Эпос
'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Эпос-әҙәбиәттәге иң ныҡ таралған һәм универсаль төр. Уның ике төрлө мәғәнәһе бар:
- Һүрәтләү рәүешендәге объективлыҡҡа нигеҙләнгән жанрҙарҙаң барыһы бергә әҙәбиәттең эпос төрөнә ҡарай.
- Боронғо дәүерҙең ҡатмарлы ижтимағи күренештәрен сағылдырған шиғри жанр.
Йөкмәткеһе |
[үҙгәртергә] Эпос- тарихи жанр
Ул социаль синыфтар барлыҡҡа килгәнгә тиклем. йәғни ырыуҙар осоронда тыуа. Күп эпостарҙа ырыуҙарҙың үҙ аллы халыҡҡа берләшеү идеялары сағыла. Һәм шул сәбәптән эпостарҙың күпселегендә дөйөм халыҡ мәнфәғәте өсөн көрәшеүсе героик шәхестәр үҙәктә тора.
[үҙгәртергә] Эпос- берҙәм жанр
Әммә төрлө халыҡтарҙа уның үҙенсәлекле яҡтары булмай ҡалмай. Шуға күрә уның исеме лә төрлө илдә төрлөсә аталған. Урыҫтарҙа былина, украиндарҙа- дума, Исландияла, Норвегияла -сага, бүрәттәрҙә-улигер, яҡуттарҙа- олонхо, карел һәм финдарҙыҡы- руно, ҡаҙаҡ, үзбәк һәм уйғырҙарҙа-дастан булып йөрөй.
[үҙгәртергә] Башҡорт халыҡ эпостары
- Урал-батыр
- Аҡбуҙат
- Бабсаҡ менән Күсәк
- Ҡуңыр буға
- Заятүләк менән Һыуһылыу
- Күсәк-бей
- Ай һәм Зөһрә
- Оло һәм Кесе Инйәр
- Иҙеүкәй менән Мораҙым
- Аҡһаҡ ҡола
- Ҡара юрға
- Алпамыша
- Тарғын менән Ҡужаҡ
- Ек-мәргән
- Мәргән и Маян
- Аҡһаҡ-ҡола
- Бабсаҡ-бей менән Ҡараҡоломбәт-бей
- Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу
- Куҙ-Күрпәс
- Алдар менән Зөһрә
- Йософ менән Зөлайха
- Таһир менән Зөһрә
- Һуңғы йыр
- Байрамбикә менән Татлыбай
- Ҡарас менән Акша
- Ҡараһаҡал
- Батырша
- Юлай менән Салауат, һәм башҡалар.
[үҙгәртергә] Боронғо эпостар
- "Илиада"
- "Одиссея"
[үҙгәртергә] Классик эпостар
- "Ролланд", Франция
- Нибелунгтар тураһында йыр", Германия
- "Сид тураһында поэма", Испания.
- "Калевала", Финляндия
- " Игорь полкы тураһында һүҙ", Рәсәй(урыҫ)
- "Махабхарата"," Рамаяна", Һиндостан
- Олонхо, яҡут(саха) эпосы
[үҙгәртергә] Сығанаҡтар
Ким Әхмәтйәнов. Әҙәбиәт теорияһы. Башҡорт халыҡ ижады.