]

Б.э.т. 623 йылдан 543 йылға тиклем йәшәгән Сиддхартха Гаутама, аңы уянғандан һуң б.э.т 588 йылдар тирәһендә бодхи дәрәжәһенә ирешкәнден һуң "Будда Шакьямуни" тип аталған, беренсе будда тип тә, һуңғы будда тип тә аталмай. Классик доктрина буйынса, үҙендә драхма (хаҡлыҡ) асҡан һәм ыңғай карма йыйып аң-зиһенен дөрөҫ юлға ҡуйырға ирешкән һәр кем будда була ала. Буддизмда, йыһан тарихында бындай йән эйәләре күп булған тип иҫәпләнә, шулай итеп Гаутама-будда алыҫ үткәндән алыҫ киләсәккә һуҙылған буддалар сиратында бер сылбыр булып тора. Унан алда килеүсе будда булған, һуңыраҡ килеүсе будда Майтрейя тип атала.

Башҡа диндәрҙең төп фигураларынан айырмаһы[үҙгәртергә]

Буддизмдың төп төшөнсәһе буйынса, тарихи Будда хоҙайҙа, ҡотҡарыусыла түгел, ә аҡыллы йән эйәләрен сансаранан (бер-бер артлы яңынан тыуыу теҙмәһендә) сығарарға һәләтле мәғәллим итеп һүрәтләнә.

Башҡа буддаларҙан айырмаһы[үҙгәртергә]

Башҡа будда фигуралары араһындағы айырмалар:

  • буддалар,
  • бодхисаттва (башҡа йән эйәләрендә аң-зиһен уятыу миссияһын алғандар),
  • дхармапала (тәғлимәтте һәм уны йөрөтөүселәрһк яҡлаусылар),
  • дакинями (тантрик буддизмда — ҡатын-ҡыҙ рухы, йәшерен тәғлимәт йөрөтөүселәр),
  • йидам (будданың медитацион формаһы),
  • алиһәләр (санскрипттә дэва, тибетсә лха — буддизмда урар ҙа кешеләр, йәғни сансар йән эйәләре, улар сәбәпле-эҙмә-эҙлекле бәйләнештә һәм үҙ тәбиғете менән хәбәрҙар түгел.
  • һәм башҡалар

Әҙерһеҙлекһеҙ, башҡа теистик фигуралар араһында аҡшашлыҡ эҙләгән кешегә улар араһындаға айырмалар күҙгә күренмәй, әммә буддистар һәм буддологтар өсөн айрма ҙүр һәм мөһим.

Ҡаршылыҡлылыҡ[үҙгәртергә]

Ҡайһы бер тикшереүселәр тарихи будда Гаутаманың тәғлимәте үҙгәреүсәнлек һәм барлыҡ күрентәрҙең тамамланмаған булыуы тизисына ҡаршы килә тип иҫәпләй. Сансараның хаҡлы асылы юҡ, шул уҡ ваҡытта Будда тураһында шулай тип әйтеү — тимәк тәрән рәнйетеү һәм хаҡ драхма юлынан ситкә тайпылыу, тип әйтелә унда.

Будданың һәр кемгә аңлайышлы булыуы[үҙгәртергә]

Ләззәтле аҡыл асылған хәл, нирвана — буддизм буйынса һәр кем керә алған хәл, ортодоксаль буддизмда нирванаға кереү өсөн башта кеше булып тыуырға кәрәк тип иҫәпләнә. Һәр кем керә алырлыҡ булыуые иҫәпкә алып һәм бодхисаттв күплеген иҫәпкә алып нәҙер әйтәләр: башҡаларға ярҙам итеү өсөн үҙ нирванаңды аҙаҡҡа ҡалдырыу (Махаяна тәғлимәте буйынса) башта үҙең аҡыл асылыу (нирвана) хәленә керергә, ә һуңынан башҡаларҙы интегеүҙен азат итергә.

Будда Шакьямуни[үҙгәртергә]

Будда в греко-буддийском стиле III вв. Гандхара (современный Пакистан). (Стоящий Будда (Национальный музей Токио)).


«Будда» һүҙе баш хәреф менән яҙылған булһа, был будда тарихи шәхес булған. Сиддхартху Гаутаму — хәрбиҙәр һәм хакимдәр кастаһынан, билдәле Шакьев нәҫеле вариҫы. Сиддхартхи Гаутама биографияһы тарфдарҙары һөйләүе буйынса ғына билдәле. Башта телдән һөйләнгән хикәйә, һуңынан яҙып алынған. Будда тураһында иң билдәле хикәйәттәр б.э.т. II быуатта пали телендә яҙылған "Джаката" йыйынтығанда яҙылған.

Майтре́йя[үҙгәртергә]

Будда үлер алдынан үҙенең яңынан килеүен әйтә. Ана́нда, уның шәкерте, нисек танырға тип һорай. Будда яуап бирә: уның сәсе алтын буласаҡ, ул Көнбайышта тыуа, уның ғилеме азатлыҡ килтерәсәк.[1]

Будда скульптуралары[үҙгәртергә]

Будда

Төп буддалар (алфавит тәртибендә)[үҙгәртергә]

  • Акшобья
  • Амитабха
  • Амогхасиддхи
  • Будда Гаутама
  • Будда Самантабхадра
  • Ваджрадхара
  • Вайрочана
  • Майтрея
  • Ратнасамбхава
  • Самвара


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Рон Хаббард "Гимн Азии"

Һылтанмалар[үҙгәртергә]