Христианлыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Ҡалып:Христианлыҡ

Христиа́нлыҡ (грек. Χριστός — «май буялған», «ҡотҡарыусы») — Инжилдә (Новый Завет) яҙылған Иисус Христ тормошо һәм тәғлимәттәренә нигеҙләнгән донъяла киң таралған ибраһими дин.[1] Назареттан Иисус кешелекте ҡотҡарыусы булыуына христиандар ышана.[2] Иисус Христостың тарихи шәхес булыуына христиандарҙың шиге юҡ.

Христианлыҡ  — 2,1 млрд тарафдары булыуы менән дә, географик таралышы буйынса ла донъяла иң таралған дин; донъяның һәр илендә бер геә булһа ла христиан общинаһы бар.[3]

I быуатта Рим империяһы власы аҫтында булған Палестинала [[Ике йылға араһы[[нда йәшәгән арамеоз телле халыҡтар араһында барлыҡҡа килә; беренсе унйыллыҡта уҡ башҡа этник төркөмдәр араһында тарала.[4].

Христос тыуғандан 150 йылда батшалары яңы динде ҡабул иткән беренсе дәүләт Осроена дәүләте була, башҡалаһы Эдуссе[сығанаҡ?] Христианлыҡты беренсе булып рәсми рәүештә ҡабул иткән дәүләт Әрмәнстан була, 301 йылда батша Трдат III христианлыҡты «Әрмәнстандың берҙән бер рәсми дине» тип ҡабул итә. [5][6][7][8][9][9] Император Константин I хакимлеге ваҡытында, н 313 йылдан һуң Рим империяһында дәүләт дине статусын ала. [10]

Христианлыҡ барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә]

Николай Ломтев. Апостол Андрей Первозванный Киев тауына тәре ҡаҙай

Христианлыҡ I быуатта Тәүрат (Ветхий Завет) таратыусы йәһүҙилек миссионерҙар хәрәкәтенең бер өлөшо булараҡ Палестинала йәһүдтәр мөхитендә барлыҡҡа килә. Нерон хакимлеге осоронда уҡ христианлыҡ Рим империяһының күп кенә провинцияларында билдәле була.

Христиан дин ҡағиҙәләре тамары йәһүҙи Тәүрат менән бәйләнгән.

Иҫке Ғәһедтә яҙылғанса Иисус сөннәтләнгән, йәһүд булараҡ тәрбиәләнгән, Апостолдар һәм Иисустың тәғлимәтен башҡа дауам итеүселәр йәһүдтәр була. Христосты киреп ҡаҙаҡлағанғандан һуң, (Стефандың тибешенән һуң) өс йыл үткәс христианлыҡ башҡа халыҡтарға тарала.


Иң тәүҙә христианлың Палестина һәм Урта диңгеҙ буйындағы йәһүдтәргә тарала, ун йыл эсендә апостол Павел эшмәкерлеге нәтижәһендә башҡа халыҡтар («мәжүсиҙәр») араһында киң тарала. V быуатҡа тиклем христианлыҡ Рим империяһы географик сиктәренде һәм уның мәҙәни йоғонтоһо даирәһендә тарала (Әрмәнстан, көнсығыш Сирия, Эфиопия), артабан (1 меңйыллыҡ тың 2-се яртыһы) — герман һәм славян халыҡтары араһында, һуңырыҡ (XIII—XIV б.) — балтик буйы һәс фин халыҡтарында тарала.

Хәҙерге заманда христианлыҡтың Европанан ситтә таралауы колониаль экспансия һәм миссионерҙар эшмәкәрлеге менән бәйле.

Һаны[үҙгәртергә]

Хәҙерге ваҡытта христиан динендә булыусылар һаны 2 млрд артың, шул иҫәптән:

Яҡынса төрлө христиан конфесияларында тороусылар һаны:

  • католиктар — яҡынса 1,15 млрд[18], шул иҫәптән:
    • яҡынса көнсығыш йолаһында 17 млн католик[19];
  • протестанттар — яҡынса 426 млн[20], шул иҫәптән:
    • 105 млн пятидесятниктар;
    • яҡынса 88 млн англикан[20];
    • яҡынса 75 млн пресвитериан һәм уларғы яҡын ағымдар;
    • 70 млн методистар;
    • 70 млн баптистар;
    • 64 млн лютеран;
    • 16 млн етенсе көн адвентистары[21];
  • автокефаль православ сиркәүендә 240 до 300 млн[22] кеше;
    • Әрмән апостол сиркәүе — яҡынса 9 млн[23].

Христиан конфессиялары һәм тәғлимәттәре[үҙгәртергә]

Беҙҙең көндәрҙә христианлыҡта түбәндәге йүнәлештәр бар:

Католицизм[үҙгәртергә]

  • Католик сиркәү
    • Рим-католик сиркәүе
    • Көнсығыш католик сиркәүе
  • Иҫке католицизм

Православ[үҙгәртергә]

  • Православие сиркәүе
    • Автокефаль православие сиркәүе
  • Старообрядсылыҡ
    • Поповсылыҡ
    • Поповһыҙлыҡ
    • Беглопоповһыҙлыҡ

Боронғо көнсығыш православиеһы[үҙгәртергә]

  • Әрмән апостол сиркәүе[24]
  • Копт православие сиркәүе [25]
  • Эфиопия православие сиркәүе
  • Сиро-яковит православие сиркәүе
  • Маланкар православие сиркәүе
  • Көнсығыш Ассирия сиркәүе

Протестантизм[үҙгәртергә]

Төп конфессиялары (10 млн. артыҡ ағза)[үҙгәртергә]

  • Адвентисты Седьмого Дня
  • Англиканлыҡ
  • Баптизм
  • Кальвинизм һәм Реформатство
    • Кальвинизм
    • Пресвитерианство
  • Лютеранство
  • Методизм
  • Пятидесятничество
    • Пятидесятнические деноминации

Башҡа конфессиялар[үҙгәртергә]

  • Адвентис-реформистар
  • Квакерҙар
  • Меннонитство

Протестантизм ағымдары[үҙгәртергә]

  • Евангель христиандары
  • Харизматик ағымдар

Дин ғилеме[үҙгәртергә]

Троица, Андрея Рублёв иконаһы

Христианлыҡ өс аллалыҡҡа ышаныуҙан тора: Алла-Ата, Алла-Ул һәм Алла-Изге-Рух. (I Ио. 5, 4-5).[26][27]

Теология[үҙгәртергә]

Христианлыҡ Авраамдан башланған Инжилдә яҙылғанса (монотеизм), йәғни Донъяны һәм кешене ижад иткән Аллаһ берҙән бер тигән ҡарашта. Шул уҡ ваҡытта христианлыҡ йүнәлеше монотеизмға троица идеяһын өҫтәп ҡуша: тәбиғәте менән бер үк Аллаһ-Ата, Аллаһ-Ул һәм Аллаһ-Изге-Рух.[27]


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. BBC—Religion & Ethics—566, Christianity // BBC
  2. Briggs, Charles A. The fundamental Christian faith: the origin, history and interpretation of the Apostles' and Nicene creeds. C. Scribner’s sons, 1913.
  3. Major Religions of the World Ranked by Number of Adherents
  4. Мчедлов М. П. Христианство — статья из Большой советской энциклопедии (3-е издание)
  5. Thomas F. Mathews, Alice Taylor, J. Paul Getty Museum. The Armenian Gospels of Gladzor: the life of Christ illuminated, 2001, 13
  6. James Jupp. The Australian people: an encyclopedia of the nation, its people, 2001, p. 171
  7. Barbara A. West. Encyclopedia of the peoples of Asia and Oceania, 2009, p. 50
  8. БСЭ — Статья: Аршакиды армянские
  9. 9,0 9,1 Binns, John. An Introduction to the Christian Orthodox Churches . Cambridge: Cambridge University Press, 2002, p. 30. ISBN 0-521-66738-0.
  10. Карташёв А. В. Вселенские соборы. — М.: «Эксмо», 2006. — 672 с. (С. 66)
  11. Adherents.com: By Location
  12. Adherents.com — Religion by Location
  13. Largest Religious Groups in the USA
  14. Adherents.com: By Location
  15. Adherents.com: By Location
  16. Adherents.com: By Location
  17. Adherents.com: By Location
  18. Catholic News | Vatican: Priest numbers show steady, moderate increase | American Catholic
  19. Annuario Pontificio
  20. 20,0 20,1 Status of Global Mission 2011
  21. Statistical report. Annual council of the General Conference Committee, October 9-14, 2009
  22. Eastern Orthodox Church — Information on the Eastern Orthodox Church Denomination
  23. The Armenian Church Today Ҡалып:Недоступная ссылка)
  24. Армянская Церковь и Халкидон Ҡалып:Недоступная ссылка
  25. Encyclopedia Coptica
  26. Вероучение // Булгаков С. Н. , прот. Православие: Очерки учения Правосл. Церкви. — М., 1991
  27. 27,0 27,1 Ҡалып:Православная энциклопедия

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Ҡалып:Refbegin

Ғилми әҙәбиәт[үҙгәртергә]


Ҡалып:Refend

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Ҡалып:Refbegin

Ҡалып:Refend