Мифология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Пенелопа — грек мифологияһы персонажы

Мифоло́гия (грек. μυθολογία μῦθος — риүәйәт, хикәйәт һүҙенән һәм λόγος — һүҙ, хикәйә, тәғлимәт) — боронғо фольклор, халыҡ әкиәттәрен мифтарҙы, эпостарҙы, әкиәттәрҙе өйрәнә торған фән, мифологияны бик күп фәндәр (философия, тарих, филология) өйрәнә.

Мифтарҙың барлыҡҡ килеүе[үҙгәртергә]

Донъяны мифологик күҙ алдына килдереү билдәле бер үҫеш юлында бөтә хаыҡтарҙа ла булған. Европалылар Бөйөк географик асыштар осорона тиклем тик антик мифтар менән генә таныш булһалар, һуңғараҡ улар Африка, Америка, Океания, Австралия халыҡтарының мифтары тураһында ла беләләр. Библияла көнбайыш-семит мифологияһы эҙемтәһе һиҙелә. Ғәрәптәрҙең исламға тиклем үҙ мифологиялары булған.

Шулай итеп мифологияның кеше зиһене менән бәйленеше бар. Мифик образдарҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын билдәләү мөмкин түгел, улырҙың барлыҡҡа килеүе тел һәм фекерләү һәләте барлыҡҡа килгән осор менән бәйле. Мифтарҙың төп бурысы - кеше эшләгән ниндәйҙер мөһим ғәмәлдең өлгөһөн булдырыу, миф көнделек тормошто ритуаллаштырып кешегә йәшәү мәғәнәһен бирә.

Палеоконтакт теорияһы яҡлылар фаразы буйынса, мифтар — тарих, ысын булған ваҡиғалар Хәҙерге заманда «Карго культы» «миф» һүҙен шундай мәғәнәлә ҡулланыу өлгөһө булып тора. Шуның өсөн улар дин һәм фәнде мифологияға яңыса ҡарарға саҡыралар. Миҫал өсөн улар Библияла яҙылған ваҡиғаны күрһәтәләр һәм хәҙерге фәндәге белемде, терминологияны ҡулланып яңы аңлатма бирәләр.

Мифтарҙың төрлөлөгө[үҙгәртергә]

  • Космогон мифтар — донъя барлыҡҡа килеүе тураһында
    • соляр (ҡояш тураһында) мифтар
    • ай тураһында мифтар
    • астраль мифтар
  • Эсхатолог мифтар — донъя бөтөү тураһында
  • Антропогик мифтар — кеше барлыҡҡа килеүе тураһында
    • мәҙәни герой
  • Календарь мифтары
    • үлеп кире терелгән хайуан тураһында мифтар
    • Үлеүсе һәм терелеүсе аллаһ
  • Хайуандар тураһында мифтар
  • Культ мифтары

Мифология һәм әкиәттәр[үҙгәртергә]

Ҡайһы саҡта әкиәттәр «боҙолған мифтар» тип ҡарала. Йыш ҡына «халыҡ әкиәттәре, риүәйәттәре» тип антик культутралағы «мифтарҙы» атайҙар.

Мифтың әкиәттән айырмаһы:

1 Тәғәйенләнеше төрлөсә.

  • Мифтың төп тәғәйенләнеше — аңлатма биреү.
  • Әкиәттең төп тәғәйенләнеше — күңел асыу һәм әхлаҡ биреү.

2 Кешеләрҙең мөнәсәбәте.

  • Мифты һөйләүсе һәм тыңлаусы ысынбарлыҡ тип ҡабул итә.
  • Әкиәт (кәм тигәндә һөйләүсе тарафынан) уйҙырма кеүек ҡабул ителә.

Мифология сәнғәттә[үҙгәртергә]

  • мифология әҙәбиәттә
  • мифология һынлы сәнғәттә

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]